Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе

– 2017 йылдан ауыл хужалығында субсидияны һалым буйынса бурысы булмаған предприятиелар аласаҡ. Беҙгә ауыл хужалығы предприятиеларының яртыһынан күберәгенең һалымды түләп еткермәгәнлеге билдәле булды. Һалым бурысы бар икән, ойошмаға субсидия тейеш түгел. Ауыл хужалығы – беҙҙең өсөн бик мөһим тармаҡ. Киләһе йылдарҙа ошо тармаҡҡа ярайһы уҡ ярҙам күрһәтеләсәк. Быйыл иһә федераль һәм республика бюджеттарынан 3-4 миллиард һум бүлеү күҙаллана. Шулай уҡ льготалы кредиттар ҙа алырға мөмкин буласаҡ.
Теги: Тура линия