Рөстәм Хәмитов тәүге бала өсөн 300 мең һум алырға хоҡуҡлы йәш ғаиләләр категорияһын киңәйтеү бурысын ҡуйҙы

Рөстәм Хәмитов тәүге бала өсөн 300 мең һум алырға хоҡуҡлы йәш ғаиләләр категорияһын киңәйтеү бурысын ҡуйҙы«Ҡиммәтле бала эраһы башлана. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәле ғаилә сәйәсәте — төп өҫтөнлөктәр иҫәбендә», — тип белдерҙе бөгөн Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә.

Республика башлығы Хөкүмәткә тәүге бала өсөн 300 мең һум алырға хоҡуҡлы йәш ғаиләләрҙең категорияларын киңәйтеү мәсьәләһен, шулай уҡ уны файҙаланыу йүнәлештәрен ҡарарға ҡушты.

«Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. — Уларға булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 10 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә, социаль ярҙам саралары ҡулланыла. Беренсе балаһы тыуған йәш ғаиләләр 300 мең һум аҡса ала. Шулай итеп, икенсе бала өсөн әсәлек капиталы һәм өсөнсөһө өсөн ер участкаһы биреү менән бергә республикала балалы ғаиләләргә ярҙам итеү системаһы булдырылды».

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостандың әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, перинаталь үҙәктәр төҙөү, социаль етемлекте иҫкәртеү өлкәһендәге тәжрибәһе федераль кимәлдә танылыу алды. Республика башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы алып барған эштең, иғтибар үҙәгендә ғаилә булған мөхитте үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

«Муниципалитеттарҙы бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләренә әйләндереү йәһәтенән сараларҙы бойомға ашырыу буйынса перспективалы программа күҙаллана. Программаның төп идеяһы — бәхетле тормошҡа юл ғаиләнән башлана», — тине Рөстәм Хәмитов.
«Башинформ»



Теги: Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәтнамәһе




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook