Әсәй йөрәге

Әсәй йөрәгеӘсәй йөрәге
Булған хәл

Станция ауылдан дүрт саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Йәйәүләп сыҡҡанда, поезға сәғәт ярымда еңел генә барып етеп була. Атаһы эштән ҡайтып өлгөрмәгәс, Гөлсәсәкте әсәһе, ауыл осона ҡәҙәр генә булһа ла тип, оҙата сыҡты. Ауыл осона еткәс, юл өҫтөндә ятҡан зыяратты үткәнсе генә барырға булды. Шунан юл урман араһына инә.

Балаһын урманда япа-яңғыҙын ҡалдырып китергә әсәнең йөрәге етмәне. Эңер төшә башланы. Шулай бара торғас, күңелгә шом һалып, күҙ үлсәме араһы алыҫлыҡта ғына алдарында бер кеше һыны хасил булды. Әле генә юҡ ине, ҡайҙан килеп сыҡты?.. Кейеменә, хәрәкәт итеүенә ҡарағанда, ир кеше булырға тейеш. Әсә күңеленә шом төштө, йөрәге йыш-йыш тибеп, аяҡ быуындары ҡалтыраны.

-Юҡ, балам, юҡ, һине урманды үткәртмәй боролмайым, - тип һаман атлауын дауам итте. Алдағы теге ир һыны нисек көтмәгәндә барлыҡҡа килде, шулай уҡ ҡапыл ғына юҡ булды ла ҡуйҙы. Әллә мал-тыуарын эҙләп йөрөгән берәй ауыл кешеһе инеме икән?.. Көҙ көнө малҡайҙар шулай ҡайтмай хужаларын маҙаһыҙлап ала ул. Айырыуса һыйырға быҙауы ҡушылып алһа, ҡайтыр юлдарын оноталар...

Ҡыҙ:

-Әсәй, ярай, оҙаттың бит инде, яҡты күҙҙә һин дә урманды үтеп өлгөр, әтеү мин һинең өсөн борсолам, - тип әсәһен кире борорға тырышты.

Шул ваҡыт ауыл яғынан йөк машинаһы күренде. Ҡыҙ атаһының машинаһын күрмәһә лә, тауышынан танып тора. Тик был ул түгел ине. Машина, йәйәүлеләр эргәһенә еткәс, туҡтаны. Кузовында алты-ете һунарсы, һалам түшәлгән иҙәнгә ҡырын төшөп ятып, кәрт һуға. Юлсыларҙы күргәс:

-Әйҙәгеҙ, әйҙә, әтеү поезға һуңлайһығыҙ! – тип әсә менән ҡыҙҙы ултырырға саҡырҙылар.
Ҡыҙ һаман да:

-Әсәй, йә бар инде ҡайт, ана, станция ла күренеп ята, - тине.

-Юҡ, был тиклем ирҙәр араһына ни йөрәк менән яңғыҙыңды ултыртып ебәрәйем, - тип кузовка ҡыҙы эргәһенә менеп ултырҙы. Һунарсыларҙың берәүһе:

-Апай, борсолма ҡыҙың өсөн, әйбәт итеп алып барып еткерербеҙ,- тине.

-Юҡ инде, бында килеп еткәс, барып етеп ҡайтам, - тип ултырған урынынан ҡуҙғалманы.

Станцияға бик тиҙ килеп еттеләр. Олпат кәүҙәле оло йәштәге һунарсы, әсә менән ҡыҙға кузовтан төшөргә ярҙам итеп:

-Апай, был ҡараңғыла ҡурҡмайынса нисек ауылыңа ҡайтып етәрһең икән? – тине, борсолоп.

-Нисектең алдына төшөп алам да, йүгереп, "һә" тигәнсә ҡайтып етәм. Мин ни йөрөмәгән кеше түгел дә, - тине, эсендәге бер аҙ ҡурҡыуын усына йомоп. Ә ҡыҙ өндәшмәне, сөнки ул үҙе лә шул турала уйлап, эстән ут яна ине.

Күп тә тормай, поезд килде. Ҡыҙ вагонға менеү менән, тәҙрәгә ҡапланып, әле генә ауылы яғына, ҡараңғылыҡҡа инеп киткән әсәһенең һынын эҙләне... Көҙ ҡараһына, энә менән төртһәң дә, бер нимә лә күренмәй. Ҡыҙҙың йөрәге "жыу" итеп китте. Башына, әллә үҙем генә төшөп ҡалайыммы икән, тигән уй ҙа килде. Вагонға инеп, сумкаһын алып, сығыу яғына ыңғайланы. Тәҙрәгә йәнә күҙ һалды. Ауыл яғынан елеп килгән машина фары яҡтыһында, ҡулын һелтәп ҡыҙыу-ҡыҙыу атлаған әсәһенең шәүләһен шәйләп алды. Был атаһының машинаһы ине. Ҡыҙ уны шунда уҡ таныны.

-Атай, атаҡайым, Аллаҡайым минең, мең рәхмәт һеҙгә! – тип, ҡыҙҙың йөрәге шатлығынан күкрәген ярып сығырҙай булып дөпөлдәп типте һәм күҙенән шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Поезд яй ғына ҡуҙғалып китте. Машина, әсәһе тәңгәленә еткәс, туҡтаны. Ниһайәт, ҡыҙ еңел һулап, вагонға инеп буш урынға ултырҙы.

Был хәл ҡырҡ йыл тирәһе элек булһа ла, ул уны кисәгеләй хәтерләй. Күҙҙәренә әле булһа шатлыҡ йәше бәреп сыға. "Рәхмәт, атай, әсәйем өсөн рәхмәт!" – тип эстән генә ҡыуанып ҡабатлай...
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook