Яуаплы ла, сауаплы ла аҙым
Етемлек донъяла иң ҡатмарлы социаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бала өсөн ғаиләлә йәшәүҙән һәм тәрбиә алыуҙан да тәбиғиерәк, шәхес булараҡ үҫеш өсөн уңышлыраҡ юл юҡ икәнлеген инде күп илдәр таныны. Республикабыҙҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бәләкәстәр ғаиләләрҙә тәрбиәләнһен өсөн күп эштәр башҡарыла. Өфөлә үткән һәм йәмғиәттә ғаилә, балалар, яуаплы атай-әсәйлеккә арналған, уңышһыҙ ғаиләләрҙе булдырмау һәм сабыйҙы аҫрауға алыусыларға ярҙам итеүҙең яңыса системаһын барлыҡҡа килтереүҙе төп тема итеп алған V Бөтә Рәсәй «Бергәләп – балалар өсөн!» күргәҙмә-форумын Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторҙо. Был сарала «Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге лә әүҙем ҡатнашты. Үҙәктең директоры Ольга Юрьевна КРЮЧКОВА сабыйҙарҙы үҙ ғаиләһенә алырға теләүселәрҙе борсоған имеш-мимештәрҙе таратмаҡсы.
– Балалар йортонан тәрбиәгә сабый алыу еңел аҙым түгел. Күпме уйҙар, икеләнеүҙәр аша үтергә тура килә. Инде бер ҡарарға килгәндә лә, күптәрҙе эргәһендәгеләрҙең кире ҡарашы, фекере туҡтата. Миҫалдар байтаҡ, тик уларҙың уңышлыһына ҡарағанда, уңышһыҙына нығыраҡ иғтибар ителә. Ҡурҡыу йыш ҡына имеш-мимештәргә ышаныу арҡаһында ла барлыҡҡа килә.
Балалар йортонда тормош-көнкүреш шарттары ни тиклем генә яҡшы ойошторолһа ла, һәр балаға ғаилә йылыһы, ата-әсә һөйөүе танһыҡ. Сер түгел, балалар йортона эләгеүселәрҙең байтағы матур ғаиләнән сыҡмаған. Күп осраҡта уларҙың ата-әсәһе, алкоголле эсемлектәр ҡулланып, сабыйҙарына кәрәкле тәрбиә бирә алмаған өсөн ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Шуны иҫәптә тотоп, күптәр, эскесенән тыуған бала киләсәктә мотлаҡ үҙе лә шундай буласаҡ, тип хата фекер йөрөтә. Организмдың иҫерткес эсемлеккә тиҙ бирешеүе нәҫелдән күсеүе билдәле, әммә алкоголизм, ауырыу булараҡ, туранан-тура бирелмәй. Был сиргә тормоштан ҡәнәғәт булмау, бер ниҙән дә йәм таба алмау, үҙеңде бер кемгә лә кәрәкмәгән бәхетһеҙ йән эйәһе итеп тойоу килтерә. Бәләкәсте ғаиләһенә ҡабул итеүселәр иһә, киреһенсә, уның өсөн яҡын кешегә әүерелеп, ауырлыҡтарҙан ҡурсалап, тормоштоң әсеһе-сөсөһөнә әҙерләп, ошо ауыр тойғоларҙың барлыҡҡа килеүенән аралай. Изге күңелле кешеләр, баланың яҙмышында хәл иткес аҙым яһап, был афәттән йолоп ҡалырға һәләтле.
Күҙҙәрҙең төҫө, йөҙ-ҡиәфәт гендар аша тапшырыла. Кешенең был тормошта үҙ урынын таба алыуына, уңышлы ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләүенә, лайыҡлы донъя көтә белеүенә иһә үҙе күргән тәрбиә, тирә-яҡ мөхит ҙур йоғонто яһай. Яратҡан һәм аңлаған атай менән әсәйҙең тормош һабағы, уҡытыусылар, түңәрәкте алып барыусы тренер балаға йәшәүгә йүнәлеш бирә. Ҡайһы саҡ йылы ҡараш, иғтибар ҙа етә.
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр аҡыл йәһәтенән артта ҡалған, тигән фекерҙе лә ишетергә тура килә. Бының менән бөтөнләй килешеп булмай. Бәләкәстең психик үҫеше бер аҙға тотҡарланған булыуы мөмкин. Яҡшы ғаиләгә эләккәндә, бындай бала тиҙ арала башҡа тиҫтерҙәрен ҡыуып етә. Әлбиттә, күңел йылыһы һәм байтаљ көс һалырға кәрәк буласаҡ. Бала менән махсус шөғөлләнергә лә тура килер, унан да бигерәк, аралашырға, тирә-яҡты танып белергә ярҙам итергә, ябай ғына нәмәләрҙе лә аңлатырға әҙер булыу мөһим.
Үҙ ҡаныңдан булмаған бала һине ярата аламы? Әлбиттә, тик сабый быны һеҙҙән генә өйрәнә ала. Тәүге көндән уның һеҙҙең ғаиләлә көтөп алынған сабый булыуын күрһәтергә тартынмағыҙ. Көн тәртибен балалар йортондағынан ҡапыл үҙгәртмәү хәйерле. Иң мөһиме – бала менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә, уның менән ваҡытты күберәк үткәрергә тырышырға кәрәк. Ә инде һеҙ ял иткәндә, бик теләһә лә, шауламаҫ өсөн телевизорҙы ебәреүҙән тыйылып тора; уҡырға яратып еткермәһә лә, өйгә эштәрен ентекле эшләй; уйын ҡыҙығыраҡ булһа ла, ярҙам итергә ынтыла икән – былар уның һеҙгә ҡарата һөйөү, ихтирам тойғоларының бөрөләнеү билдәләре. Ошо матур хистәрҙең сәскә атыуы өсөн бары уның ҡылыҡтары һеҙҙе ни тиклем ҡыуандырғанын билдәләп, үҙенә әйтеү ҙә мөғжизәле көскә эйә. Йылы һүҙ – йән аҙығы икәнлеген онотмайыҡ.
Ысынлап та, балалар йортонан сабыйҙарҙы уллыҡҡа, опекаға йәки патронатҡа алыу – бик сауаплы ла, яуаплы ла эш. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан ыңғай һәм кире яҡтарын ентекләп уйларға, ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Ни тиһәң дә, кеше яҙмышында ҙур аҙым был. Үҙегеҙҙекендә лә, баланыҡында ла...

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Теги: