Күңелдәрҙе иман яҡтыртһын
Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйы үтте.
Мәүлит Байгилде улы уҡыусыларға ике тиҫтә китабы аша таныш: улар араһында шиғри йыйынтыҡтар, роман-повестар, әкиәттәр, эпос-дастандар ҙа бар. Әммә әҙиптең был эше айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки донъялағы миллионлаған кешеләрҙең уртаҡ ҡомартҡыһы булған изге китапты тәржемә итергә йөрьәт итеү – үҙе үк оло яуаплылыҡ, ә инде уның мәғәнәһен юғалтмайынса шиғри аңлатма биреү рухи батырлыҡҡа тиң.
Тамашаны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән. Рәүис Заһитов, Нурия Ирсаева, Миңзәлә Хәйруллина, Гүзәл Маликова, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева, Илдар Ғүмәров, Ирек Булатов, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Сәғиҙулла Байегет, Радик Динәхмәтов һәм башҡа билдәле сәхнә йондоҙҙары Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатмаларын уҡып ишеттерҙе, мөнәжәттәр яңғыратты, иманлы йырҙар менән күңелде нурланы. Мәүлит Байгилде улына дин әһелдәре, ҡәләмдәштәре, яҡташтары бик күп йылы һүҙҙәр еткерҙе, милләтте, туған телебеҙҙе данлаған оло хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы исеменән милләтен эше менән данлаған уҙамандың иңенә хөрмәт йөҙөнән һөлгө япты.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Теги: