Рөстәм Хәмитовтың мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә ҡиммәттәренә ҙур иғтибар бүленде — республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе

Рөстәм Хәмитовтың мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә ҡиммәттәренә ҙур иғтибар бүленде — республиканың Яҙыусылар союзы рәйесеРөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә ҡиммәттәрен байҡау, һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленде, тип билдәләне Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.

«Рухи ҡиммәттәр ғаиләлә һаҡлана. Республикабыҙҙа ошо йүнәлештә һәйбәт йолалар бар: ағинәйҙәр хәрәкәте йылдан-йыл әүҙемләшә, атай-олатайҙарҙың абруйын күтәреү өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. 2017 йылда Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ғаилә байрамын ойошторҙо, ә бөгөн Рөстәм Зәки улы 2019 йылда республиканың 100 йыллығы уңайынан Бөтә Рәсәй ғаилә фестивале уҙғарыласағын әйтте», — тине Зәки Әлибаев.

Шулай уҡ спикер мөрәжәғәтнамәлә байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү талап иткән мәғариф өлкәһенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.

«Шуныһы ҡыуаныслы: республика башлығы һүҙҙәренсә, дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүгә иғтибар кәмемәйәсәк. Был — бик ыңғай күренеш», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе.

Башҡортостан Республикаһы башлығы сығышының төп тезистары менән бында танышырға мөмкин.

Сығыштың стенограммаһы Башҡортостан Башлығы сайтында баҫылған.
«Башинформ»




Теги: Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәтнамәһе




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook