Еңеүселәр билдәләнде!

V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһенең Башҡортостан этабы буйынса еңеүселәре билдәләнде!

I урын – “Ханбала менән Хан бала”, “Юлсы” хикәйәләре өсөн Фәрзәнә Аҡбулатоваға;
II урын – “Вазифа” хикәйәһе өсөн Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға;
III урын – “Өлөш барҙа үлеш бар” хикәйәһе өсөн Саматова Әлиәгә бирелде.

“Ағиҙел” журналының дәртләндереү призына “Башҡорт ҡайҙа ла башҡорт инде” хикәйәһе менән Зөһрә Бәшәрова лайыҡ булды.

“Башҡортостан ҡыҙы”ның дәртләндереү бүләге “Аждаһаның селәүсенгә әүерелгәне” хикәйәһе өсөн Гөлнур Яҡупова өлөшөнә төштө.

Еңеүселәҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Еңеүсе хикәйә артабанғы бәйгелә ҡатнашыу өсөн Төркиәгә ебәреләсәк. Конкурста ҡатнашҡан әҫәрҙәрҙең иң яҡшылары “Ағиҙел” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” биттәрендә донъя күрәсәк.

Бәйгелә еңеүселәр уйҙырма исем менән билдәләнде, аҙаҡ, конверттарҙы асҡас, ысын авторҙар беленде. “Башҡортостан ҡыҙы” сайтындағы видеола тап ошо мәл яҙылды. Конкурсҡа ебәрелгән 33 хикәйә араһынан лайыҡлыларҙы һайлап алыу еңелдән булманы. Жюри ағзалары ҡуйылған бурысты намыҫ итеп һанап, лайыҡлы атҡарып сыҡты! Уларға ошо фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн ысын күңелдән ҙур рәхмәт белдерәйек, артабанғы эштәрендә уңыштар теләйек!

Еңеүселәр  билдәләнде!
Еңеүселәр  билдәләнде!




Теги: Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһе




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook