“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Башҡортостан ҡыҙы” хеҙмәткәрҙәре! Мин Рәми Ғариповтың тәүге мөхәббәте Марият Ғайсина булам. Уның көндәлектәрен, шиғырҙарын уҡыһағыҙ, мине беләһегеҙҙер тип уйлайым. Беҙ бер йылғы, мин дә – интернатта тәрбиәләнгән ҡыҙыҡай. Мин – 1951, ә Рәми 1950 йылғы сығарылыштан. 1968 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге һанын ул миңә ебәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған. Яңынан уҡып сығыр инем.... Үҙем Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһында йәшәйем. Бында башҡорттар күп. Уларға һәр ваҡыт журнал биреп уҡытып торҙом. Инде бында ла, Силәбе өлкәһенә ҡараған Бакалда ла, уҡытырға тырышырмын. Әлегә, Аллаға шөкөр, Мәҙәниәт һарайына йөрөйөм, сәхнәнән төшкәнем юҡ. Мандолинала уйнайым. Йырлап та ебәрәм, тик бер ҡыйынлыҡ бар: бер ҡалала ла мандолина һатылмай, ҡылдарын да тапмаҫһың. Элек бит бөтәһе лә була торғайны.
Бәлки, осрашырбыҙ. Миңә ҡунаҡҡа килегеҙ. Иң яҡты, изге теләктәр менән, һеҙҙән яуап көтөп, Марият”.
Ошондай йөкмәткеле хат алғас, тулҡынланыуымдың сиге юҡ. Күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратам, алмайҙар. Иҫкә төшкән һайын йыш-йыш йыям һандарҙы: яуап биреүсе юҡ. Әлбиттә, ҡош телендәй сәләм дә яҙып ебәреп була. Хатығыҙҙы алдыҡ, юл төшкәндә инеп сығырбыҙ, тип тынысландырып. Әммә күңел теге остан яуап булырын һиҙә. Бына Силәбегә саҡырыу алдыҡ. Марият хаҡында бер туҡтауһыҙ уйлайым. Тағы телефон һандарын йыям. Был юлы, ниндәй бәхет, ул үҙе яуап бирә! Эй, илаһым! Тимәк, алда тулҡынландырғыс осрашыу”...
Журналдың был һаны Гөлназ Ҡотоеваның Силәбе өлкәһенә сәфәре, Шағирҙың тәүге мөхәббәте хаҡындағы “Мөхәббәт мәңгелек” исемле ҡыҙыҡлы мәҡәләһе менән асыла.

“Йөрәк дәрестәре” рубрикаһы аҫтында Альмира Кирәеваның “Илһөйәрлек – булмышыбыҙҙа” тип аталған мәҡәләһе урын алған.
“Йәне илһөйәрлек менән һуғарылған, был халәте йәшәү рәүешендә, ғәмәлдәрендә сағылған аҫыл заттар менән көслө төйәгебеҙ. Ике йылда үҙен республикала ғына түгел, унан ситтә лә танытып өлгөргән “Мин – илһөйәр” төбәк-ара ойошмаһы ағзалары ла изге ниәттәрен уңышлы тормошҡа ашыра.
“Илеңде яратыуҙы көндәлек тормошта нисек итеп раҫларға?” – Даланлы эшҡыуар, сәмле спортсы, БР Ҡатнаш хәрби көрәш федерацияһы президенты Руслан Зариповтың күңелендә оҙаҡ йөрөгән һорауға яуап булараҡ барлыҡҡа килә лә инде был ойошма. Руслан Булат улы үҙе тирәләй йәнтөйәгебеҙ, оло Ватаныбыҙ, халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған, ялҡынлы йөрәкле фекерҙәштәрен туплаған. Ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙең ни өсөн бөгөн үтә мөһим булыуын еткереүҙе маҡсат иткән ойошма Рәсәй Геройҙары ассоциацияһы ярҙамында төҙөлгән һәм үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Башлығы булышлығында алып бара”, – тип яҙа автор.


“Ғашиҡтар көнөндә тыуған Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы Хисмәтуллина күркәм юбилейын – 90 йәшен билдәләне. Оло йөрәкле ҡатынға ысынында мөхәббәтле, бәхеткә тулы яҡты ғүмер насип була. Сабыр аҡылы, эшһөйәрлеге, ярата һәм яраттыра белгән саф йөрәге менән яулай ул һәр бәхет үркәсен. Тормош иптәше Фәйзрахман Шәйхетдин улы менән ҡорған татыу ғаиләләрендә үҫкән балалар ҙа намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәүҙе һәм халҡы өсөн хеҙмәт итеүҙе төп тормош ҡануны итеп ала. Әммә яҙмыш изге бәндәләренә ниңәлер аяуһыҙ шул, бәхеттәрен, ихтыяр көстәрен, ныҡлыҡтарын әсе тетрәнеүҙәр менән һынай. Һөйөклө тормош иптәшен, өлкән улы менән ҡыҙын, өс ейәнен юғалтыу ғазабын кисереү күңеленә ауыр яра һалһа ла, әсә йөрәге таш булып ҡатмай, ә киләсәккә яҡты ышаныс, яҡындарына наҙлы хәстәр, тормошҡа һөйөү менән баға”. Альбина Ғөбәйҙуллина алып барған “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһындағы мәҡәлә “Аҫылдар илендә” тип атала.

“Билдәле әҙибә, уҡытыусы, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаева күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Азалия Мирзаева уның менән әңгәмә ҡорҙо.
“Изге күңелле кеше һис ҡасан кешегә насарлыҡ эшләмәҫ, яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәҫ. Әммә дин яуыздарҙан һаҡ булырға өйрәтә. Йылан саҡмай тора алмай. Яуызлыҡ – шайтандан, тибеҙ. Әҙәм балаһының иман ныҡлығын һынар өсөн Аллаһ ергә Шайтанды ебәргән. Төрлө ауырлыҡтар беҙгә иманыбыҙҙы һынау өсөн бирелә. Һынауҙарҙы һынмай үткәндәр ҡасан да бер бәхеткә юлыға “, – ти яҙыусы.

“Ер йөҙөндәге һәммә күренеш үҙ-ара тығыҙ бәйле, һәр ғәмәл, ҡасан да булһа, ағымдағы ваҡиғаларға ыңғай йә кире йоғонто яһап, киләсәккә ойотҡо һала, бер һүҙ менән әйткәндә, япраҡ һелкенеүенең дә үҙ мәғәнәһе бар. Мең ҡыуаныс үә әрнеү аша үтеп, байтаҡ күңел ҡайтыуҙарын һәм һанап бөткөһөҙ илһамлы минуттарын да кисереп, инде ғүмеренең олпат миҙгеленә аяҡ баҫҡан ҡәләм оҫтаһы, билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙ журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Фәүзиә ЛАТИПОВА үткән юлдың һәр боролошонда был хәҡиҡәт үтә лә асыҡ сағыла”. Уның хаҡындағы мәҡәләһен Гөлнара Буранҡаева “Бер япраҡ саҡлы ғына” тип атаған.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһы был һанда һеҙҙе Мөнир Ҡунафиндың “Шаҡмаҡ ҡояш” хикәйәһе, Рамай Ҡаһирҙың шиғырҙары менән һыйлар.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында һүҙ “Иртәнге намаҙ” тураһында бара.


Ул Украинала тыуған. Белоруссияла дан ҡаҙанған һәм ерләнгән. Ә Башҡортостанды йәнтөйәге тип һанаған. “Башҡортостанды тыуған илем тип иҫәпләйем”, – тип яҙа 1945 йылда үҙенең автобиографияһында 8-се Рогачев партизандар бригадаһы комиссары Александра Захарова. Йылдар үтеү менән ул Белоруссия ССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары булып китәсәк. Белоруссия журналисы Максим Ғацактың “Башҡортостан – тыуған илем” мәҡәләһе лә уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы булыр.

“Ни хәлдәһең, оло кеше?” Ошо рубрика аҫтында Ильяс Таҡаловтың мәҡәләһе “Трамвай йөрөтөүсе Фатима” тип атала. 1 февралдә Өфө трамвайы ебәрелеүенә 80 йыл тулды. 18 йәшенән баш ҡалаға килеп, бөтә ғүмерен ошо уңайлы, тиҙ йөрөшлө “тимер ат”ты йөрөтөүгә арнаған, хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ эшләп, яратҡан һөнәренән саҡ айырылған Фатима Исмәғил ҡыҙы Вәлишина хаҡындағы яҙма күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр”, – тип яҙа ул.

“Ун һигеҙ йыл буйы үҙен көйләп, бер матур ҡалыпта ¬– уҡытыусы ролендә йөрөп өйрәнгән ханыма элекке коллегалары осраһа, үҙгәргәнһең, тип аптырай. Яңы тормош башлағас, уға ысынлап та, донъяға ҡарашын ғына түгел, үҙен тотошон, хатта һөйләшеү стилен, тормошҡа мөнәсәбәтен дә ҡырҡа үҙгәртергә тура килә. Сөнки хәҙер көн һайын үҙ аяҡтарында ныҡ баҫып торған йәш кешеләр, эшҡыуарҙар менән аралаша, улар менән эшләй. Ә бизнес кешеләре – һәр яҡлап та ирекле халыҡ. Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Шәрипова шуға шаярып, ябайлаштым, етди ҡиәфәтемде ситкә алып ҡуйҙым, ти”. Гөлнара Хәлфетдинованың “Рәхмәт, яҙмыш, һәр бер һынауыңа!” тип аталған мәҡәләһе “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһында урын алған.


“Ҡатын-ҡыҙ ир-егет өсөн тулы хоҡуҡлы, ысын дуҫ була алмай, минеңсә. Ике зат араһында енси ылығыуҙан башҡа хис булыуы мөмкин түгел”, – тип яҙа Илдар Ғәбитов. Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? “Бәхәс алмаһы” рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләне уҡып, редакцияға үҙ фекерҙәрегеҙҙе лә яҙып ебәрә алаһығыҙ.


“Йөрәктә йыйырсыҡтар юҡ, унда йөйҙәр генә ҡала, тигән бер әҙип. Был тап шулай. Донъяның бөтә илдәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үлемгә, инвалидлыҡҡа килтергән төп сир булып тора. Йыл һайын уларҙан Ер шарында 15 миллиондан ашыу кеше үлә. Был үлемдәрҙең күбеһенә миокард инфаркты сәбәпсе.
Инфарктты тәүге минуттарҙан нисек белергә, был ауырыуға ниндәй билдәләр хас, уны дауалау үҙенсәлектәре ниндәй? –Ирина Николаеваның “Сихәт” рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләһендә ошо ауырыу хаҡында һүҙ бара.

“87 йәшлек өләсәйем һуғыш ваҡытында бала ғына килеш баш күтәрмәйенсә колхозда эшләгән. Ләкин был турала хеҙмәт кенәгәһендә бер нәмә лә яҙылмаған. “Шаһитбыҙ” тип, ул заманда эшләүен дәлилләрлек быуындаштары ла ҡалмаған, сөнки ауылыбыҙҙа иң өлкән кеше – өләсәйем. Уның тыл хеҙмәткәре икәнен раҫлау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй ҡағыҙҙар йыйырға кәрәк икән?”
“Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ” рубрикаһындағы мәғлүмәттәр оло йәштәгеләргә ҡағыла.

“Милли биҙәк” рубрикаһында Азат Ғарипов Учалы яғаларының үҙенсәлектәренә туҡтала.

Бөгөн бәйләү һәм үреүҙең ниндәй генә ысулы юҡ! Шуларҙың береһе фриволите төйөндәр ярҙамында селтәр үреүҙән ғибәрәт. Ул йылдан-йыл үҫешә, күптәрҙең төп шөғөлөнә әйләнә бара. Ҡул эшенең был төрөнә ҙур, ҡатмарлы ҡорамалдар ҙа талап ителмәй. Үҙенсәлекле биҙәктәрҙең төп өлөштәре булып дуғалар һәм дүңгәләктәр тора. Башлыса ошо ике элементтан иҫ киткес нескә селтәрле әйберҙәр ижад ителә: ашъяулыҡтар, яғалар, муйынсаҡтар, алҡа-һырғалар, кейемдең биҙәкле өлөштәре... Был һанда фриволите оҫтаһы Айгөл ШӘЙӘХМӘТОВА алҡа һәм беләҙек эшләргә өйрәтә.


Иттең файҙаһы һәм зыяны хаҡында бәхәстәр һуңғы йылдарҙа туҡтамай. Ни генә тиһәң дә, ит башҡорт аш-һыуында электән ҙур урын алып торған, бөгөн дә ул төп аҙыҡтарыбыҙҙың береһе булып ҡала. Ҡыштың һалҡынында ҡоротлап йылы һурпа эсеү, бишбармаҡ ашау ни тора! “Тәмлекәс” рубрикаһында иттән төрлө ризыҡтар әҙерләү ысулдары күрһәтелгән.

Дуҫтар, әхирәттәр! Журналда иғлан ителгән “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!”, “Әсә йөрәге”, “Аллы-гөллө, селтәрле” бәйгеләрендә лә ҡатнашырға онотмағыҙ!



Теги: Күҙәтеү журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook