
2017 йылдың Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителеүен һөйөнөп ҡаршы алдыҡ. Бөйөк шағирыбыҙ Ш. Бабичтың: «Тупраҡ башҡорт бәхетелер, Бәхетебеҙҙең тәхетелер», – тигән юлдары халҡыбыҙҙың ергә ысын һөйөүен, уға бәйлелеген тулыһынса сағылдыра. Йәшәү көсө биргән, ҡуйынында тарихыбыҙҙы һаҡлаған ғәзиз төйәгебеҙҙең хозур тәбиғәтенә аяулы булайыҡ!

Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ер. Ф. Ғазин фотоһы.