Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе

– Башҡортостан хеҙмәт хаҡы буйынса Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән һәр саҡ ҡалышты, сөнки беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй.
Үкенескә ҡаршы, ауыл бөгөн тейешенсә финансланмай, ауыл эшсәндәренең хеҙмәт хаҡы түбән. Шунлыҡтан Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы ла ҙур тип әйтеп булмай. Иң элек ауыл хужалығында эш хаҡын арттырырға кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әле беҙ республиканың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын төҙөйбөҙ. Ошо документта төп йүнәлештең береһе – эш хаҡын арттырыу. Эш хаҡы аҡрынлап, эҙмә-эҙлекле үҫәсәк – тип өҫтәне ул.
Теги: Тура линия