Һайлау дәррәү бара

Һайлау дәррәү бараБашҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арслан улы Вәлиев хәбәр итеүенсә, иртәнге сәғәт унға республикалағы һайлау хоҡуғы булғандарҙың 6,1 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Участкаларға килеүселәр һаны был ваҡытҡа ҡарата баш ҡалабыҙ Өфөлә 2,8 процент булһа, ауыл халҡы һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтә, унда күрһәткестәр 8,92 процент тәшкил итә. Иртәнге сәғәт унға ҡарата иң күп тауыш биреүселәре менән Борай (16,7), Бөрйән(16,47), Тәтешле (16,67), Хәйбулла (16,35) райондары алда бара. Шулай уҡ Башҡортостан был һайлауҙарҙа юғары технологияларҙы ныҡлап индергән төп өс төбәк исемлегенә инеүе менән дә ғорурлана ала, был йәһәттән беҙ Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышабыҙ.



Теги: республикатвоихвозможностей ВыбирайБашкортостан




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook