46,26 процент кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов белдереүенсә, 18.00 сәғәткә республикала 46,26 процент кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән, был 1 млн 228 мең кеше тигәнде аңлата. Өфөлә һайлауға килеү проценты 22,95 тәшкил итә. Баш ҡаланың Октябрь, Орджоникидзе райондары алда бара. 2013 йылдағы һайлауҙа ошо ваҡытҡа республика буйынса һандар 41,09 процент булһа, быйыл 18 мартта президент һайлауында 64,71 процент булған.
Теги: республикатвоихвозможностей ВыбирайБашкортостан