Һин йәбергә түгел, ә һөйөүгә лайыҡ!
1999 йылда Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы 25 ноябрҙе ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн көрәш көнө итеп иғлан итә. Ассамблея хөкүмәттәргә, халыҡ-ара ойошмаларға 25 ноябрҙә ошо проблемаға йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында саралар үткәрергә тәҡдим итә.
Ҡатын-ҡыҙҙы йәберләү – бөтә ер шарында киң таралған күренеш, ул барлыҡ илдәргә, төрлө социаль ҡатламдарға хас. Был күренеште кеше хоҡуҡтарын иң оятһыҙ боҙоу тип баһаларға кәрәк.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 1 миллион 800 мең ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар ителә. Рәсәйҙә йылы¬на 14 меңдән ашыу ҡатын ирҙәре йәки партнерҙары ҡулынан вафат була. Был һандар артында – тотош ғаилә¬ләр фажиғәһе, селпәрәмә килгән яҙмыштар.
Көс ҡулланыу емергес зыян килтерә: ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәне, йәне имгәнеп ҡала, уларҙың йыш ҡына енси һаулығы, бала табыу һәләте зарарлана. Бәғерһеҙлек, ғәҙәткә, холоҡҡа әйләнеп, бер быуындан икенсеһенә күсеүе, ғаилә рухын һындырыуы менән дә яман.
Ғаиләлә көс ҡулланыуға ҡаршы саралар закондарҙа сағылыш тапһын өсөн, уға ҡаршы бергәләшеп көрәшәйек, был вәхши күренешкә битараф булмайыҡ. Берәүҙең иҙелеп ғүмер кисереүе – айырым ғаилә хәсрәте генә түгел, тотош йәмғиәт бәләһе.
Аҡ таҫма ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн көрәш көнө символы булып тора. Ул “Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай”, “Туҡмай икән, ярата” тигән әйтемдәрҙә гүзәл заттың кешелек дәрәжәһен юҡҡа сығарыусы, ялған мәғәнә ятыуын хәтергә төшөрһөн. Беҙ һәр ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүгә, ихтирамға лайыҡ кескенә йыһан икәнен онотмаҫҡа саҡырабыҙ – был көндө генә түгел, һәр ваҡыт ул шуны иҫендә тотоп йәшәһен.

Теги: Аҡ таҫма