Иҫкәртелгән изге хәбәр...

Ниндәй ҙур тиҙлек, мәғлүмәт, нанотехнологиялар заманында йәшәһәк тә, әйләнә-тирәбеҙҙә үҙендә бөтмәҫ сер һаҡлаған, асылын аңлап-төшөнөп булмаҫтай күренештәр бик күп. Мәҫәлән, төш күреү. Ғалимдар был күренеште фәнни йәһәттән төрлөсә аңлата, әммә барыбер төштәрҙең сере тулыһынса асылып етмәгән әле. Белгестәр фекеренсә, кеше башлыса көн дауамында йәки билдәле бер мәлдә, миҙгелдә кисергән-күргәндәре тәьҫи­ренә бәйле төш күрә.

Был ысынлап та шулай. Мәҫәлән, ауыр һынау алдынан студент, имтиханда ултырам икән, билеттағы һорауҙарға яуапты белмәйем икән, тип төш күреүе ихтимал. Күп осраҡта беҙҙең борсолоуҙарыбыҙ ҙа, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ ҙа төштәрҙә сағыла. Былар барыһы ла ғалимдарҙың аңлатмаларына тура килә. Ә бына һин бөтөнләй уйламаған, күҙалламаған ваҡиғаларҙың алдан иҫкәртеп төшкә кереүен нисек аңлатырға? Ҡайһы бер төштәр айҙар, хатта йылдар аша буласаҡ хәлдәрҙе алдан белгертә. Ниндәй көстөң тәьҫире был? Бәлки, Хоҙай Тәғәлә иҫкәртеүелер, бәлки, кеше аңының әлегә беҙ төшөнөп етмәгән мөмкинлектәре эҙемтәһелер?

Тормошомдағы иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы, һынылышлы мәлдәрҙе алдан иҫкәрткән төштәрҙе йыш күрәм.
...Егерме йәштәрҙә, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәнемдә, төш күрҙем. Ҙур яланда һеңлеләрем менән сөгөлдөр утап йөрөйөм. Шул саҡ яныбыҙға егелгән ат менән дуҫлашып йөрөгән егетем килеп туҡтаны ла мине ултыртып алып китте. Һеңлеләрем сөгөлдөр утап ҡалды. Теүәл бер йылдан шул егеткә кейәүгә сыҡтым. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар ысынлап та ат тота ине. Ә сөгөлдөр баҫыуы уҡыу булғандыр инде, мин кейәүгә сығып, уҡыуҙы тамамлауға ике һеңлем дә вуз студенты ине.
«Төштөң муйыны ҡылдан нескә»,– ти халыҡ әйтеме, йәғни, ҡайһы яҡҡа борһаң, нисек юраһаң – шулай була. Әм­мә ҡайһы бер төштәрҙе нисек кенә яҡ­шыға юрама, улар ғәмәлгә аша ла ҡуя.

Тәүге сабыйыма ауырға ҡалғас, төш күреп, ҡурҡып уяндым. Йәйге көн. Мин ваҡ ҡына сәскәле оҙон ебәк күлдәктәмен. Ҡулыма төргәк менән сабый тотоп, ауы­лыбыҙҙың зыяратына индем дә ҡапҡа янына ғына шул төргәкте ҡалдырып сығып киттем. Арыраҡ атайым, ағайым һәм ирем өсәүләп ҡәбер ҡаҙалар ине. Был төштән ныҡ ҡурҡтым. Хәйерлегә юраным. Яман төш күрһәң, ҡояш ҡалҡ­маҫ борон «Был төшөмдө елгә осорам», – тип әйтергә кәрәк тигән ырымды ишеткәнем бар ине. Уныһын да эшләнем, мәсеткә барып хәйер ҙә бирҙем. Әммә барыһы ла төштәгесә килеп сыҡты: йәйге эҫе көндә ҡан баҫымым күтәрелеп, баламды юғалттым, сабыйыбыҙҙы атайым, ағайым, ирем ауыл зыяратында ер­ләгән. Шуныһы ғәжәп: был хәлдән бер ай элек ваҡ ҡына сәскәле оҙон ебәк күл­дәк һатып алғайным. Һуңынан иҫләнем: ҡыш башында күргән төшөмдә мин нәҡ шундай күлдәктә инем...
...Дауаханала ятам. Баламды юғалтыу ҡайғыһынан илайым да илайым. Бер мәл йоҡлап киткәнмен һәм төш күрҙем: күршебеҙҙә генә йәшәүсе инәй яныма килде лә, ҡулымды тотоп, усыма ҡиммәтле таштан эшләнгән матур ғына ике муйынсаҡ һалды. «Алла бирһә, ике ҡыҙым булыр», – тип юраным. Шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ тормошобоҙҙоң мәғәнәһе, йәме булып, беҙҙе ҡыуандырып үҫеп килә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ауырға ҡалыр алдынан мин төшөмдә үҙемде балыҡ тотам икән, тип күрәм.

Яҡын күргән, аралашып йәшәгән кешеләрҙе юғалтырымды ла төштәрем алдан иҫкәрткәне бар. Ауылдағы күршебеҙҙең ҡырҙа кейәүҙә булған ҡыҙы ата-әсәһе йортонда ярыҡ ваза тотоп ултыра икән, тип күрҙем. Бер нисә көндән күрше еңгәйҙең гүр эйәһе булып ҡалыуын, ире менән ыҙғышып, тынысһыҙ ғүмер иткән өлкән ҡыҙының, әсәйемдең донъяһын туҙҙырмайым тип, айырылып күсеп ҡайтыуын ишеттем...
Бер төшөмдә әсәйемдең өлкән аға­һы, бүрәнәгә ултырып, йылғала ҡулын болғай-болғай ағып китте. Йөрәк өйә­нәге кисереп, оҙаҡ ҡына түшәктә ятып, мәрхүм булып ҡалды...

Яҡын ағай тейеш кешенең йортонан ҡап-ҡара булып борлап төтөн сыға, тип күрҙем. Эй Хоҙайым, ағай менән берәй хәл булып ҡуймаһа ярар ине, тип борсолдом. Улай булып сыҡманы, бер ай тигәндә һин дә мин йүгереп йөрөгән еңгәй яман шештән донъя ҡуйҙы...
Төшөңдә әруахтар күрһәң, улар хәйер-саҙаҡа өмөт итә, тиҙәр. Күптән инде ауылдан китеп, ситтә йәшәһәм дә, ҡайһы берҙә ауылымдың һис уйламаған мәрхүм кешеләре төшкә керә. Ҡайһылары хатта туған да түгел. Әммә бындай төштәрҙән һуң мәсеткә барып, шул әруахтар рухына аят бағышлатам, хәйер бирәм. Төшөңдә әруах берәй нәмә һорап алһа – яҡшыға түгел, ә инде, киреһенсә, һиңә берәй әйбер биреп китһә, был төш ҡулыңа мал, бол инеүҙе аңғарта.

Күптәр күргән төшөн төрлө төш­лөктәр ярҙамында юрай. Әммә уларға ла үтә ышанып булмай. Мәҫәлән, бер төшлөктә картуф (бәрәңге) күреү – байлыҡҡа тип яҙылһа, икенсеһендә – ғәйбәт, кеше һүҙе, тип бирелә. Минең юрауҙарым буйынса икенсеһе дөрө­ҫөрәк, бигерәк тә йәшелсәләрҙе турау, бутау – һүҙ ишетеүгә, эш урынында йәки туғандар араһында низағ сығыуға була торған.
Һеҙҙең барығыҙға ла төштәрегеҙҙең хәйерле, матур булыуын теләйем. Тө­шөгөҙҙә нимә күреүгә ҡарамаҫтан, иртәнсәк тороу менән уны яҡшыға ғына юрағыҙ!

Фирүзә СЫҢҒЫҘОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook