“Башҡортостан ҡыҙы”ның апрель һанына күҙәтеү

Баҫмабыҙҙың тышлығын сағыу ижады, моңло тауышы менән һоҡландырған башҡорт йыр сәнғәте йондоҙо – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сәйҙә Ильясова биҙәй. Уның фәһемле лә, мауыҡтырғыс та тормош юлы менән бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова таныштыра.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге биттәре бәрәкәтле Учалы еренә һәм унда йәшәгән һөнәр оҫталарына арналған. “Ер кендеге тип танылған, милләтебеҙ өсөн изге Ирәмәле менән дан тотҡан ил. Әүлиәләр төйәге. Сихәтле шишмәләр төбәге. Ҡуйыны алтын, аҫылташ менән тулы яҡ. Йөрәгендә серле моң йөрөткән, осҡонло бейеүе менән әсир итер егеттәр һәм ҡыҙҙар йәшәүсе ер. Мөғжизәүи Учалыны шулай тип белһәк, был сәфәрҙә уны ялҡынлы йөрәкле илһөйәрҙәр, сәсән йәнле телһөйәрҙәр, бал ҡортолай тырыш эшһөйәрҙәр иле итеп астыҡ”, – тип тәьҫораттарын тасуирлай, унда эш сәфәрендә булып ҡайтҡан журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән бүлек мөхәррире Альмира Кирәева. Райондың бөгөнгө ҡаҙаныштары ғына түгел, ә киләсәккә маҡсаттары һәм уй-ниәттәре лә урын алған “Күңелде гел тартыр ил” тип исемләнгән мәҡәләлә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева Белорет районы Асы ауылында Урал батыр рухына бағышланған сарала ҡатнашып, ҡар һыуына барыу йолаһын үткәреүҙәрен күреп, асыларҙың ни хәтлем моңло, нескә күңелле, рухлы, илһөйәр халыҡ икәненә инанып ҡайтҡайны. Ошо матур йола һәм уны ойоштороу нескәлеге хаҡында “Милли йолаларыбыҙ” рубрикаһында уҡып белерһегеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға етмеш йыл тулыу айҡанлы журналыбыҙ иғлан иткән хәтирәләр бәйгеһенә килгән хат Ауырғазы районы Ишле ауылында тыуған Зәйнәп Ғәлләм ҡыҙы Рафиҡованың һуғыш башланған мәлдә күргән тетрәндергес иҫтәлектәрен бәйән итә. Өс балаһы һәм ире менән Сталинград ҡалаһында йәшәгән ҡатындың шул саҡта күргәндәрен, кисергәндәрен тетрәтмәйенсә уҡып булмай.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһында күренекле әҙип, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың 90 йәше уңайынан журнал уҡыусыларыбыҙға мөхәббәт тураһындағы “Астралар” тигән хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Ижады аша әсә хистәрен, әсәйҙәргә булған эскерһеҙ һөйөүҙе данлаусы билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың яңы шиғри шәлкеме лә матур кәйеф һәм яҙ һулышы бүләк итер.

Шағир ҡатыны... Яҙыусы ҡатыны... Ниндәйерәк булырға тейеш һуң ул? Яҙыусы-шағирҙың ижади асыштарын күңеле, рухи донъяһы аша үткәреп, төплө кәңәштәрен бирә алырлыҡ фекерҙәше лә, яңы үрҙәргә ҡанатландырыусы фәрештәһе лә бит ул. Әҙәбиәт тарихынан бик күп миҫалдар килтерергә була: һуғыштан ауыр яралар менән ҡайтып, хәрәкәтһеҙ ҡалған яугир-яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин һәм уның әҫәрҙәрен ташҡа баҫтырырға күп көс һалған ҡатыны Зөләйхә ханым...

Әҙәбиәтебеҙ күгендә балҡыған бик күп шағир-яҙыусыларыбыҙҙы ижади үрҙәргә әйҙәүсе үҙ алиһәһе, үҙ мадоннаһы бар. “Шағир ҡатыны” тигән мәҡәлә талантлы әҙип, Ш.Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләктең хәләл ефете – Флүрә Хәсән ҡыҙының тормош хәтирәләрен, күңел кисерештәрен байҡай, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.

“Ирҙәрҙең аҫылдары” рубрикаһында Альбина Ғөбәйҙуллина халыҡсанлығы, ихласлығы, эскерһеҙлелеге, оҫта йырлау һәләте менән тамашасы һөйөүен яулаған йырсы Харис Шәриповтың ижад юлын һәм тормошондағы хәл иткес мәлдәрҙе һүрәтләй.

Беҙ, ғәҙәттә, үҙ донъябыҙға бикләнеп, сит илдәр менән аҙ ҡыҙыҡһынабыҙ. Ят ҡитғаларға сәйәхәт беҙгә ғәмәлгә ашмаҫтай хыял ғына булып тойола. “Ер шары буйлап” рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләләр циклы ябай башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙҙар менән егеттәребеҙҙең нисек сит илдәр гиҙеүе һәм уларҙың ниндәй хис-тойғолар кисереүе хаҡында һөйләй. Апрель һанында журнал уҡыусыларыбыҙҙы храмдар иле – Непал буйлап күңелле лә, фәһемле лә сәйәхәт көтә.

Журналыбыҙҙың апрель һанында шулай уҡ гүзәллек һәм донъя көтөү серҙәре хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәт табырһығыҙ. “Башҡортостан ҡыҙы” менән бергә ҡалығыҙ, изге дуҫтарыбыҙ!

Альбина Ғөбәйҙуллина әҙерләне

BK_4_15i.pdf [5,08 Mb] (cкачиваний: 2) " target="_blank" class="button red">Подписаться на журнал "Башҡортостан ҡыҙы"


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook