“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һанына күҙәтеү
Баҫмабыҙҙың октябрь һаны тышлығын биҙәгән, ғүмер буйы үҙен балаларына, иренә һәм бейеүгә арнаған, ғаилә эшен алға ебәреүгә фиҙакәр көс түккән, йәшлек хыялын тормошҡа ашырып, “Байыҡ” бәйгеһендә Гран-при алған Рәйлә Ниғәмәтйәнованың булмышы, нәҫел тарихы һүрәтләнә. Ғөмүмән, ғаиләнең фермерлыҡ эшенә нисек тотоноуы, ошо юҫыҡта үткән кәртә-һынауҙары менән Гөлназ Ҡотоеваның “Донъя тотҡаһы“ тигән мәҡәләһе арҡылы танышырһығыҙ.
“Хәтер яҡтыһы” рубрикаһындағы “Башҡортомдоң аҫыл ҡыҙы Фәрхиназ” тигән мәҡәләлә Гөлназ Ҡотоева 1910 йылда С.М. Проскудин-Горский тарафынан Башҡортостанда төшөрөлөп, әле Америкала һаҡланған фотоның тарихын бәйән итә. Ғәжәйеп бер осраҡлылыҡмы, әллә күктәр ҡушыуымы, бер быуаттан фотола һынландырылған ҡатындың бүләһе икенсе ҡитғала уны табып аптрып ҡала. Йор һүҙле, сәсән телле, ҡулынан һәр төрлө эш килгән сая һылыу Фәрхиназ Борханованың үҙе һәм әлеге көндә ил күрке булып йәшәгән нәҫеле хаҡындағы яҙма – был һаныбыҙҙың үҙенсәлекле биҙәге.
Уҡыусыларыбыҙ көтөп алған “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында Фәнирә Ғайсина нәфсе тойғоһо һәм уның йәшерен сағылыштары хаҡында һөйләй.
“Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһында Альбина Ғөбәйҙуллина үҙен ололарҙы дауалауға бағышлаған табибә Лилиә Шәңгәрева менән был үҙенсәлекле һөнәрҙең нескәлектәре хаҡында ғына түгел, ғаилә ҡиммәттәре, бөгөнгө йәш ғаиләләрҙең хәле, уларҙың киләсәге хаҡында да фекер алыша.
“Ауыл һулышы” рубрикаһында иһә Гөлшат Ҡунафинаның “Умартасыла ҡунаҡта” тип аталған мәҡәләһе урын алған. Унда Ғафури егәрлеләре Рәмзилә һәм Илфат Ваһаповтарҙың ғаилә эшен нисек башлап яйға һалыуҙары, матур парҙың умартасылыҡтан тыш башҡа ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында ла мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр бирелгән.
“Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһында Гөлнара Хәлфетдинова Ҡазан ханлығының һуңғы ханбикәһе Сөйөмбикәнең ҡатмарлы яҙмышы һәм данлы хәтере тураһында һөйләй.
“Әҙәби балҡыш”та Марат Әминевтың “Нигеҙ” хикәйәһе тәҡдим ителә. Ябай ауыл иренең тормоштағы хаталары һәм уңыштары аша әхлаҡ, намыҫ кеүек төшөнсәләр хаҡында уйланырға саҡыра автор. Шулай уҡ был бүлектә шағирә Лилиә Һаҡмарҙан йылы, мөхәббәтле шиғри күстәнәс тә бар.
“Һөнәренең оҫтаһы” тип Гөлдәр Яҡшығолова был юлы журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, Баймаҡ районы Билал ауылы каитапханасыһы Рәйхана Булатованы атай, уның тынғыһыҙ ҙа, йөкмәткеле лә хеҙмәте, ауылдаштарын китап уҡыу өсөн генә түгел, башҡа шөғөлдәр арҡылы ла үҙенә туплаған үҙенсәлекле китапхана хаҡында һөйләй.
“Бәхәс алмаһы”нда Илдар Ғәбитов ир-ат күҙлегенән айырылышыуҙар проблемаһына байҡау яһай һәм, эйе, дөрөҫ уйланығыҙ, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙы түгел, көслө затты яҡлай. Шул уҡ биттә уның фекеренә Ҡәҙим Аралбайҙың ҡапма-ҡаршы яуабы ла урын алған.
Журналыбыҙ киләһе йыл илле йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан әле баҫмабыҙҙа барған, журнал менән бәйле хәтирәләр, иҫтәлектәр бәйгеһенә хаттар килә. “Яҙмышыма төшкән бәхет” тип аталған яҙмаһында Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Земфира Тимербаева ла студент йылдарында нисек итеп журнал тышлығында сығыу бәхетенә ирешеүе хаҡында ғорурланып иҫкә ала.
“Йөрәк дәрестәре” рубрикаһында психолог Резеда Нагаева идеаль, һәр яҡтан камил һәм лайыҡлы иш эҙләп, ғүмерен яңғыҙлыҡта үткәреү ҡурҡынысы алдында торған кешеләр тураһында бәйән итә. Шулай уҡ был хәлдәргә тарыусыларға файҙалы кәңәштәр ҙә урын алған.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы. 21-се ҡала клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге етәксеһе Эльмира Ҡаһарманова, милли туҡланыу мәҙәниәте – хазина, тип раҫлай. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары хаҡында тулыраҡ Альмира Кирәеваның әңгәмәһендә уҡып белерһегеҙ.
“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында Асия Ғәйнуллинаның оҫталыҡ дәрестәре дауам итә. Был юлы ул текә таҡыяға бағышланған. “Тәмлекәс” бүлегендә шыттырылған арпанан, бойҙайҙан бешерелгән ризыҡтар, финиктан кәнфит тә күңелегеҙгә хуш килер.
“Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһе лә дауам итә, октябрь һанында Сәрүәр Аслаева ижад иткән милли уйынсыҡтар һүрәте урын алған.
Журналыбыҙҙы алдырып уҡып барыусы барлыҡ уҡыусыларыбыҙға ла ҙур рәхмәт, киләһе илленсе миҙгелдә лә бергә ҡалайыҡ. Почта бүлексәләре йә интернет аша киләһе йылға яҙылып ҡуйырға онотмағыҙ!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әҙерләне.
Теги: журнал Күҙәтеү подписка