Константин Толкачев: «Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә»

Константин Толкачев: «Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә»Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе.

«2017 йыл Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын — ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, был юлы төбәк Башлығы үҙенең сығышында мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле».

Төбәк Башлығының Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе парламенттың закон сығарыу сәйәсәтен һәм Хөкүмәт эшен планлаштырыу өсөн нигеҙ булып тора.

«Мин республика парламенты комитеттары рәйестәренә Мөрәжәғәтнамәнең бөтә тезистарын ентекле өйрәнергә һәм тикшерергә, ҡуйылған эшкә төшөнөргә ҡуштым. Ошо арала мөрәжәғәтнамәнең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын әҙерләйбеҙ, уға закон сығарыу ҡарарҙары, парламент тыңлауҙары, эшсе төркөмдәр булдырыу, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, башҡа сараларҙы индереү ҡаралған. Был документты декабрь айында ҡабул итеп, киләһе йылдың тәүге көндәренән үк ошо план буйынса эш башларға ниәтләйбеҙ», — тип һөйләне Константин Толкачев.

Парламент спикеры башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, бизнес берләшмәләре вәкилдәре, киң йәмәғәтселек тә Мөрәжәғәтнамәнең тезистарын иғтибарлап өйрәнер тигән ышаныс белдерҙе. Күптәр ошо документты республиканы үҫтереүҙең дөйөм стратегияһы булараҡ ҡабул итә, был Мөрәжәғәтнамәнең һәр тезисын тиҙ арала үҫтереүгә һәм тормошҡа ашырыуға этәргес бирә.
«Башинформ»



Теги: Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәтнамәһе




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook