Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!!!

“Аҙна һайын бүләк” конкурсына йөҙгә яҡын уҡыусыбыҙҙан квитанция күсермәләре килде. Шулай итеп, 2018 йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалыусы тоғро дуҫтарыбыҙ араһында уйнатылған һуңғы лото-уйындың еңеүселәрен иғлан итәбеҙ:
1. Рәхимова Н.А., Ишембай районы, Әхмәр ауылы, бүләк – бокалдар йыйылмаһы;
2. Айытҡолова В.С., Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы, бүләк – бокалдар йыйылмаһы.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!!!
“Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыусы, конкурсыбыҙға әүҙем ҡушылыусы барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы етеп килгән Яңы йыл менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!
Теги: журнал подписка лото-уйын