“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һанына күҙәтеүКөҙ уртаһы күңелдәрҙе ниндәйҙер серле һәм һағышлы моңға сорнай. Ә бына “Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һаны тышлығындағы мөләйем ханымдың күҙҙәрендә, киреһенсә, сикһеҙ дәрт һәм өмөт нуры. Туҡһан йәшен шулай күтәренке күңел менән ҡаршылаған апайҙарыбыҙ булғанда, беҙгә, көҙ килде тип, нишләп һағышланырға әле? Ғүмере буйы балалар менән эшләгән Мәхтүмә Ислам ҡыҙының унынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫҡанда ла һаман уҡыусыларынан айырылмауы, уларҙың хәстәрҙәре һәм уй-хыялдары менән йәшәүенә һоҡланып бөтөрлөк түгел, уның хаҡында Гөлшат Ҡунафинаның “Уҡытыусы хәтирәләре” тигән мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.

Баҫманы баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның Сибай ҡалаһында уҙған мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһе хаҡындағы “Йыһанға олғашыр рәхмәт” исемле материалы аса. Онотолоп барған мөнәжәт әйтеү йолаһын тергеҙгән ағинәйҙәрҙең сағыу фотоһүрәттәре лә йөрәктәрегеҙгә йылы өҫтәр.

“Кәңәшле эш тарҡалмаҫ” рубрикаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте үткәрәсәк “Ҡатын-ҡыҙ. Ваҡыт. Донъя” тигән ғилми-ғәмәли конференцияға әҙерләнеүсе мәртәбәле ханымдарҙың һиммәтле фекерҙәре менән таныша алаһығыҙ. Ойошманың 25 йыллығына арналған йыйын алдынан ил инәләре ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ алдында торған проблемалар һәм бурыстарҙы барлай.

“Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” рубрикаһында популяр “Эҙәрмән” тапшырыуын алып барыусы, билдәле ғалимә һәм журналист Гүзәл Хәмитованың яҙмышы һәм ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәре, сәйәхәт мажаралары менән танышырһығыҙ.

Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” проектында был юлы ҡунаҡта билдәле актриса Рәмилә Сәлимгәрәева һәм уның скрипкала уйнап донъя кимәлендә дан алған һылыу ҡыҙы Айһылыу Сәйфуллина. Әсәй менән ҡыҙ баланың үҙ-ара мөғәмәләһе, мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡороуы, ғаилә серҙәрен асыуы барыһына ла ҡыҙыҡлы булыр, моғайын.

“Ул йылдарҙың даны мәңгелек” тип аталған публицистик яҙмалар бәйгеһенә был юлы Учалынан Гәүһәр Мозафарова-Әлибаева олатаһы – Дан ордендарының тулы кавалеры Әҙһәм Әлибаев хаҡында иҫтәлектәрен тәҡдим итә.
“Әҙәби балҡыш”та һеҙҙе Әбйәлил ижадсыһы Мәҙинә Йәғәфәрованың “Ҡәҙер кисендә” хикәйәһе һәм Сибайҙан Фәрүәз Сәйфуллиндың мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙары көтә.

“Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ” рубрикаһы билдәле режиссер-педагог, ғүмерен театр артистарын әҙерләүгә арнаған Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың яҙмышы, шәхси тормошо һәм күңел кисерештәренә арналған.

Әлмира Кирәеваның “Был донъяла бөтә нәмә әйләнеп ҡайта” тип аталған материалы замандашыбыҙ Наилә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Вәлиеваның фиҙакәр хеҙмәт юлы һәм тормошҡа игелекле мөнәсәбәте хаҡында.

“Милли йолаларыбыҙ” рубрикаһында “Аулаҡ өй”ҙө иҫләп ҡыуанырһығыҙ. “Ғаилә янсығы” иһә фатир алырға теләүселәргә нисек отолмаҫҡа өйрәтер. “Техника ҡаҙаныштары” рубрикаһында Гөлнара Буранҡаева небулайзерҙар, уларҙы ниндәй осраҡтарҙа ҡулланыу кәрәклеген тәфсирләй. Ә һеҙ яратҡан “Сихәт” бите аша остеопороз ауырыуынан һаҡланыу сараларын өйрәнерһегеҙ.

“Үҙем асҡан хәҡиҡәт” рубрикаһында Гөлдәр Яҡшығолова интернетта киң билдәле блогер-журналист Гөлназ Ишемғолованан донъя көтөү серҙәрен белешә.
Ҡорамасылар бәйгеһенә журнал уҡыусыларыбыҙ сағыу-сағыу ҡул эштәрен ебәреүҙе дауам итә. Уларҙың иң гүзәл өлгөләре лә журнал биттәренән урын алған.

“Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында күрһәтергә Гөлшат Ҡунафина был юлы “ZILIART” матурлыҡ салоны хужабикәһе Зилиә Йәғәфәрова өсөн модельер, тегеү оҫтаһы Сайма ханым Хәсәнова теккән кейем өлгөләрен һайлаған. “Тәмлекәс” тә ҡунаҡта торттар бешереү оҫтаһы Лиана Абдрахманова. Ул өй шарттарында тортты мастика менән биҙәү серҙәрен асып, аҡ ҡына сәйнүк формаһында торт бешерергә өйрәтә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook