Килен күңеле – даръя...
Электән һаҡланып килгән милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙән күренеүенсә, кейәү ҡәйнә йортонда ҙур ҡунаҡ кеүек ҡабул ителә. Күп ғаиләләрҙә был әле лә шулай.
Атай-әсәйемдең өс кейәүе бар. Атайыбыҙ уларҙың барыһы менән уртаҡ тел табып, улдары кеүек яҡын күреп аралаша. Әсәйебеҙ әле булһа (ул 20 йылдан ашыу ҡәйнә статусына эйә) кейәүҙәренән тартына, уларға һүҙен башлыса беҙҙең аша әйттерә.
Беҙҙең халыҡта ҡыҙ мотлаҡ кейәү йортона оҙатыла һәм килен булып төшкән ерендә таштай батып йәшәргә бурыслы. Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта күп йәштәр үҙ ояһын ҡорорға тырыша. Әммә бергә йәки айырым йәшәһәң дә, тап ҡәйнә менән килен араһында баштан уҡ ниндәй мөнәсәбәттәр урынлашыуы, бер-береһен ҡабул итеү-итмәүе ғаилә ныҡлығы өсөн бик мөһим, сөнки мөхитте иң тәү сиратта ҡатын-ҡыҙ булдыра.
Ҡәйнәһе менән баштан уҡ уртаҡ тел табып йәшәгән килендәр ҙә бихисап. Әммә күп осраҡта ҡәйнә менән килен мөнәсәбәттәре шыма ғына булмай. Бигерәк тә тәүге йылдарҙа. Ҡәйнәнең йәштәр араһына ҡыҫылыуы, киленен һыйҙырмауы арҡаһында айырылышыуға барып еткән парҙар ҙа етерлек.
Ҡәйнә йортона килен булып төшкәндә, миңә – 20, ҡәйнәмә 65 йәш тулғайны. Йәш айырмаһының ҙур булыуы арҡаһындамы (ул минең өләсәйем менән бер йылғы), әллә ике төрлө холоҡло кешеләр булыуыбыҙ сәбәплеме, ҡәйнәм менән әхирәттәр булып китә алманыҡ. Баштан уҡ ара һаҡланым, яҡын ҡабул итә алманым, үҙемдең эске донъяма үткәрмәнем.
Ҡәйнәм кешегә һүҙен бирмәгән, тотҡан ерҙән һындыра торған ҡырҡыу холоҡло ҡатын ине. Үҙе хаҡында: «Бер ваҡытта ла кешегә мах бирмәнем», – тип әйтергә ярата. Ул ике тапҡыр тормошҡа сыҡҡан, әммә уңмаған. «Тәүгеһендә ҡәйнәм һыйҙырманы, икенсеһендә ирем холоҡһоҙ булып сыҡты, ҡул күтәрҙе», – ти үҙе. Беренсе ире менән ике, икенсеһе менән дүрт йыл самаһы йәшәгән.
Бер үҙе эшләп, ике балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Иремдең һөйләүе буйынса, бала саҡтары балда-майҙа йөҙөп үтмәгән. Ҡәйнәм һөнәрен яратып башҡарған, әле лә эшен һағынып һөйләп ала. Әммә йорт эсендә ҡатын-ҡыҙ башҡарырға тейеш бурыстарға иҫе китеп бармаған. Мин килен булып төшкәс, быларҙы үҙ күҙҙәрем менән күреп, баштараҡ ныҡ аптырай торғайным.
Килен булып ҡәйнә йортонда йәшәй башланым. Тышта бысраҡ көҙ. Иҙән йыуып йөрөйөм. Ҡәйнәм бер ҡосаҡ утын күтәреп инде лә, яңы ғына йыуылған иҙәндә итектәренән ҡап-ҡара эҙҙәр ҡалдырып, төпкө яҡтың мейес яғына үтеп китте. Был хәлгә хайран ҡалдым. «Ҡәйнәм, мин бит иҙән йыуып сығып киләм!» – тип ҡысҡырып ебәрҙем. «Ҡалайтып сисәйем, ҡулымда утын бит», – тип аҡланырға тотондо. Тауышҡа төпкө яҡтан ирем килеп сыҡты. Ул: «Әсәй, утынды әҙерәк итеп тә ҡосаҡларға була, әйтһәң, үҙем дә индерер инем. Бүтән улай итегең менән үтәһе булма», – тип мине яҡлашты.
Ҡәйнәм өй йыйыштырыу, төрләндереп ашарға бешереү кеүек эштәргә бөтөнләй күңел һалмай ине. Бәлештәр йәки башҡа төрлө ҡамыр аштары бешерһәм, «Ҡамырыңа нимә ҡуштың? Эслеген нисек эшләнең?» – тип һораша. Минән өс тапҡыр өлкән кешенең бәлеш бешереү серҙәрен белешеүе – ҡыҙыҡ та, аптырарлыҡ та. Киреһенсә, мин унан өйрәнергә тейеш кеүек бит. Бер шулай ирем: «Беҙҙең өйҙә элек бындай нәмәләр бешереүсе булманы», – тип әйтеп ҡуйҙы.
Ҡәйнәмдең тағы ла бер аптыратҡан ғәҙәте – үҙе артынан әйберҙәрен, кейем-һалымын бер ваҡытта йыйыштырмай. Матур кейенергә ярата, ҡайһы берҙә көнөнә әллә нисә кейем алмаштыра, әммә һәр кейеме ҡайҙа сисә – шунда ятып ҡала. Тәүҙәрәк өндәшмәй генә йыйыштырып ҡуя инем, аҙаҡ был хәл ялҡытты. «Кейем-һалымыңды йыйып йөрө», – тип әйтә, хатта талап итә башланым. Әйтһәм, өндәшмәй генә йыйып ҡуя.
Был шарттарҙа йәшәй алмаҫымды аңлап, иремде ҡалаға күсергә күндерҙем. Ауылда эш тә юҡ ине. Ҡәйнәм башта ҡаршы төшкәндәй булды ла, аҙаҡ ризалашты. Шулай үҙ оябыҙҙы ҡороп йәшәп киттек. Үҙ өйөмдә мин хәҙер үҙем баш, үҙем түш инем. Ҡәйнәм ҡунаҡҡа килеп, балалар янында аҙналап йәшәп китә. Бында инде өй буйлап итек сисмәйенсә йөрөү, кейем ырғытып китеү бөтөнләй рөхсәт ителмәй. Үҙемә оҡшамаған нәмәне шунда уҡ әйтә барам.
Ике-өс аҙнаға бер ауылға ҡайтып урайбыҙ. Беҙҙе йыйыштырылмаған йорт ҡаршы ала. Төпкө яҡтағы һауыт-һаба шкафында ҡайһыһы яртылаш ашалған, ҡайһыһы төбөндә ҡалған ҡаймаҡ, ҡайнатма, май кеүек нәмәләр һыланған ҡатлы-ҡатлы кәстрүл – сеүәтәләр теҙелеп киткән була. Һыуытҡыста ла шул уҡ хәл. Бер көнлөк ялымда шуларҙы йыйыштырып, йыуып-йышып, өйҙө ялт итеп таҙалап китәм.
Һыйыр тотҡан сағында биҙрә-биҙрә һөт әсеп, ҡатыҡтары күпсеп ултыра торғайны. Бер шулай ҡорот яһарға ултыртҡан ойоған һөттөң өҫтөндә йөҙөп йөрөгән себен, ҡорт кеүек нәмәләрҙе күрҙем дә ике-өс биҙрә ҡатыҡты сығарып малға бирҙем. Быны белеп һуҡранған ҡәйнәмә: «Ул ҡатығың ҡортлаған ине, шуға түктем», – тинем. «Ҡортлаһа ни булған, һөҙөп алып ташлайһың да ҡайнатаһың. Бер сәғәт буйы ҡайнаған ҡоротҡа бер ни ҙә булмай ул», – ти. Ә бит шул ҡоротто баҙарға илтеп һата торғайны! Ҡәйнәмдең таҙалыҡ кимәлен белгәнгә, унан бер нәмә лә алмаҫҡа тырышам, май-ҡаймаҡты ла, үҙем айыртып, бешеп ала инем. Шул хәлдән һуң әле лә баҙарҙан белмәгән кешенән май-ҡаймаҡ, ҡорот кеүек аҙыҡ-түлек һатып алмайым.
Хәҙер инде ҡәйнәм олоғайҙы, беҙҙең менән бергә тора. Элекке айбарлығы, мин-минлеге лә бер аҙ һүрелде. Минең һүҙемдән сыҡмаҫҡа тырыша. Уны йыш ҡына башҡа таныштарымдың, әхирәттәремдең ҡәйнәләре менән сағыштырам да, ҡайһы бер осраҡта шөкөр итәм, ҡайһы берҙә йәнем көйөп тә китә. Шөкөр итеүем шунан: ҡәйнәм минең тура әйткән һүҙемә үпкәләп йөрөмәй, ҡайһы саҡта әйтешеп алһаҡ та, тиҙ онота. Яуыз уй-ниәтле түгел. Баштан уҡ мине үҙ яйыма ҡуйҙы.
Иремдең беҙҙең араға ҡыҫылмаҫҡа тырышыуы, ауыр саҡтарҙа мине аңлауы, уның менән бер һүҙле булыуыбыҙ ғаиләбеҙҙең ныҡлығын тәьмин иткәндер. Ҡәйнә менән бергә йәшәгәндә ир кешенең кем яҡлы булыуы үтә мөһим. Ғәҙәттә, әсә менән ул бер яҡлы булһа, киленгә был ғаиләлә урын ҡалмай, ир менән ҡатын айырылышыуға дусар була. Минең яҡлы булһа ла, иремә әсәһен яманлап һөйләмәҫкә тырышам. «Нисек бар, шулай ҡабул ит, ул бит һинең әсәйең», – тип хәлде яйлау сараһын эҙләйем.
Таҙалыҡҡа, тәртипкә, ҡатын-ҡыҙ башҡарырға тейеш һәр эшкә бала саҡтан өйрәткән, сабыр булырға өндәгән әсәйемә оло рәхмәтлемен. Уның йылы, яҡты, ялт итеп торған донъяһына ҡайтып инеү – үҙе оло бәхет. Бала сағым үткән ҡотло нигеҙгә ҡайтҡан һайын, ҡәйнә йортонда ла беҙҙе ошолай тәмле аштар, күпереп бешкән икмәкле табын ҡаршы алһа, уға мөнәсәбәтем дә йылыраҡ, яҡыныраҡ булыр ине, тип уйлап ҡуям.
«Бер һөйгәнең өсөн әллә нисә һөймәгәнде һөйҙөртөр был тормош», – тиҙәр. Ысынлап та шулай. Тиң, тигеҙ тормош көтәм тиһәң, күп нәмәгә сабыр булыу, яраҡлашып йәшәй белеү, шул уҡ ваҡытта үҙеңде кәмһетергә, рәнйетергә юл ҡуймау, ғүмерлек ишең итеп һайлаған кешеңдең яҡындары менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү – уғата мөһим ҡатын-ҡыҙ өсөн.

Миләүшә ҠОТЛОҒУЖИНА.
Сибай ҡалаһы.
Сибай ҡалаһы.
Теги: