БРИФИНГТАР ДАУАМ ИТӘ

БРИФИНГТАР ДАУАМ ИТӘҺайлау 2018 йәмәғәт матбуғат үҙәгендә мобиль булмаған граждандар төркөмдәре өсөн һайлауҙарҙы еңелләштереү йүнәлешендә башҡарылған эштәр хаҡында брифинг үтте. Унда Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының мәрхәмәтте үҫтереү һәм сараларҙы координациялау бүлеге советнигы Роза Исмәғил ҡыҙы Кузьменко сығыш яһап, республикалағы барлыҡ ғәриптәр иҫәбенән ун бер меңенең һайлау йәшендә булыуы, уларға үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ "Бөтә Рәсәй мөмкинлектәре сикләнгән граждандар йәмғиәтенең" Башҡортостандағы бүлеге рәйесе Ротов Олег Львович та һүҙ алып, мөмкинлектәре сикләнгән таныштарыбыҙға, күршеләребеҙгә гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙә ярҙам күрһәтәйек, улар бәләкәй генә иғтибарға, хәлдәрен белешеүгә лә мохтаж, кешеклекле булайыҡ, барыбыҙҙың да бер оло йәмғиәттең өлөшө икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ тип сығыш яһаны.



Теги: республикатвоихвозможностей ВыбирайБашкортостан




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook