“Башҡортостан ҡыҙы”ның октябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы”ның октябрь һанына күҙәтеү
Заман менән бергә, хатта унан алдараҡ та барған уҡыу йортоноң етәксеһе ниндәй булырға тейеш? “Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садыҡова кеүек!” – тип әйтерҙәр был һанда баҫылған “Иманға тоғролоҡ” тигән яҙманы уҡығас. Күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, психологик портрет оҫтаһы булараҡ, иманды юлдаш итеп алған мөғәллимәнең фиҙакәр, яҡты булмышын аса. Талантлы педагог-етәксе Гөлйемеш Садыҡованың һүрәте журналыбыҙҙың октябрь тышлығын биҙәй.

Октябрь – халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған айҙа, бөйөк әҙипте һағынып иҫкә төшөрөп, билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов уҡыусылар иғтибарына “Шағир донъяһы киң, хистәре тәрән ине” тигән хәтирә-яҙмаһын тәҡдим итә. “Мостай Кәримдең ижады, тормош юлы төпсөрләп өйрәнелгән. Ләкин океан тәрәнлектәрен, дала киңлектәрен айҡап сығыу барыбер мөмкин түгел, шуның һымаҡ, йәшәй килә, беҙ ағайҙың ғүмерендәге әлегә мәғлүм булмаған осраҡтарҙы асабыҙ, уның замандаштары, дуҫтарының мөхитенә барып ингеләйбеҙ”, – тип яҙа ул һәм әҙип яҙмышына яңы һыҙаттар, яңы буяуҙар өҫтәгән осрашыу-танышыуҙарҙы тасуирлай.

“Шаян Ғәбиҙә” – яҙмыштың ауыр һынауҙарын һис зарланмай күтәреп, эсендә ут янғанда ла шаян, йор һүҙле булып ҡалған ҡатын хаҡындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева шулай тип атаған. “Бөтә ғүмерен белем биреүгә арнап, ошо ергә ереккән ул, хәләле һуңғы төйәген тапҡан Йәнгелен ташлап бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмаҫҡа ҡарар иткән", – тип яҙа автор Әбйәлил районы Йәнгел ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Ғәбиҙә Мөҡсим ҡыҙы Ғәлләмованың яҙмыш юлдарын байҡап. Бөгөн ауыл кешеләре күңеленә ана шундай көслө рухлы апайҙарыбыҙ терәк тә инде.

Яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина “Йәсминле һөйөү тарихы” тип аталған мәҡәләһендә халҡыбыҙҙың аҫыл улы – революционер, билдәле партия һәм дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәм уның ҡатыны Маһруйҙың һоҡланғыс һөйөүе тураһында бәйән итә.

“Һәр төбәктең, ауылдың һоҡланып та, ғорурланып та һөйләрлек эштәре аша бер нисә дәүерҙе үҙендә берләштергән көслө лә, намыҫлы ла шәхестәре, етәкселәре була”, – тип башлана Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Ергә тоғро ялан батыры” тигән яҙмаһы. Автор шундайҙарҙың береһе – ерҙең һәр һулышын нескә тойған, тәбиғәткә зыян килтермәгән алымдарға таянып, сифатлы аҙыҡ-түлек етештергән Мәләүез районы “Салауат” колхозы етәксеһе Сибәғәт Абдулхай улы Ғәйнуллин яҙмышы менән таныштыра.

Дүрт роман, тиҫтәнән ашыу повесть, бер нисә поэма, хикәйәләр, пьесалар, шиғырҙар авторы Фәниҙә Исхаҡова әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Әлеге мәлдә Америка буйлап сәйәхәттә йөрөгән яҙыусы менән Азалия Мирзаева ҡорған әңгәмәне журналды алдырыусылар бер тында уҡып сығыр, тип уйлайбыҙ. Уның ят ерҙәрҙә алған сағыу тәьҫораттары ғына түгел, әҙәбиәт һәм ижад хаҡындағы фекерҙәре лә башҡаларҙыҡына оҡшамаған, үҙенсәлекле булыуы менән ҡыҙыҡлы.

Был һанда сәсмә әҫәр яратыусыларға көҙөн етмеш йәшен туйлаған балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрованың “Аҙаштырған болан балаһылай” тигән романынан өҙөк тәҡдим ителһә, шиғриәткә ғашиҡтар иһә Гөлнур Ҡыуатованың мөхәббәттән туҡылған ижадынан күңел байрамы кисерер.

Бәпес көткән ата-әсәнең теләге бер: “Бәләкәсебеҙ сәләмәт булып тыуһын!” Йөклөлөк осоронда тейешле медицина тикшеренеүҙәре үтеүҙең сабый һаулығы өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген һөйләп тороу кәрәкме икән? Буласаҡ әсә беренсе сиратта белергә тейешле тикшеренеүҙәр хаҡында “Бәпес көткәндә” тигән мәҡәләлә “Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы” клиникаһы табибы Нурия Крюкова һөйләй.

Октябрь бөтә донъяла түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы булараҡ уҙғарыла. Был сир – ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы яман шеш ауырыуҙарының иң таралғаны. “Яман сиргә тарыма” тигән яҙмала республика клиник онкология диспансерының түш биҙҙәре шештәре бүлеге мөдире Марат Ғәлиев хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарауын атап үтә, сирҙән һаҡланыу өсөн кәңәштәр бирә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ һаулығына үтә иғтибарлы һәм яуаплы булырға саҡыра.

Был бәшмәкте Әбүғалисина киң ҡулланған, боронғо Римгә сауҙагәрҙәр уны Урал һәм Себер халыҡтарынан һатып алып ташыған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа уның шифаһын яҡшы белгән, электән ҡара сәй тип яратып эскән. Ҡыуау ( чага), бәғзеләр ҡайын ороһо тип атаған бәшмәктең йөҙ сирҙән дауаһы хаҡында Гөлнара Хәлфетдинованың “Ҡыуау яман шеште ҡыуа” тигән яҙмаһында уҡырһығыҙ.

Журналыбыҙҙы алдырыусы гүзәл заттарҙың күбеһе – кәм тигәндә өс-дүрт һыйыр тотоп, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡаймаҡ-һөтөн, уңышын һатҡан аҡсаға донъя көтөүсе уңғанбикәләр. Шәхси хужалыҡ алып барыусы егәрле ауыл ғаиләһе дәүләттән ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Ошо һорауыбыҙға яуап итеп, “Күмәкләгән тау аҡтарған” тигән мәҡәләлә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры Ирек Зөфәр улы Сакаев бөгөн ауылға күрһәтелеүсе ярҙамдың яңы бер төрө тураһында бәйән итә.

“Башҡорт балы, ҡымыҙы, ҡурайы янында бөтә илгә дан ҡаҙанған башҡорт шәле лә бар. Дебет һайлау сере, бәйләү оҫталығы ҡулдан-ҡулға тапшырылып килгән”, – тип яҙа билдәле журналист, яҙыусы Сәрүәр Сурина. Уның “Башҡорт шәле тигән мөғжизә” тигән мәҡәләһе – халҡыбыҙ тормошонда тарихи-иҡтисади, милли-мәҙәни күренеш булған дебет шәл хаҡында.

Октябрҙең сыуаҡ бер көнөндә Әбйәлил районы Ташбулат ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең матур бер сараһына “Башҡортостан ҡыҙы”н да саҡырғайны. Гөлнара Мостафина “Ауыл ҡото – ағинәйҙәрҙә!” тигән сәхифәһендә халыҡтың йөрәгенә ғәм, сәм һалып йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо менән таныштыра.

Хужабикәләрҙең иң яратып уҡыған рубрикаһы – “Тәмлекәс”те алып барыусы Гөлшат Ҡунафина кәбеҫтәнән төрлө-төрлө ризыҡтар әҙерләргә өйрәтә. Ул тәҡдим иткән рецептар буйынса тәмле аштар, салаттар яҡындарығыҙ күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ!

Был һанда шулай уҡ журналыбыҙҙың “Таҡыя нағышы” конкурсына килгән матур-матур таҡыялар – Белорет районы Йөйәк ауылы оҫтаһы Гөлсирә Салауатованың күҙҙең яуын алырлыҡ эштәре һүрәттәре урын алған.



Теги: журнал Күҙәтеү




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook