ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!
21 декабрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында “Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде.

Бына улар:

1. Шәғәлиева Мәхмүзә, Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылынан. Приз – салат өсөн һауыттар. Әйткәндәй, Мәхмүзә апай 2016 йылдың 1-се ярты йыллығына 4400 һумға торошло 6 төрлө милли баҫмаға яҙылған. Афарин!
2.Ниғәмәтова А.И. Сибай ҡалаһы, Арҡайым ҡасабаһы, Р.Ғарипов урамы. Приз – салат өсөн һауыттар.
3. Сөләймәнова Луиза, Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы. Приз – плед.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе алыу өсөн яҡын арала үҙегеҙҙең йәки Өфөлә йәшәүсе туғандарығыҙҙың редакцияға мөрәжәғәт итеүе һорала. Паспорт, ИНН мәғлүмәттәре кәрәк буласаҡ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272-63-02.

Был конкурста ҡатнашыр өсөн 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Киләһе дүшәмбелә “Аҙна һайын бүләк” конкурсы аҙаҡҡы тапҡыр үткәреләсәк, ашығығыҙ дуҫтар!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook