“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ноябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ноябрь һанына күҙәтеүРеспубликабыҙҙағы ижтимағи ойошмалар араһында ҡабатланмаҫ йөҙө, сағыу тауышы, тәрән йөкмәткеле ғәмәлдәре менән айырылып торған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте асылы менән балаһы өсөн йән атыусы айбар әсәне хәтерләтә. Декабрь башында ул йыясаҡ оло ҡор алдынан йәмғиәттең бөгөнгө иң әүҙем ағзаларының йөрәк һүҙен еткергән “Башҡортостан ҡыҙы”.

Республика перинаталь үҙәгенең ярҙамсы репродуктив технологиялар бүлеге мөдире Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы Үҙәнбаеваның тормош юлы Башҡортостан медицинаһы үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Англияла пробирка эсендә яралған Луиза Браун исемле ҡыҙҙың тыуыуы бөтә донъяны шаулатһа, 1986 йылда Рәсәйҙә ошондай ысул менән барлыҡҡа килгән Ленаның яҙмышы күптәрҙе тетрәндерә. Башҡортостанда ошо эштәрҙең инешендә тороу, бүлекте булдырыу, етәкләү тап Рәмилә ханым иңенә төшә. Тышлыҡты биҙәгән Рәмилә Үҙәнбаева тураһындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева “Бәхетле яҙмыш яҡтыһы” тип атаған.

“Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһы аҫтында Гөлдәр Яҡшығолованың хозур тәбиғәтле Бөрйән районында ғүмер итеүсе абруйлы хеҙмәт ветераны, ете ҡыҙға ғүмер бүләк итеүсе Зәлифә Дауытова хаҡындағы мәҡәләһен уҡырһығыҙ.

“Парлы ғүмерҙәр”ҙә Альбина Ғөбәйҙуллина “Асылыбыҙ – донъя ҡотайтыу” тигән мәҡәләһендә Мәләүез ҡалаһында тормош көткән Гөлназ менән Флүр Аҡсуриндарҙың тырыш һәм спорт һөйөүсән ғаиләһенә арнаған.

Ейәнсура районынан Гөлзирә Юлдашбаева гармунсы Хөсәйен Юлдашбаев хаҡындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

Андроид-телефондар, компьютерҙар – яңы быуын өсөн тыумыштан күнегелгән, көндәлектә ҡулланылған ғәҙәти әйберҙәр. Улар файҙаһы, уңайлылығы менән бергә әллә күпме хәүеф тә килтереү ҡурҡынысы менән янай. Гөлнара Хәлфетдинованың “Ике донъя араһында – балалар” тигән мәҡәләһе тап ошо теманы яҡтырта.

“Әҙәби балҡыш”та Йомабикә Ильясованың хисле шиғырҙарын, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Өс бәхетле көн” тигән мөхәббәт сюжетына ҡоролған мауыҡтырғыс хикәйәһен уҡырһығыҙ.

”Йондоҙло яңылыҡтар”ҙа Халыҡ-ара “Иҙел” башҡорт һәм татар йыры фестиваль-бәйгеһенән репортаж тәҡдим ителһә, “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында изге китабыбыҙ Ҡөрьәндәге һандар сере менән танышырһығыҙ.

“Сихәт” рубрикаһының был сығарылышында Альмира Кирәева медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-эндокринолог Гөлзифа Әбүшахманова менән быуаттың “татлы” сире – шәкәр ауырыуы хаҡында әңгәмәләшә.

“Минең өлгөр әсәкәйем”. Рәшиҙә Мәһәҙиеваның ҡәҙерле кешеһе тураһындағы мәҡәләһе “Хәтер яҡтыһы” рубрикаһы аҫтында урын алған.

“Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә”, – ти билдәле журналист, республика матбуғатына бағышлаған ҙур хеҙмәтенең ун биш йылын журналыбыҙға арнаған Флорида Иҫәнбаева. “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50” бәйгеһе сиктәрендәге уның ҡыҙыҡлы ла, йәнле лә, фәһемле лә хәтирәләре уҡыусылар күңеленә айырыуса хуш килер, тип уйлайбыҙ.

“Милли биҙәк” рубрикаһында Учалынан Азат Ғарипов башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйбере дәүәт тураһында яҙа.

“Тәмлекәс”тең был сығарылышында Өфө районынан Гөлшат Дәүләтшина тәме менән күптәрҙең күңелен яулаған, баҙыҡ төҫө күҙҙе ҡамаштырған “Ҡыҙыл бәрхәт” тортын бешереү серҙәре менән уртаҡлаша.

“Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһенә Рәмилә Талипова йөндән эшләгән ҡурсағын тәҡдим иткән. Ә һеҙ, дуҫтар, яратҡан журналығыҙҙа барған бәйгеләргә эштәрегеҙҙе ебәрергә онотманығыҙмы? Ашығығыҙ, тиҙҙән йомғаҡлау мәле етә!
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.



Теги: журнал күҙәтеү




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook