Еләнемә – 3D-тәңкә, сәсемә – 3D-сулпы...
Донъяла өс үлсәмле технологиялар йылдам үҫә. Хәҙер инде улар ярҙамында көнкүреш тауарҙары, уйынсыҡтар эшләнә, аҙыҡ-түлек баҫыла, медицинала кеше ағзаларына алмаш яһала. Шанхайҙағы бер компания бетондан тәүлек эсендә 200-әр квадрат метрлы ун бина төҙөп ултырта торған 3D-принтер эшләгән. Бер бинаны ҡороу ни бары 4800 долларға төшкән. Буйы 30 метр, иңе 11 метр һәм бейеклеге 7 метр булған 3D-принтер стеналарҙы, түшәм-иҙәндәрҙе бетондан ҡоя. Амстердамда иһә ҡытайҙарға тиклем үк ошо ысул ярҙамында бер нисә ҡатлы, 13 бүлмәле йорт төҙөй башлағайнылар. Ул йорттоң өлөштәрен махсус пластиктан баҫалар.
2018 йылға донъя баҙарына 2,3 миллион дана 3D-принтер ҡуйыласаҡ, тип көтөлә. Тауар бар икән, тимәк, уға һорау ҙа бар.
Яндекс Маркет эҙләгесенә «3D-принтер һатып алырға» тигән үтенесте яҙғас, ул 66 интернет-магазиндың 1200-ләп тәҡдимен сығарып һалды. Хаҡтары 55-60 мең һум самаһынан башлана. Ә 3D-ручканы 3 мең ярым һумға алырға була. Ручка 1,75 мм йыуанлығындағы ABS-еп менән эшләй. Уның менән селтәрле ваҡ-төйәк элементтар яһап алырға мөмкин. Бала-сағаға күләмле һүрәт төшөрөп өйрәнергә йәтеш.
Яңы технологияны Башҡортостан рәссамы Илдар Ғатауллин бик уңышлы ҡуллана. Башҡорт кейемдәрен, биҙәүестәрен реставрациялау һәм реконструкциялау менән шөғөлләнгән был оҫта боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме өсөн тәңкәләрҙе 3D-принтерҙа пластик ептән ҡоя. Үҙенең «Бәйләнештә» сайтындағы сәхифәһендә Илдар былай тип яҙып ҡуйған: «Беҙ донъяла беренсе булып 3D-принтерҙа милли костюм эшләнек. Беҙҙең 3D- костюм 3D-сканер аша үткәрелде һәм уның 3D-моделе эшләнде. Беҙҙең 3D-костюм беренсе булып 3D-принтерҙа (һын рәүешендә) баҫылды. Беҙ беренсе булып милли биҙәүесте 3D-ручка менән яһаныҡ».
«Нимәгә кәрәк беҙгә бындай милли кейем?» – тип аптыраусылар ҙа табылыр. Илдарҙың дәлилдәре төплө. Көмөш тәңкәләр, мәрйендәр менән биҙәлгән башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеменең иң арзаны 100 мең һумдан ашыу тора. Театрға йә бейеү түңәрәгенә ошондай 20 костюм кәрәк булһа, ҡайҙан аҡса табырға? Тағы һырғалар, беләҙектәр, сулпылар кәрәк. Никахҡа, туйға милли күлдәк тегергә теләүселәр ҙә бар. Ошо проблемаларҙы 3D-принтер еңел генә хәл итә. Арзан, өҫтәүенә, еңел. 3D-принтерҙа һуҡҡан 12 см оҙонлоғондағы сулпыларҙың ауырлығы 20-30-ар грамм. Биҙәүестәрҙең төп нөсхәһендәге иң нескә биҙәктәр һәм һыҙаттар ҙа 3D-ҡалыпҡа индерелә ала. Биҙәүестәр аҡ пластиктан баҫыла, рәссам уларҙы, боронғолоҡ шауҡымы индереп, төрлө төҫкә буярға өйрәнә.
Күптән түгел Илдар Ғатауллин 3D-эштәре менән Мәскәүҙә 3D-нәшер һәм сканлау күргәҙмәһендә булып ҡайтты. Шулай итеп, хәҙер яҡташыбыҙҙың ҡаҙанышы Рәсәйҙә танылыу алды, донъяла ла милли биҙәүестәр нәшерләү йәһәтенән тәүге тәжрибә авторы ул Илдар Ғатауллин.

Әлфиә АҠБУТИНА.
Теги: