«Мин һәр ваҡыт әсә булырға хыялландым...»
Үҙгәрәләр был донъяла бөтәһе лә,
Хөкөмдарҙар килә-китә, елә-үтә.
Ваҡыт аға замандарҙы тетә-тетә,
Бүтән яҙмыш текләп тора, йылдар үтә.
Рәшит Назаров
– А-ай... Аллаа-а-а! Сабыйымды ҡулыма алһам, имен-аман ҡотолһам... кеше әйберенә аслан ҡағылмаҫ, ғәйбәт һөйләмәҫ, ошаҡ йөрөтмәҫ инем. Ишетәһеңме, Тәңре?! – Тәңрене белмәйем. Ҡотластың (Ҡотлобикәнең – авт.) тәүбәгә килеп ятҡаны миңә бик ныҡ тәьҫир итте, хатта уның был рәүешле һөйләшә белеүенә аптыраным. – Миңә үс итеп, тыумаған баламдан үс алма инде, Аллам?! Үҙем зәғиф, үҙем ҡырҡ биш йәштәмен... Һуңғы өмөтөмдән яҙҙырма, ҡартайған көнөмдә яңғыҙ итмә мине, Мәүләм?! Яурынымдағы фәрештәләрем шаһит: бәндәгә изгелек иткән саҡтарым да булды инде...» – Был юлдарҙы мин үҙемдең бик йәш саҡта яҙған «Ярҙағы усаҡтар» (Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1990) исемле хикәйәмдән алдым. Өҙөктән аңлашыла ки: яңғыҙ, зәғиф, олоғайыу өҫтөндәге ҡатын балаға ауырый. Эргәһендә – аптыранған, ул-был була ҡалһа тип, ҡайсы тотоп ҡатып ҡалған йәп-йәш ҡыҙ ҙа йондоҙ тулы Илаһи Күк. Ҡарында – бала. Ул әлегә Ҡотлас-әсәне лә, уны уратып алған кешеләрҙе лә, хатта бөтәбеҙҙе лә бар ҡылған Илаһи донъяны ла белмәй. Ләкин ул тыуыуға ынтыла. Уны кем, нисек ҡаршы ала – улары мөһим түгел. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте һәм... әсә булған кешенең теләге менән тыуа бала.
Был хикәйә ингән китап уҙған быуаттың 90-сы йылдарында донъя күрһә лә, унан күпкә алдараҡ яҙылғайны. Ул йылдарҙа беҙ ЭКО (экстракорпораль аталандырыу) тураһында бик белмәй ҙә инек. Иллә мәгәр ЭКО юлы менән пробиркала яралған бала 1978 йылда Англияла инде тыуып, йәшәп ятҡан булған. Пробиркала яралған Луиза Браундың инде күптән ғәҙәти юл менән тыуған үҙ балалары бар. Шулай итеп, инглиз докторы Роберт Эдвардс пробиркала яралғы алыуҙың (сперманы инә күҙәнәк менән ҡушыуҙың) тәүге белгесе – генетика өлкәһендә асыш яһаусы һанала. Хәҙер уйлайым: әгәр пробиркала яралғы үҫтереп, уны суррогат-әсә аналығына урынлаштырыу юлы менән уллы йә ҡыҙлы булыу юлын белһә, минең хикәйә героиняһы Ҡотлобикә (үҙе зәғиф, үҙе оло, үҙе яңғыҙ) ошо саҡлы ғазаптар аша үтер инеме икән? Ә уның кеүек башҡалар? Ғәрип, ләкин әсә булыу теләген йөрәгендә йөрөткән башҡа ҡатындар? Ә табышҡан, ҡауышҡан, ләкин ниндәйҙер сир, йә булмаһа физиологик үҙенсәлек арҡаһында бала булдырыуҙан мәхрүм парҙар? Әлбиттә, балалар йортонан сабый алырға ла мөмкин, күптәр бигерәк тә һуңғы йылдарҙа шулай итә лә, ләкин бөтәһе лә түгел: әҙәми зат үҙ ҡанынан яралған һәм тоҡомон дауам иттереүсене күргеһе килә. Ер йөҙөндә күпме инсан булһа, шул саҡлы холоҡ. Һәр кем үҙенсә фекер йөрөтә, үҙенсә хаҡлы. Ошо күренешкә бәйле, йәғни суррогат әсәлек юлын һайлаған күп кенә яҙмыштар хаҡында уҡырға тура килде. Был яҙмамда шуларҙың бер нисәүһен телгә алмаҡ булдым. Был – мөһим. Сөнки әле халыҡта тыуым-үрсемдәге был яңы йүнәлеш хаҡында төрлө ҡараш йәшәй. Төрлө яҙмышлы кешеләрҙең был алымға мөрәжәғәт итеүҙәре артында мәсьәләгә өр-яңы ҡараш та, фәлсәфә лә, әхлаҡ та, сараһыҙлыҡ та, өмөт тә, ышаныс та, ҡыуаныс та ята. Хәйер, уҡыусы һығымтаны үҙе яһай бит ул. Тәүге тарих.
Екатерина Захарова. Ул Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. Андрей исемле ул үҫтерә. Бала сирле булып тыуа, улы уҡый алһын өсөн Екатерина үҙ иҫәбенә шәхси мәктәп аса. Ғәзиз улын әсә Израилгә лә дауаланырға ебәрә. Андрей 2004 йылдың 7 февралендә фани донъя менән хушлаша. Улын ерләгәндән һуң Екатеринаның зиһене яҡтырғандай була һәм Андрейҙың Израилдә дауаланып ятҡанда: «Спермаларҙы туңдырып һаҡларға ҡуйҙырттым», – тигәне иҫенә төшә. Кисекмәҫтән клиника телефонының номерын йыя.
– Һеҙҙә Андрейҙың спермалары һаҡланырға тейеш ине?
Яуап:
– Эйе, һаҡланған. Әйҙәгеҙ, килегеҙ! – Шыйыҡ азотта һаҡланған спермалар ысынлап та тере булып сыға. Екатеринаға суррогат-әсә булырға ризалашҡан ҡатынға уны имен-аман йөрөтөп табырға ғына ҡала. Иҫ китмәле матур малай донъяға килә.
– Ә минең атайым ҡайҙа? – тип һорай Гоша, һөйләшә башлағас.
– Беҙ һинең менән йәшәйбеҙ. Ерҙә йәшәйбеҙ, ә атайың йондоҙҙарға осто! – ти Екатерина – әсә һәм... өләсәй. Шунан бирле Гоша йондоҙҙарға етерлек баҫҡыс уйлап табыу хаҡында баш вата... Екатерина Захарова иһә баланы ҡорһағында йөрөтөп тыуҙырған суррогат әсәгә фатир һатып алып бирә. «Ул фатирлы, ә мин уллы булдым, – ти ул. – Ә юридик яҡтан Гошаны «уллыҡҡа алыу» документын тултырҙым – башҡаса мөмкинлек булманы».
...Һәм тағы бер тарих. «Мин һәр ваҡыт әсә булыу хаҡында хыялландым», – ти американка Рейчел. Ире Крис та быны хуплай. Йәш ғаилә бәхетле, алда – ҡыуаныслы тормош. Ләкин көтмәгәндә, юл һәләкәте һәр саҡ көтмәгәндә була, ҡазаға юлығалар. Хәҙер Рейчел хәрәкәтһеҙ, ә әсә булыу хаҡындағы хыял тынмай, киреһенсә, көсәйә генә. Колледжда бергә уҡыған әхирәте Рейчел һәм Кристың буласаҡ балаһына бушлай (ә Америкала хеҙмәтләндереүҙең был төрө 60 мең доллар!) суррогат әсә булырға ризалыҡ бирә. Бына нисек! Кешелек, уның бер өлөшөн тәшкил иткән ғәрип ҡатын-ҡыҙ, әле яңы ғына был хаҡта хыяллана ла алмай ине бит!
...Йәнә бер тарих. Шулай уҡ Америкала була был хәл. Лорена тормошҡа сыға, ләкин уның түлһеҙ булыуы асыҡлана. Ҡыҙының ҡайғыһын әсә – Наварда – ауыр кисерә һәм Лоренаға ярҙам итеү юлын эҙләй. Был штатта ошо юл менән бала табыу хаҡы – 60 мең доллар. Ғаиләнең ул тиклемде түләрлек хәле юҡ. Балаһының бәхете хаҡына Наварда суррогат әсә булырға үҙе ризалыҡ бирә. Эмбрионды имплантациялау, йәғни суррогат әсә аналығына урынлаштырыу, уңышлы үтә. 58 йәшлек Наварда йөгөн йөрөткән саҡта күңел болғаныу, аш төрләү, тын етмәү кеүек ауырлы ҡатындарға хас өҙлөгөүҙәрҙе кисермәй, бөтәһе лә шыма бара, хатта Наварда (ул шәфҡәт туташы) бала тыуғансы госпиталдә эшләүен дауам итә...
Бына шулай. Өс тарих, өсөһөндә – өс төрлө, ләкин «сараһыҙлыҡтан килеп тыуған сара». Яҙмыш. Әле бына шуларҙы уйлайым: минең бер әхирәтем ҡырҡты үткәс тормошҡа сыҡты. Уңышлы, бәхетле йәшәнеләр, тип әйтер инем – балалары булманы. Әлеге лә баяғы: һуңлап табыштылар. Тиҫтә йыл ғүмер төш кеүек үтте – ире мәрхүм булды. Әхирәтем яңғыҙ ҡалды. Әгәр бөгөнгө мөмкинлектәр ул саҡта асылған булһа, әхирәтем, моғайын, яңғыҙ ҡалмаҫ ине...
Беҙҙең илдә пробиркала яралған сабый 1986 йылда донъяға килә. Елена Донцова – пробирканан сыҡҡан тәүге бала. Ғалимдарҙың әйтеүенә ҡарағанда, хәҙерге көндә кешелек донъяһының үрсеү һәләте ныҡ кәмегән. Был бигерәк тә ир енесенә ҡағыла. «Европа әсәлек үҙәге» алып барған тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: тикшерелеү үткән 100 ирҙең бары өсәүһенең генә аталыҡ орлоғо донорлыҡ маҡсатында ҡулланылырға яраҡлы булып сыҡҡан. Суррогат әсәнән тыуған балалар ғәҙәттәгесә донъяға килгәндәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмай, мәгәр мәғлүмәтте күберәк «йоторға» һәләтлеләр. Бәндә теләй – Хоҙай бойора, тигәндәй, был хаҡта «Китап» ни ти? «Китап»та хәл башлыса башҡорт шәжәрәләрендәгесә: «Дауыт Сөләймәнде тыуҙырҙы, Сөләймән – Равоимды һ.б.» «Китап»ҡа һәм шәжәрәләргә ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙ өлөшө – хәҙерге суррогат әсә хәлендә. Мин бының менән әсәнең бөйөклөгөнә кер төшөрөргә йыйынмайым. Пробиркала яралғы үҫтереү – әсәлекте яҡлау һәм һаҡлау маҡсатынан килеп тыуған ихтыяж ул, минеңсә. Башҡорттоң мәҡәле лә бит: «Тыуҙырған әсә түгел, үҫтергән – әсә», ти. Әсәлек хисен кисерергә Ерҙә тыуған һәр ҡатын-ҡыҙ хаҡлы – ошоно әйткем килде. Һәр яңылыҡ тормошҡа бәхәс, көрәш аша инә. Икенсенән, бөгөн бер нәмәгә лә аптырарлыҡ түгел: «Пар йөрөткәс, самауыр ниңә йөрөмәй?» – тигән дәүерҙә йәшәмәйбеҙ. Иншалла. Тик һәр яҡшы нәмәнең бер насар яғы, һәр насарлыҡтың бер арыу яғы булған кеүек, кешелектең үрсеү, тоҡом йәйеү, тулы тормош менән йәшәү ихтыяжынан килеп тыуған был яңылыҡ үҙгәреш, сауҙа объектына әүерелә күрмәһен. Бәхет һәм мөхәббәт Имандан айырмаһын, Иман һүҙенең синонимы – Намыҫ. Намыҫты пробиркала үҫтереп булмай.

Таңсулпан ҒАРИПОВА.
Теги: