Ғаилә аҙналығы бара

Ғаилә аҙналығы бара
“Беҙ Ғаилә йылында өйләнештек” – туйҙары иртәгә һәм иртәгә һуңға, йәғни 18 һәм 19 майҙа, буласаҡ йәштәр өсөн шундай акция көтөлә. Никахтарын шул көндәрҙә теркәйәсәк 140 пар машиналарына иҫтәлекле стикер аласаҡ. Был сара Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан үткәрелгән Ғаилә аҙналығы сиктәрендә ойошторола.

Аҙналыҡ дүшәмбе, “Ғаиләнең изгелек бумерангы” тигән хәйриә акцияһы менән башланғайны. Уның маҡсаты – коляска, велосипед, ултырғыс кеүек балалар әйберҙәре йыйып, мохтаждарға тапшырыу. Был әйберҙәрҙе ҡала һәм райондарҙа асылған “Ғаилә” үҙәктәренә килтерергә мөмкин.

Шишәмбе, Ғаилә көнөндә, “бәхетле сәғәт” тигән ғәҙәти булмаған акция уҙҙы. Уның сиктәрендә ойошмалар етәкселәргә ғаиләле хеҙмәткәрҙәрен бер сәғәткә иртәрәк ҡайтарырға тәҡдим ителде. Шаршамбы иһә “Ата-әсәңә шылтырат!” тигән саҡырыу аҫтында үтте.

Аҙналыҡ Конгресс-холда Ата-әсәләр форумы менән тамамланасаҡ. Унда ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшкән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә тәүге тапҡыр “Ата-әсә даны” тигән миҙал тапшырыласаҡ. Шулай уҡ “Июнь” сауҙа комплексында ойошторолған “Ғаилә ялы”нда ата-әсәләр балалары менән бергәләшеп ял итә аласаҡ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook