“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанына күҙәтеү

“Сәсәне бар был илдең”, “Күңелдәрҙә балҡый “Ҡош юлы” тип Гөлнара Буранҡаева республикабыҙ мәҙәниәтендә балҡып үткән ваҡиғаларға байҡау яһай.

“Юлдар саҡыра” рубрикаһы аҫтында Гөлназ Ҡотоеваның “Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?” тип аталған мәҡәләһе урын алған. Махачкалала үткән гендер сәйәсәте буйынса халыҡ-ара форумда илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың фекерҙәре килтерелгән.

Аҡсаң етмәйерәк торғанда, тауарын түбәнерәк хаҡҡа ла биреп, ҡайһыныһы килешле икәнен ихлас күңелдән әйтеп ебәргән, кейем күңелеңә хуш килгәнен аңлағас, бергә шатлана белгән кем тиһегеҙ? Һылыу йөҙлө көләс апай ошо тауарҙы һиңә алып килеп еткергәнсе ниндәй юлдар үткән? Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан ошо тулҡынға эләгеп, һаман да бирешмәй, сауҙа менән шөғөлләнгән, үҙ эшенә сикһеҙ яратып ҡараған, журналдың тышлығын биҙәгән Мәрйәм Фазылова бөгөнгө көндә Өфөлә өҫкө кейемдәр һатыуға махсуслашҡан “Bertone” кибетенең хужабикәһе, уның баш ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе бар. Уның хаҡындағы “Бәхет – шатлыҡ өләшеүҙә!” тип аталған мәҡәләнең авторы – Азалия Мирзаева.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһын алып барыусы Фәнирә Ғайсина был һандағы яҙмаһын Хәфсә анабыҙға арнаған. Хәфсә радыйаллаһу ғәнһүнән алтмышлап хәҙис ҡалған.

“Уның бәләкәй ваҡыты ғәжәйеп яҡтылығы һәм йылылығы, кешеләренең ябай бөйөклөгө менән Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала сағы”н хәтерләтә. Бөтә ижады сикһеҙ кешелеклелек менән һуғарылған мәшһүр әҙип исемен йөрөтөүсе мәктәпте етәкләүе лә һис осраҡлылыҡ түгелдер. Баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева менән һөйләшкәндә шундай һығымтаға киләһең”, – тип һоҡланып яҙа Альмира Кирәева “Мәңге йәшәр изгелек” мәҡәләһендә.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидовтың бер туған һеңлеһе Сараның ҡыҙы Нурия Килмөхәмәтованың “Минең ҡәҙерлеләрем” иҫтәлектәр китабы донъя күрҙе. Хәтирәләрҙә тотош быуатҡа һыйған яҙмыштар тарихы бәйән ителә, һәр шәхескә теүәл ҡылыҡһырлама, эшмәкәрлегенә баһа бирелә. Гөлназ Ҡотоева “Парлы ғүмерҙәр” рубрикаһы аҫтындағы “Сынығыуҙар аша бәхет” тип аталған мәҡәләһендә Нурия апайҙың тормош һәм хеҙмәт юлын тасуирлай.

“Әҙәби балҡыш”тың был сығарылышында йәш шағирәләр Рәзилә Ырыҫҡужина менән Миңлегөл Тайсинаның әсәлек хисе, әсә наҙы менән һуғарылған шиғырҙарын уҡып кинәнерһегеҙ. Шулай уҡ Миңзәлә Хәлилованың “Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә” хикәйәһе лә күңелегеҙгә хуш килер.

“Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ” рубрикаһы даими уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә. Шифаханала бушлай ял кемгә тейеш? Был һанда һүҙ ошо турала бара.

Нәзәкәтле Нәзирә Заһит ҡыҙын ҡырҡ йылға яҡын станок артында тороп, төрлө тимер киҫәктәрен ҡырҡып-һуғып, кәрәкле ҡалыпҡа килтерә алған оҫталарҙан-оҫта токарь тип, әлбиттә, уйлап та бирмәҫһең. Һеҙ, моғайын, сәхнә кешеһелер, тип таныша ханымды тәүгә күргәндәр. “Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһы аҫтындағы “Станогы ла уның бейеп тора” тигән ҡыҙыҡлы мәҡәләнең авторы – Гөлнара Хәлфетдинова.

“Һылыу затҡа заман бихисап талап ҡуя. Ул наҙлы ир ҡатыны ла, егәрле хужабикә лә, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән хәстәрлекле әсә лә, уңыш ҡаҙанған тырыш хеҙмәткәр һәм әүҙем йәмәғәтсе лә булырға тейеш. Ошо маҡсаттарҙың барыһына ла өлгәшеп, тормош “дилбегәһен” лайыҡлы тартҡан сибәр ханым, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы өлкән уҡытыусыһы, шулай уҡ ойоштороу һәм документтар менән тәьмин итеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Рузалиә Яхинаның хәтирәләргә бай ихлас күңел донъяһына саҡыра “Аҡ һөйөүҙән яралған” мәҡәләһендә Альбина Ғөбәйҙуллина.

“Яҙмыш төйөндәре” рубрикаһы аҫтында Фирүзә Сыңғыҙованың “Һуңғы ялҡындыр был...” тип аталған яҙмаһы урын алған.

“Халыҡ һөнәрмәндәре” рубрикаһындағы Сәрүәр Суринаның мәҡәләһе башҡорт аҫалы балаҫына арналған.

“Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды”. Был рубрикала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Мәрүән ҡыҙы Ҡаһарманова бөгөн киң таралған ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре һәм уларҙан нисек һаҡланыу хаҡында һөйләй.

Йәйге ял мәле – бәләкәстәр өсөн айырыуса күңелле ваҡыт. Тәбиғәттең яңынан-яңы серҙәрен асып, әллә күпме белемгә эйә булдылар, рәхәтләнеп һыу инделәр, ҡомда ҡыҙындылар, балыҡ тоттолар, диңгеҙ менән таныштылар, витамин тулы файҙалы емеш-еләк менән кинәнгәнсе һыйландылар... Әлбиттә, әсәйҙәргә мәшәҡәттәр ҙә өҫтәлде. Үлән табын, йәшел һыуҙы, емеш-еләкте кейемдән нисек бөтөрөп була? “Мең дә бер кәңәш” рубрикаһы һеҙгә ярҙамға килер.

“Был фани донъяла кеше йыр-бейеүһеҙ йәшәй алмай”, – тип яҙа Мөҙәрис Даянов “Бейегән кеше һау була” мәҡәләһендә.

Сәй яны – ғаилә йәне, тиҙәр. Ысынлап та, “үпкә йөҙгәнсе” сәй эсергә әүәҫбеҙ. Ҡәҙерле ҡунағын да, йомошҡа ингән күршеһен дә сәйһеҙ сығармай башҡорт. Ҡара, йәшел сәй менән бергә үләндекеләре лә киң ҡулланыла. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары һалынған сәйҙе кем яратмай! Шулар араһында алһыу ҡыҙыл сәскәләре алыҫтан уҡ күҙгә ташланып, туғай-үҙәндәрҙе биҙәп ултырған боланут айырым урынды биләй. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Фирҙәүес Ноғоманова тап ошо үләндән сәй әҙерләргә өйрәтә.

“Таҡыя нағышы” бәйгеһе ҡыҙғандан-ҡыҙа. Был һанда Архангел районынан Роза Ғәббәсова менән Баймаҡ районынан Хәҙисә Мырҙаҡаеваларҙың ҡул эштәре күрһәтелгән. Һеҙ ҙә журналда барған “Әсә йөрәге”, “Башҡорт ҡурсағы”, “Таҡыя нағышы” бәйгеләрендә ҡатнашырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Күҙәтеүҙе Гөлшат Ҡунафина әҙерләне.



Теги: журнал яңы һан август




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook