РѲСТӘМ ХӘМИТОВ: «ҺАЙЛАУ ҒӘҘЕЛ, ЯҠШЫ, ТЫНЫС ШАРТТАРҘА ҮТТЕ»

РѲСТӘМ ХӘМИТОВ: «ҺАЙЛАУ ҒӘҘЕЛ, ЯҠШЫ, ТЫНЫС ШАРТТАРҘА ҮТТЕ»«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, Рәсәй Хѳкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм һайлау кѳнѳ һѳҙѳмтәләре буйынса тѳбәктәр менән видеоконференция режимында селектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы, партияның баш советы ағзаһы Рѳстәм Хәмитов ҡатнашты.
- Ошо сәғәткә алынған яҡынса күрһәткестәргә ҡарағанда, һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек, лайыҡлы, - тине Дмитрий Медведев. - Шул уңайҙан һайлау кампанияһы уҙғарылыуы менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
- Беҙҙә һайлау һѳҙѳмтәләре насар түгел. Электораттың 50 проценты ҡатнашты. Ѳс миллион һайлаусының 1,5 миллионы һайлау участкаларына килде. Әле бюллетендәрҙең 27 проценты эшкәртелгән. «Берҙәм Рәсәй» 61 процент һѳҙѳмтә менән алда бара, - тип белдерҙе Рѳстәм Хәмитов.
Дмитрий Медведев партияның тотороҡло сығыш яһауын, Федерацияның һайлау булған барлыҡ тѳбәктәрендәге закондар сығарыу органдарында ла алдынғылыҡты һаҡлауын билдәләп үтте.
Уның белдереүенсә, партия тәҡдим иткән кандидаттар уңышлы сығыш яһаған.
- Тынысланырға ярамай. Депутат мандаты илебеҙ, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү өсөн, алдыбыҙҙа торған ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү бирелә, - тине ул.



Теги: республикатвоихвозможностей ВыбирайБашкортостан




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook