Һайлауҙар матбуғат үҙәгендә үткән сираттағы осрашыу
Һайлауҙар матбуғат үҙәгендә үткән сираттағы осрышыуға Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеүсе Ксения Собчактың ышаныслы вәкилдәре Луиза Усманова һәм Олег Королев килде. Журналистар һорауҙарына яуап биреү менән бер рәттән, улар һайлауҙар барышында хоҡуҡ боҙоуҙар осраҡтарын киҫәтеүгә йүнәлтелгән заманса алымдар ҡулланыуға ҡарата ла үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Яңы ысулдарҙың береһе - яһалма интеллект алымын ҡулланыу. Был ысул һайлауға килгән кешенең йөҙөн һәм тауыш биргән ваҡытын теркәү системаһына ҡоролған. Әммә бындай ысул граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән хоҡуҡиәтте боҙоуға килтерә, шуға күрә лә ундай алымдар ҡамиллаштырыуға мохтаж һәм, бәлки, киләсәктә ҡулланыуы мөмкин.
Теги: УчастОК УчастОК102 Башкортостан выборыпрезидентарф БудущееЗаНами