
Баштар әйләнерлек бейеклектәргә күтәрелгәндә лә, күҙ ҡыҙҙырырлыҡ маҡтаулы дәрәжәләргә, исемдәргә лайыҡ булғанда ла ерҙән айырылмаған, тәбиғәттән бирелгән тыныслығын, сабырлығын юғалтмаған шәхестәр һоҡланыу уята. Үҙенең аҡыл хеҙмәте, спорттағы ҡаҙаныштары менән республикабыҙҙы илдә генә түгел, донъяның төрлө ҡитғаларында танытҡан, халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәйҙә берҙән-бер донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер титулдарына эйә, Рәсәй Олимпия һәм Фэйр Плэй комитеттарының дипломы менән бүләкләнгән, С. Юлаев ордены кавалеры, милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙы Тамара Танһыҡҡужина тап шундай баҫалҡы, егәрле шәхестәребеҙҙең береһе.