Республика Парламентында ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу мөмкинлеге тикшерелде

Республика Парламентында ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу мөмкинлеге тикшерелдеБашҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың экология буйынса закондарҙы камиллаштырыу буйынса эшсе төркөмөнөң ултырышы булып үтте. Унда Рәсәйҙә һәм шул иҫәптән Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның геопарктарын булдырыуҙы ҡануни яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

“ЮНЕСКО-ның глобаль парктары” программаһы статусы ЮНЕСКО-ның генераль конференцияһы ҡарары буйынса 2015 йылда раҫланған. Әлеге мәлдә 35 илдә 127 геопарк булдырылған. Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә ошоғаса бер парк та юҡ. Рәсәйҙең бер нисә төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан үҙ территорияларында геопарктар булдырыу тураһында заявка бирҙе. Башҡортостанда тәүге геопаркты республиканың төньяҡ-көнсығышында, Салауат районында ойоштороу планлаштырыла. Уның Рәсәйҙә тәүге геопарк булыуы ла ихтимал. 1 800 квадрат километрҙы биләгән территория халыҡ-ара һәм милли әһәмиәттәге егерменән ашыу геологик объектты берләштерәсәк, тип күҙҙә тотола. Биләмәлә төп иҫтәлекле урын булып Мәсетле киҫелеше тора.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook