“Башҡортостан ҡыҙы” журналының май һанына күҙәтеү
Баҫманың был һаны “Баш мөхәррир һүҙе” менән асыла.
“Матурлыҡ – уны баһалай белгән, таҙалыҡ – уны булдырған, мөғжизә – уға ышанған, бәхет уны һаҡлаған ерҙә бар, тиҙәр. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ баһаламағанда, башҡаларҙың фекере, йәмғиәттә нығынған ҡараш тәьҫирендә әллә ниндәй һығымталарға килергә мөмкин. Сәскә үҙен матур итеп һанауҙарына мохтаж түгел, ул бары нурҙарын сәсеп, илаһи бер нәфислек менән яҡтыра, үҙе бер мөғжизә булып балҡый. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең донъяла берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ булыуыбыҙҙы аңлап, һәр көндө ҡыуаныс менән ҡабул итеп йәшәйек!” – ти баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева “Донъяны ҡотҡарһын матурлыҡ!” тип аталған яҙмаһында.
Тышлыҡты биҙәгән Өфө районы Ҡыҙыл Яр мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, өс бала әсәһе Гүзәл Зөбәйерова хаҡында Гөлдәр Яҡшығолованың “Бәхет һәр кемдең үҙе менән...” мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.
“Силәбе башҡорттары саҡырыуы буйынса өлкәгә килгәндә Нурия Иҡсанованы күркәм сараны алып барыусы, тележурналист, гәзит мөхәррире булараҡ күрҙем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте көндәре осрашыуҙары сиктәрендә Ҡамса Мортазинды 50 йәшлек юбилейы айҡанлы тәбрикләгәндән һуң, урындағы телевидение өсөн “Уралым” тапшырыуына сюжет төшөрөлдө, эркелеп килгән халыҡҡа Нурия Сәғит ҡыҙы мөхәррир булған “Уралым” гәзите таратылды. Өлгөр, алсаҡ, ипле һылыу менән журнал уҡыусыларыбыҙҙы яҡынданыраҡ таныштырыу теләге бына шунда уянғайны”, – тип башлай Гөлназ Ҡотоева “Сая рухлы ҡыпсаҡ ҡыҙы” тигән мәҡәләһен. Һылыу һәм эшлекле башҡорт ҡыҙының тормошо, ижади асыштары һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ. Уның хаҡында тулыраҡ журнал биттәрендә уҡырһығыҙ.
Альмира Кирәеваның “Яҙмыш төйөндәре” рубрикаһы аҫтында баҫылған “Өфөлә бар бер йорт” мәҡәләһе Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге хаҡында булыр.
“Моң тылсымын сайпылтмайса”. Ошо исем аҫтындағы яҙмаһында Альбина Ғөбәйҙуллина Өфө “Нур” дәүләт татар драма театры актрисаһы, моңло тауышлы эстрада йондоҙо Айгөл Ғабдуллинаның ижади эшмәкәрлеге һәм тормош юлын, күңел серҙәрен асып һала.
“Әҙәби балҡыш”та был юлы Миләүшә Ҡаһарманованың “Һыбайлы” хикәйәһендә һүрәтләнгән тетрәндергес ваҡиғалар һәм Ғәлиә Фәйзуллинаның хисле лә, донъяуи ҙа шиғырҙары менән танышырһығыҙ.
“Ырыҫын белеп ылыҫ урмандың...” Гөлнара Хәлфетдинованың мәҡәләһе Әбйәлил районында йәшәгән, ғүмерҙәрен урман эшенә арнаған Рәмзиә һәм Әсләм Шәйхиндарға арналған.
“Йөрәк дәрестәре” рубрикаһында, һәр ваҡыттағыса, тормошта осраған ҡатмарлы хәлдәрҙе аңлау, уларҙан сығыу юлдары күрһәтелгән. Бәхәсләшкәндә мөнәсәбәттәр өсөн нимәләр ҡурҡыныс? Ныҡ никахтың нигеҙ ташы нимәнән тора? Табип-психотерапевт Резеда Нагаеваның яҙмаһында ошо һорауҙарға яуап алырһығыҙ.
“Рухиәттә – ваҡиға” рубрикаһында Гөлнара Буранҡаева быйыл экрандарға сыҡҡан “Бабич” һәм “Өфөнән һөйөү менән!” фильмдарына байҡау яһай.
“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында Фәнирә Ғайсина Рамаҙан айы үҙенсәлектәре тураһында яҙа.
Ырыуҙан ҡалыу осоронда нимә эшләргә? Нисек йәшлекте оҙайтырға? Был һорауға яуапты акушер-гинеколог, Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире Рәүфә Йәнтилинаның “Сихәт” рубрикаһы сиктәрендә баҫылған “Йәшлекте оҙайтайыҡ!” яҙмаһында табырһығыҙ.
“Тарих тирмәненән” рубрикаһында Гөлнара Хәлфетдинова Зәки Вәлиди менән Нәфисәнең мөхәббәт тарихы хаҡында яҙа. Ҡыҙыҡлы мәҡәлә “Иман нуры яҡтыртҡан мөхәббәт” тип атала.
Сәс ҡабы ниндәй була? Уны нисек эшләргә? “Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында башҡорт кейемдәре оҫтабикәһе Асия Ғәйнуллина был биҙәүесте яһау серҙәре менән уртаҡлаша.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов иһә “Милли биҙәк” рубрикаһында икенсе төрлө биҙәүес – һаҡал тураһында һүҙ алып бара.
Бәпембәнән ҡайнатма эшләй беләһегеҙме? Гөлшат Ҡунафина әҙерләгән “Тәмлекәс” рубрикаһының был сығарылышы йәшел үләндәрҙән төрлө ризыҡтар әҙерләүгә арналған.
“Шәп баҡсасы”ла мул уңыш алыу өсөн ҡыярҙы туҡландырыу, ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары хаҡында һүҙ бара.
Сигеүле алъяпҡыстарым –
Күңел күгем нағышы.
Алъяпҡыста һәр ҡатын-ҡыҙ –
Йәйғорҙоң нур балҡышы.
“Аллы-гөллө, селтәрле” бәйгеһенә килгән ҡул эштәре журнал биттәрендә донъя күрә килә.
Баҫма иғлан иткән “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!”, “Әсә йөрәге”, “Аллы-гөллө, селтәрле”, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы “Сәсәндәр үҙәге” менән берлектә ойошторолған “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеләрендә лә ҡатнашырға онотмағыҙ, әхирәттәр!

Теги: Күҙәтеү Журнал