"БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”на яҙылыусылар бүләк ота!

Был юлы 4 бүләк уйнатылып, түбәндәге уҡыусыларыбыҙ еңеүсе тип табылды:
1. Ишкинина Фәүзиә – Күмертау ҡалаһы, Горький урамы, 1 – салат һауыттары.
2. Фәтхуллин Рим – Баймаҡ районы Басай ауылы – салат һауыттары.
3. Мөхәмәҙиева Альмира – Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы – бокалдар йыйылмаһы.
4. Иҫәнғолова Миңсара – Федоровка районы Иҫке Сытырман ауылы – бокалдар йыйылмаһы.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләп, “Башҡортостан ҡыҙы” менән бергә булыуҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Бүләктәрҙе редакциянан килеп алырға. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ИНН күсермәһен алып килеүегеҙ һорала.
Кемдәр киләһе йылға “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылған, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ, электрон почтабыҙға (bashkizi@yandex.ru) һалһағыҙ ҙа була. Ә кемдәр әлегәсә журналға яҙылмаған, тиҙ арала почта бүлексәһенә барып, яратҡан баҫмағыҙға яҙылып, уйынға ҡушылығыҙ! Күреүегеҙсә, “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыусылар аҙна һайын бүләк ота!
Теги: журнал подписка лото-уйын