АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК!

Республика, район, ҡала матбуғатына яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләк уйнатыласаҡ. Конкурста ҡатнашыр өсөн, 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына теләгән гәзит-журналға яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрегеҙ.

Һәр дүшәмбе редакцияларҙа осраҡлы һайлап алыу ысулы менән еңеүсе билдәләнәсәк. Һөҙөмтәләр һәм еңеүсенең исем-шәрифтәре һуңынан иғлан ителәсәк.
Бүләктәр – сәй-ҡәһүә сервизы, Яңы йыл һәм интерьерҙы биҙәр сувенирҙар.

СУПЕР ПРИЗ ОТОҒОҘ!
Иң баһалы супер призға эйә булыр өсөн БР-ҙың «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы бер республика гәзитенә йә журналына, шул иҫәптән «Башҡортостан ҡыҙы»на ла, һәм бер район йә ҡала матбуғатына 2016 йылға тәүге ярты йыллыҡҡа яҙылыу мотлаҡ.

Тултырылған абонементтарҙы конвертҡа һалып, түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, БР-ҙың «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, матбуғатҡа яҙылыу һәм уны берәмләп таратыу бүлеге.
АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК!
Еңеүсе лототрон ярҙамында асыҡланасаҡ:
Супер приз – ноутбук;
икенсе урында – ике һыуытҡыс;
өсөнсө урында – өс телевизор;
дүртенсе урында – биш ҡыҫҡа тулҡынлы мейес;
бишенсе урындағыларға ун бүләк – мультибешергестәр уйнатыласаҡ!

Бүләк отоу бәхете йылмайған матбуғат һөйөүсенең исеме һәм фотоһы гәзит-журнал биттәрендә урын аласаҡ. Төп еңеүсе бүләкләү өсөн Өфөгә саҡырыласаҡ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook