Сихәтләндереүсе «серле» таяҡтар
Парк буйлап саңғы таяғы менән китеп барған кешеләрҙе күреп, күптәр «был ни ғиллә» тип аптырар. Саңғы шыуырға саңғыһыҙ сығалармы икән ни, тиер. Нефтекамала ла башта ундайҙарға сәйерһенеп ҡарайҙар.
Баҡһаң, саңғы таяғына таянып йөрөүселәр һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙә бик популяр була барған скандинавса атлау тигән спорт төрө менән шөғөлләнә икән. Таяҡтары ла саңғы таяғы түгел, махсус, ти. Европала миллиондарса кешене йәлеп иткән был шөғөл башҡорт ҡалаһында нисек таралыу алған һуң? Скандинавса атлау клубын Нефтекамала күп матур эштәргә нигеҙ һалыусы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған. Бөгөн ул бер нисә тиҫтә кешене берләштерә, иң өлкәне етмеште үткән. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары булған эшҡыуарҙар байтаҡ өлкән йәштәгеләргә таяҡтар бүләк иткән.
Ә ҡалаға был мауығыуҙы сит илдән инглиз теле уҡытыусыһы Резеда Мозафарова алып ҡайтҡан. Ҡаты ауырыуға дусар булып, аяҡтан яҙыр хәлгә еткән Резеда Мәдхәт ҡыҙына табиптар Германиялағы бер клиникала ғына һауыға аласағын әйтә. Тик уҡытыусыла сит илдә дауаланырлыҡ ҙур аҡса ҡайҙан булһын инде? Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр, мәрхәмәтле яҡташтары операцияға етерлек аҡса туплай. Немец табиптары ай ярымда Резеда Мәдхәт ҡыҙын операцияһыҙ ғына аяҡҡа баҫтыра. Ә скандинавса атлау клиникала дауалауҙың бер өлөшө булып тора. Һауығып ҡайтҡас, ул был ифрат йоғонтоло спорт төрө хаҡында һөйләп, башҡаларҙы, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларын да уға ылыҡтыра.
Ҡайһы яғы менән шул тиклем файҙалы икән Нефтекама ҡатын-ҡыҙҙары яратҡан шөғөл? Ҡәҙимгесә атлағанда йәки йүгергәндә көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинавса атлау тәндең бөтә мускулдарын «эшләтә», 40 процентҡа күберәк калорияны «ашай». Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай. Әлбиттә, даими йөрөү йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан йөрөшөн, ҡан баҫымын һәйбәтләй, холестерин кимәлен төшөрә, артыҡ ауырлыҡтан арындыра. «Атлағанда арҡаны тура тоторға кәрәк, эйелергә ярамай. Ҡул алда булғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында – яҙырға. Үксәнән аяҡ осона баҫып хәрәкәт итергә. Бының бер ҡыйынлығы юҡ, уйнап ҡына китеп барған һымаҡһың. Тик башта барыбер табип менән кәңәшләшеп алырға кәрәк», – ти Резеда Мозафарова. «Серле» таяҡтар ярҙамында сихәтләнгән гүзәл ханым үҙ өлгөһөнә эйәреп, сәләмәтлек һуҡмағына баҫыусыларҙың артҡандан-арта барыуына ҡыуана.

Альмира КИРӘЕВА.
Нефтекама ҡалаһы.
Нефтекама ҡалаһы.
Теги: