Быуындарға күсер аманат
Кеше хаҡында хәтер йәшәһә, ул тере һанала. Изгелектәре менән күңелдә айырым урын биләгәндәрҙе йыш ҡына иҫкә алыусанбыҙ. Был гүзәл ҡатындың яҡты донъяларҙа юҡлығына ышаныуы ауыр, әммә уның йөҙәрләгән уҡыусылары күңеленә сәсеп ҡалдырған мөхәббәт орлоҡтары бөгөнгө көндә гөрләп сәскә ата, тос емештәрен бирә. Уҡытыусы тигән бөйөк исемгә бөтә юғарылығында лайыҡ Лениза Абдулла ҡыҙы Хәсәнова беҙгә әсәй ҙә, дуҫ та, остаз да, киләсәккә яҡты юл күрһәтеп тороусы маяҡ та булды.
Беҙ, ауылдан килгән үҫмер балалар, 1-се мәктәп-интернаттың (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тупһаһын ашатлап үтеү менән Лениза Абдулла ҡыҙының ҡанаттары ышығына эләктек. Күбебеҙ әсә йылыһынан мәхрүм, русса йүнләп белмәйбеҙ, ә ул, рус теле һәм әҙәбиєтте уҡытыусыһы булараҡ, беҙгә ошо бөйөк телдең нескәлектәрен, мәҙәниәтенең гүзәллеген тойорға өйрәтте, әҙәбиәтенең, шиғриәтенең алтын бағаналары менән таныштырҙы, театрға, сәнғәткә һөйөү уятты.
Лениза Абдулла ҡыҙы Ырымбур ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы – Абдулла Вәлиулла улы Абушахмин. Карауанһарай бинаһында урынлашҡан Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар булып эшләй, аҙаҡ Мәсәғүт педагогия училещеһында химия һәм биологиянан белем бирә. Әсәһе Хаят Вәли ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән оҙаҡ йылдар уҡыта. Улар икеһе лә «Халыҡ мәғарифы отличнигы»тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ғаиләлә барыһы ла уҡытыусы һөнәрен һайлаған: Урал ағаһы – физика, математика, Клара апаһы тарих фәнен үҙ иткән. Ә уларға БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Мәсәғүт педучилищеһын, 1952 йылда Башҡорт педагогия институтын уңышлы тамамлап, мәктәп-интернатҡа йүнәлтмә буйынса ебәрелгән Лениза Абдулла ҡыҙы үҙ фәненә ихлас бирелгәйне. Ул беҙҙе рус фекер эйәләренең ижадына мөхәббәт менән ҡанатландырҙы, илһөйәрлек менән һуғарҙы, аңыбыҙға кешелектең намыҫ, тоғролоҡ, тәүфиҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрен дөрөҫ аңлауға этәргес бирҙе.
Уҡытыусыбыҙ ҡабатланмаҫ һәм күп ҡырлы талантҡа эйә кеше ине. Рус теле һәм әҙәбиәтен тәрән үҙләштереүе уның башҡорт мәҙәниәтен яҡшы белеүе менән тәбиғи үрелеп барҙы. Яратҡан уҡытыусыбыҙҙың дәрестәре аша беҙ китап менән ғүмерлеккә дуҫлаштыҡ, туған һәм сит ил әҙәбиәтен мауығып уҡыған белгестәр дәрәжәһенә күтәрелдек. Уның һәр дәресе өлгө итеп ҡуйырлыҡ, ә педагогик эшмәкәрлеге күп яҡлы һәм емешле ине. Уға СССР Фәндәр академияһының, БАССР, РСФСР һәм СССР Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары, «Халыҡ мәғарифы отличнигы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр юҡҡа ғына бирелмәгән! Ул бар булмышы менән педагог, ә балалар менән эшләү уның йәшәү рәүеше ине. Һуғыш михнәттәрен кисергән, ғаиләләрендә һөйөү һәм иғтибар алып еткермәгән балалар Лениза Абдулла ҡыҙының күңел ҡояшында йылынды, яҡлау тапты, хәстәрен тойоп буй еткерҙе. Йылдар үткәс кенә, беҙ, уның сығарылышы уҡыусылары, уҡытыусыбыҙ шәхесенең киңлеген, тормошобоҙҙа тотҡан урынын баһалай алдыҡ.
Интернатта уҡыған саҡта ул, әсәләрсә ҡайғыртып, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға нәсихәттәр бирҙе, ипләп кенә ғаилә тормошона әҙерләне. Аралашыу мәҙәниәте, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нескәлеге, атай менән әсәйҙең ғаиләләге бурыстары хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең класс етәксеһе үткәргән әңгәмәләр аша алдыҡ. Кластан тыш биргән һабаҡтары ысын мәғәнәһендә тәрбиә дәрестәре ине. Һөҙөмтәлә уның тәрбиәләнеүселәренең барыһы ла тормошта үҙ урынын тапты, хөрмәт ҡаҙанды, һәйбәт ата-әсә булды. Әйткәндәй, күптәребеҙ парта артында ултырған саҡта уҡ үҙ ишен тапты. Ғаилә ҡорғас та, элеккеләй кәңәш һорап, уға мөрәжәғәт итә инек. Мәктәпте тамамлағас яҙмыш елдәре йыраҡҡа ташлағандар уның менән йылы мөнәсәбәттә хатлашып торҙо.
Хәтерҙә яратҡан уҡытыусыбыҙ мәңгелеккә йәш һәм матур булып ҡалды. Төпкөлдән килгән башҡорт балаларын тәү сиратта ул тышҡы ҡиәфәте – һомғоллоғо, бөхтә һәм матур кейенеүе, ә аҙаҡ күңел матурлығы, һирәк осрай торған йәнәшәлек – үҙ эшенең маһиры булыуы һәм ихлас, изге йөрәге менән арбаны. Лениза Абдулла ҡыҙына Аллаһы Тәғәлә талантты мул биргәйне, ә ул барыбыҙға ла һәләтен, йылылығын тигеҙ өләште.
Беҙ – педагог Лениза Абдулла ҡыҙы тормоштоң бөтә өлкәһендә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән уҡыусылары. Уның һиҙгер етәкселегендә үҙ-үҙебеҙҙе таптыҡ, һөнәргә эйә булдыҡ, иң мөһиме – мәктәпте тамамлағас та, айырылып китмәй, юғалтышмай, ярты быуыт буйы, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә атлайбыҙ. Ошо дәүер эсендә һорауҙарыбыҙ, борсоған мәсьәләләребеҙ менән Лениза Абдулла ҡыҙының һәм уның тормош иптәше Миҙхәт Кашаф улының ғаиләһенә килә, уның аҡыллы кәңәштәрен ала инек.
Уҡытыусыбыҙҙың тормош иптәше лә үҙенә тиң кеше булды. Миҙхәт Хәсәнов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1943 йылдың февралендә яуға алына ул. Гвардия һауа десанты дивизияһы менән бергә ауыр фронт юлдары үтә. Венгрия, Чехословакияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Чехословакияның Влтава ҡалаһында ҡаршылай.
...Илдә тыныслыҡ урынлашҡас, бер-береһе менән улар театрҙа таныша. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, сержант Миҙхәт Хәсәнов институтта уҡып йөрөгән Лениза Абдулла ҡыҙын бер күреүҙә оҡшата. Татыу, берҙәм ғаилә ҡороп, Лена һәм Рөстәм исемле ике бала үҫтерҙеләр. Ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхете лә яҙҙы уларға. Полковник дәрәжәһенә етеп хаҡлы ялға сыҡҡан уҙаман менән яратҡан Лениза апайыбыҙҙың алтын туйында ҡатнашыу һөйөнөсө беҙгә лә насип булды.
Уҡытыусыбыҙҙың тормошто яратыуын, һәр ваҡыт шат кәйефтә ҡалыуын, осрашыуҙарыбыҙҙы ҙур бүләктәй ҡабул итеүен, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булыуын күреп ҡыуана инек. Ул Ҡөрьән уҡыны, моғайын да, доғаларында беҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алғандыр.
Лениза Абдулла ҡыҙының һабаҡтары уҡыусыларында сағыла. Мәктәп йылдарынан килгән иптәшлеккә тоғро ҡалып, ғаиләләребеҙ менән дуҫ йәшәйбеҙ. Осрашҡанда яратҡан уҡытыусыбыҙҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Ул беҙгә тормошҡа оло мөхәббәтен васыят итеп китте. Ә был ейәндәребеҙгә бирелер иң ҡәҙерле аманат. Һәм беҙ һынатмаҫбыҙ, Лениза Абдулла ҡыҙы!

1963 йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Миңзәлә һәм Ҡадурий ФАЗЛЕТДИНОВТАР.
Теги: