"Әсә йөрәге" ярышының икенсе турына үтеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!!
Бәйге шарттарын теүәл үтәп, "Әсә йөрәге" ярышының икенсе турына үтеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!!
Ошо көндәрҙә уларҙың эштәре лайк йыйыу өсөн төркөмгә һалынасаҡ.
Ер йөҙөндә әсә йөрәгенән дә көслөрәк, мәрхәмәтлерәк, ҡаһарманыраҡ, хислерәк йөрәк юҡтыр!
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы әҙәбиәт йылы уңайынан иғлан иткән "Әсә йөрәге" шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыусылар ошо хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр иҫбат итә!
Бала табыу йортонда саҡта шиғыр яҙып, ошо уҡ бинала уны видеоға төшөрөп беҙгә ебәргән Светлана Сөләймәнова-Насырова, бәләкәстән яҙмыш һынауҙарына дусар булған сабыйы хаҡында йән өҙгөс юлдар тыуҙырған Рәйсә Ғәзизова, "Балаларым - бәхетем!", - тигән йәш кенә биш бала әсәһе Айгөл Муллағәләмова, әсәйем башҡорт ине, ул тыуған яҡтарын бер ҡайтып күрергә зар булып вафат булды, был шиғырым аша уның һағыныу сәләмдәрен Башҡортостанға илткем килә, тигән билдәле үзбәк шағирәһе Гүзәл Бегим һәм башҡа барлыҡ бәйгеселәребеҙ - барыһы ла үҙенсәлекле эштәр ебәргән. Уларҙың һәр береһе әсәлек хистәрен үҙенсә яңғырата, шиғырҙарында бөйөк әсә йөрәген тойоп тетрәнәбеҙ, моңланабыҙ, нығынабыҙ!

Теги: