...Көмөш йөҙөк, ҡуш беләҙек

...Көмөш йөҙөк, ҡуш беләҙекАксессуарҙы нисек һайларға?
Килешле, модалы кейемдең дә ябайыраҡ күренеүе бар. Дөрөҫ һайланған биҙәүестәр, сумка, муйынға бәйләнгән яулыҡ һеҙҙең ҡиәфәтте нәзәкәтлерәк итергә һәләтле. Улар шулай уҡ кейемде, бер нисә әйберҙе берләштереп, тулыландыра ла ала. Аксессуарҙарҙы ут ҡабыҙыла торған шәм филтәһе менән сағыштырырға була. Дөрөҫ һайланмаһа, кейемдең бәҫен ебәреүе лә бар.
Аксессуарҙар һәр ҡатын-ҡыҙҙың гардеробында булырға тейеш. Бер үк яулыҡ төрлө блуза менән төрлөсә күренә. Шулай уҡ кейем дә нимә менән кейеүеңә ҡарап үҙгәрә. Ҡайыш, бижутерия, сумкалар, яраштыра белгәндә, тиҫтәләгән яңы образ тыуҙырырға ярҙам итә.

Өҫтәмә деталдәргә мода еле ҡағыламы? Эйе. Бер миҙгелдә кейем-һалым рәссамдары ҙур колье һәм сумкалар тәҡдим итһә, икенсеһендә бәләкәс кенә клатч һәм ыҡсым биҙәүестәр һайлай. Тик был, йыл һайын яңы әйбер алып, иҫкеләрен сығарып ташларға кәрәк, тигәнде аңлатмай. Һеҙгә нимә килешә, шуны кейегеҙ, тағығыҙ. Шкафығыҙҙа төрлө стилгә, урынға, миҙгелгә тап килер биҙәүестәр, сумкалар, ҡайыштар булһын.

Уларҙы алғанда кейем һайлағандағы кеүек үк ҡағиҙәләрҙе тотоу кәрәк. Кәүҙә-һынығыҙҙың төҙөлөшө һәм ниндәй төҫтәр килешеүенә иғтибар итегеҙ. Тулы кәүҙәлеләргә, әйтәйек, киң ҡайыш бик бармай, ә йөҙөндә ниндәйҙер етешһеҙлек булғандарға, уға иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн, ҡыҙыл шарф бәйләү бик отошло түгел. Нәҙек, ҡыҫҡа буйлы ҡыҙҙар, ҙур биҙәүестәр таҡһа, тағы ла бәләкәсерәк күренә. Тулы кәүҙәле ханымдар, бармағына нәҙек кенә йөҙөк кейеп, үҙенең етешһеҙлеген асығыраҡ күрһәтә.

...Көмөш йөҙөк, ҡуш беләҙекҺәр нәмәне алыр алдынан уны ҡайҙа һәм ҡасан кейереңде уйларға кәрәк. Көндөҙ спорт кейеме менән алтын биҙәүестәр тағып йөрөү зауыҡтың бөтөнләй булмауы хаҡында һөйләй. Ҡышын инде ҡалын куртка менән ебәк шарф сәйер күренә. Ҡиммәтле тун янында пластик алҡа менән пляж сумкаһы урынһыҙ, ә ҡыҫҡа йәйге шорты менән гәүһәр тағып йөрөү көлкө генә уятыр.

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тибеҙ. Шулай ҙа рәсми ҡағыҙҙағы һандарҙы бер аҙ хәтерҙә тотоу зарарға булмаҫ. Йәш-елкенсәккә сумка һәм бижутерияның ниндәйе лә килешә. Ә бына олоғайған һайын ханымдарҙың кейеме генә түгел, уны тулыландырыу­сы әйберҙәрҙең дә ҡиммәтлерәк күренеүе мөһим.

Төҫтәргә ҡайтайыҡ. Дөрөҫ һайланған аксессуар кейемдең матурлығын аса ғына. Әммә төҫтәр менән һаҡ булырға кәрәк, улар бер-береһе менән ярашырға тейеш. Мәҫәлән, алһыу плащ янына ҡыҙғылт һары шарф һис бармай. Сағыу ҡайыш һәм сумка ҡара, аҡ, аҡһыл көрән, һоро кеүек «битараф» (нейтраль) төҫлө кейемдәр менән килешә. Кейем баҙыҡ төҫлө булғанда, шулай уҡ сағыу сумка тотоп алырға була әле, бигерәк тә йәй һәм яҙ ул урынлы. Шулай ҙа кейемдәге төҫлө «тап»тар 1-2-нән артмауы яҡшыраҡ. Күлдәктәге йәки пальтолағы ҡатмарлы һүрәттәр аксессуарҙарҙың баҫалҡыраҡ булыуын талап итә. Шулай уҡ кейемдәге һәм сумкалағы һүрәттәр ҙә бер-береһе менән «бәхәсләшмәһен», йәғни борсаҡлы күлдәк менән шаҡмаҡлы сумка тап килмәй. Күлдәк-итәктең сигеүле һүрәт кеүек ҡатмарлы өлөштәре лә аксессуарҙарҙың артыҡ сағыу булмауын һорай.

Биҙәүес-ҡайыштарҙың үҙенсәлегенә йыш ҡына бөтөнләй иғтибар итмәйҙәр. Пинжәк йәки офис күлдәге кеүек эшлекле кейемгә яраҡлаштырып тағылған аксессуарҙа ла геометрик һүрәт күренеп торорға тейеш. Әйтәйек, шаҡмаҡ йәки дүртмөйөш рәүешендәге сумка, күҙгә ташланып тормаған сәғәт һәм өсмө­йөшлө алҡа бик урынлы булыр. Туфли­ҙағы шаҡмаҡ­лы биҙәк кейемгә ҡупшылыҡ өҫтәр. Хисле күлдәккә нәзәкәтле­рәк нәмәләр, мәҫәлән, сәскәле алҡа бик килешер.

...Көмөш йөҙөк, ҡуш беләҙекХәҙер ҡағиҙәләргә күсәйек
1. Иң мөһиме – сама белергє кәрәк. «Бөтә булған иң яҡшы әйберҙәремде кейҙем» тигән тәьҫорат ҡалдырғығыҙ килмәйҙер бит? Аяҡ-ҡулығыҙҙағы һәр бармаҡты биҙәү артыҡ, ә бына алҡа менән беләҙек йәки алҡа менән муйынсаҡ тағыу бик килешле.
2. Яңы йыл шыршыһына оҡшау кә­рәкмәҫ. Муйынға – ике алтын сылбыр, һәр бармағығыҙға ҡиммәтле ташлы балдаҡ таҡһағыҙ, аҡсағыҙ – мул, әммә зауығығыҙ наҡыҫ икәнлеге күренер.
3. Урын-ер һәм ваҡыт тураһында ҡабатлайыҡ: спорт залында һәм ҡомда ҡыҙынғанда алтын биҙәүес тағып йөрөүҙе ахмаҡлыҡ тип атаһаҡ та була. Ҡиммәтле нәмәләрҙе көндөҙ, эш урынында йөрөтөү бик килешмәһә лә, бөгөн ҡәҙимге күренешкә әйләнгән. Никах балдағына һәм муйынға сылбыр менән ярым ай йәки христиандарҙа тәре тағыуға ғына был ҡағылмай.
4. Ынйы биҙәүестәрҙе киске күлдәк менән кейәләр.
5. Киске күлдәк ҙур сумка менән иң ҡиммәтле сәғәтте лә инҡар итә.
6. Күҙлек кейһәгеҙ, бер биҙәүескә кәмерәк тағырға кәрәк. Йөҙ-бит тирәһендә биҙәүестәр һаны өстән дә артыҡ булырға тейеш түгел. Күҙлек янына алҡа һәм муйынға сылбыр тағыу урынлы булыр.
7. Күлдәктең муйын уйымына иғтибар итегеҙ. Өсмөйөшлө уйымға (V хә­рефе кеүек) кулонлы сылбырҙар килешә, ә водолазка өҫтөнән муйынсаҡ тағырға була. Ҡатмарлы яғалы блуза кейгәндә муйын­ға бер нәмә тағырға ярамай.

Сумка тураһында ла әйтеп үтәйек
Йәй туҡыма сумка йөрөтөргә лә ярай. Ҡышын иһә күн йәки замшанан тегелгәнен һайлағыҙ. Сумкалағы күп ваҡ өлөштәр, мәрйен кеүек «таштар» бик тиҙ ҡубып төшөп, әйберҙең төҫө китеүсән.
Сумканың рәүешенә иғтибар итегеҙ. Эшлекле ҡиәфәт­те аныҡ формалы сумка тулыландыра, джинсы кейем өсөн төйөнсөк кеүеге лә бара, киске күлдәк менән клатч йәки нәҙек кенә ҡа­йышлы бәләкәс сумка килешә.
Таушалған сумка һәм аҡса янсығы ентекләп һайланған кейемдән тыуған матур тәьҫоратты ла юҡҡа сығара.
Килемегеҙ күп булмаһа ла, кәмендә ике сумка кєрєк. Ҡыш көн һайын йөрөтөү өсөн береһе – ҡара төҫтә, икенсеһе йәйгелеккә, аҡһыл кө­рән кеүек «битараф» төҫтә булһын.

Тағы бер нисә кәңәш
Бирсәткә менән аяҡ кейеменең төҫө тап килергә тейеш. Сумка икенсе төҫмөрҙә булһа ла ярай.
Гардеробта мотлаҡ яҡшы күндән эшләнгән нәҙек ҡара ҡайыш тоторға кәрәк. Ул классик салбар һәм итәктәргә тап килә.
Етди күлдәккә сылбыр-билбау тағырға мөмкин. Тик ул күлдәктең стиленә һәм буй-һынығыҙға тап килһен.
Киң ҡайыш – нәҙек билле ҡыҙҙар өсөн.

Наилә ИҪӘНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook