Ижад – үҙе шундай татлы ғазап

«Сыңғыҙхан» берләшмәһе етәк­сеһе, үҙенсәлекле рәссам, әүҙем тормош менән йәшәүсе замандашыбыҙ Вәсил Ханнанов – тап шундай шәхес­тәребеҙҙең береһе. Октябрьский ҡала­һында тыуып үҫһә лә, йәйҙәрен ҡарти­нәләре эргәһендә үткәрә. Ул саҡтарҙа үҙен ауылға эйәләй, ерегә алмаған һы­маҡ тоя. Ҡала мөхитенә, сәнғәткә тартыла. «Ижадта миллилеккә түгел, оҫталыҡҡа ынтылырға тейешһең, тип иҫәп­ләнем һәм әле лә шулай. Әммә ерлегең­дән ҡасып булмай икән ул, – тип көлә рәссам. – Ниндәйҙер бер һөнәри юға­рылыҡты артылғас, боронғолоҡ­то үә тамырҙарыңды һаман инҡар итеп, заманса донъя сәнғәтенә хеҙ­мәт итәм тип уйлаған мәлдә, бумаланан ҡалған эҙҙәрҙә тыумыштан таныш төҫтәрҙе, буяуҙарҙы, һыҙыҡ һәм ырғаҡ­тарҙы ҡабатлауыңды аңлайһың. Элек өләсәйҙең зауыҡһыҙ күренгән са­ғыу шаршауы ла, шау сәскә төшкән яулығы­ның нағыштары ла инде зитҡа теймәй, баҡтиһәң. Киреһенсә, күңелде йылыта, ҡот өҫтәй, имеш. Ҡартинәйем үлгәс, һандығында иллеләп яулыҡ, ҡор­ған миңә ҡалды. Шул мираҫтың ғүмерен оҙайтыу теләге «Апалы-һеңлеле Кусимовалар» серияһы тыуыуға сәбәп булды. Унда һөйөклө ҡәйнәм Альбина Хажим ҡыҙын, уның алты бер туғанын ғы­на түгел, үҙемдең ғәзиз әсәкәйем, ҡарти­нәйҙәрем һәм башҡа күңелгә яҡын бихи­сап гүзәл затты һынландырҙым».

Яулыҡтарға төшөрөлгән портреттар серияһы бик үҙенсәлекле. «Һәр геройҙың холҡона, булмышына тап килгән биҙәкле яулыҡ һайларға тырыштым. Бик көслө энергетикалы картиналар килеп сыҡты. Уларҙа таныш һындарҙы ғына түгел, дәүер мисәтен күрәм, осор һулышын тоям. Кеше – тәбиғәт балаһы. Уның һәр ғәмәлендә тыуған тәбиғәт һалған һыҙаттар сағыла. Ни өсөн Башҡортостанда шәп ижадсылар күп тиһегеҙ? Тәбиғәтебеҙ төрлөлөгөнән был. Мин үҙем ижад иткән­дә ябай буяу-ҡәләм ме­нән түгел, нескә көстәр менән эш итеүемде тоям».

Оҫта шулай тигәс, ҡылҡә­ләме күҙ алдына килә, ул яҡшы менән насарҙы, яҡты менән ҡараң­ғыны айырып, һыҙыҡ булып үтә. Рәс­самдар һәр саҡ шул ҡылкүпер өҫтөндә йөрөй һымаҡ, миңә ҡалһа. Кемдер илаһи утҡа, кемеһелер йәһәннәм упҡынына манып ала кеүек бумалаһын. Иң даһиҙары ғына урталыҡ, тигеҙлек һаҡлай ала торғандыр.

«Ысынбарлыҡта аҡ менән ҡара араһында айырма юҡ, бары тик беҙҙең тойомлауыбыҙ һәм мөнәсәбәт кенә бар. Бөйөк тыуҙырыусы ҡайҙа йәшәй, тип күп баш ваттым. Шиғриәттә һүҙҙәр һәм хәрефтәр ара­һындалыр. Музыкала ноталар артында. Уйлап ҡараһаң, ете генә нота, ә уларҙың урын алыштырыуынан ғына күңел торошо ла, рух та танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, тап шул ваҡытта йән тыуалыр ҙа инде. Һынлы сәнғәттә төҫлө таптарҙы ниндәй кәйефтә һәм хәлдә төшөрөүеңә тиклем ярылып ята. Ҡаһарманлыҡ – барыһына ла нөктә ҡуйыуҙа түгел, ә йәндең барлыҡҡа килеү мәленә сыҙай алыуҙа, тигән кемдер берәү. Ә рәссам, ниндәйҙер кимәлдә, яралтыусы, бар итеүсе Бөйөк көскә тиңләшергә, уның һымаҡ булып ҡарар­ға ынтыла, баҙнатсыллығы арҡа­һында һәр һүрәтен төшөргәндә ана шул йәндең тыуыу ғазабын кисерә».

Ул ғазап бик татлылыр, ахыры. Оҫтаның егәрлелеген башҡаса нисек аңлатаһың? «Уяныу» серияһына ғына ла 500-ҙән артыҡ эш ингән, изге китабыбыҙ Ҡөрьән хаҡындағыһында – 200-гә яҡын картина. Унан тыш «Гогенға эйәреп», «Бали», «Ҡатын-ҡыҙ мифтары» һәм башҡа әллә күпме сериялар, циклдар... Әле башлаған проекты бигерәк ҡыҙыҡлы. Уртаһын уйып, урынына ситендәге нағыштарға ауаздаш мотивтар урынлаштырып, Совет йылдарында фатир биҙәгән, єммє єле моданан сыҡҡан балаҫтарға ла яңы ғүмер бирә ул.

«Бер темаға инеп китһәм, күңелде бушатмай туҡтамайым. Шул арала меңгә яҡын ауаздаш рәсем тыуып өлгөрөүе мөмкин. Беҙҙең постмодернизм осоро ғәжәйеп асыштарға урын ҡалдырмаған. Шуға мин билдәле рәссамдарҙың эштәрендәге идеяларҙы заман һулышы менән һуғарырға яратам. Гогенға эйәреп төшөргән һүрәттәрем быға асыҡ миҫал».

Ижадсы тәүлек әйләнәһенә оҫтахананан сыҡмай тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Гөлнара Фәнис ҡыҙының тоғро юлдашы, өс егеттең арҡа терәр атаһы, ил күрке булған ҡәйнә-ҡайныһының берҙән-бер кейәүе, оҫта ашнаҡсы, баҡсасы, тәрбиәсе лә ул.
«Донъям тотҡаһы булып, уның күсәрен туҡтатмай әйләндереүсе, ижади ярһыуҙарыма аңлап ҡараған кәләшемә мең рәхмәтлемен. Ҡаһарман йөрәкле ул. Балаларымдың бар еңеү­ҙәре, рухиәте һәм күңел байлығы өсөн ҡәйнәм алдында баш эйәм. Улдарым булмаһа, ижадым икенсе төрлө булыр ине. Өсөһө лә һүрәт эшләргә яратты. Тик мин күңелдәрендәге рәс­самлыҡ бөрөләренә аңлы рәүештә яп­раҡ ярыр­ға бирмәнем. Ҡалай анһат, атай­ҙың был даирәлә билдәле исеме, әҙер оҫтахана, буяуҙар, бумалалар, тип уйланым. Һәм улар тапалмаған һуҡмаҡтар аша ҡатмарлы моң юлын һайланы. Йәшер­мәйем, ғорурланам. Бала саҡтарында мин уларға милли орнаменттарҙы күсереп төшөрөргә ҡуша инем. Күберәк әсәләренең байрамына турағыс йә туҡ-мас йәйгес таҡталар эшләнек. Бер на­ғышты нисә күсерһәләр, шунсама төрлө һүрәт килеп сыға ине. Бала аңында милли орнаменттарҙың трансформацияһын күҙәтеп, иҫем киткән саҡтар булды. Ул семәрҙәр күңелдәренә лә уйылғандыр, тип уйлайым.

Хәйләкәрлек бар миндә, ижадта улдарыма йыш таяндым. Бетховен, Моцарт һәм башҡа даһиҙар хаҡындағы картиналарҙа Сыңғыҙ улымдың музыканан алған тәьҫораттарын ҡулландым. Искәндәр тотош серияға нигеҙ һалған төп фекерҙе табырѓа ярҙам итте. Бер мәл ул Италияға бәйгегә барырға әҙерләнә ине. Ҡатнашыусылар араһында һүрәттәр ярышы ла була тигәндәр. Уйлап ултырҙым да ҡулланылмай ятҡан обойҙарҙы килтереп сығарҙым, улым шунда орнаменттар төшөрҙө, башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә сәләмләүҙәр һәм «мине аңларға тырышығыҙ!» тип яҙҙы. Әйткәндәй, ул һүрәте сығыш яһағанында сәхнәне биҙәне. Ижадта эске азатлыҡ һәм ныҡлыҡ талап ителә. Улдарыма һәр саҡ шуны аңлатырға тырыштым. Йәнә лә Искәндәр конкурсҡа әҙерләнә. Ул башҡарасаҡ көйҙөң әллә күпме яҙмаһын тыңланыҡ. Бер ҡыҙҙың уйнағанын оҡшаттым, тик ул хистәрен ярып һалды, йәлләтеп тетрәндерҙе. Туҡта, бына был һылыу шәп уйнаны. Тик уның һымаҡ танау еүешләтеп тора алмайһың, һин бит ир кеше, тинем. Нишләргә һуң, ти. Бер актерҙың һүҙҙәре иҫкә төштө, уйнағанда шул хәтлем ныҡ итеп ғазапланырға тейешһең, әммә уны бер кем дә һиҙергә тейеш түгел, тинем. Ун өс йәшлек үҫмер алдына ҡатмарлы мәсьәлә ҡуйҙым. Иртәгәһенә тап шулай уйнаны бит, малай, тамағыма төйөр тығылды хатта. Мин уларҙың сығыштары ваҡытында һәр ваҡыт Аллаһтан һорайым, ярҙам итә, шөкөр!

Кинйә улым менән ижадташлыҡ – айырым тарих. Хоҙай Тамерланды сабый сағынан ауыр һынауҙарға дусар итте. Инде уға ла ун дүрт тула. Һөйләшмәһә лә, башҡа балалар менән тиң булып аралаша, уйнай алмаһа ла, эске донъяһы һинеке-минекенән нескәрәк тә, байыраҡ та. Ул классик кµй ярата, башҡорт халыҡ моњдарын тыңлағанында күҙҙәренән йәштәре субырлап аға. Әле, үҫмерлеккә аяҡ баҫҡас, яҡшы рок тыңларға ла әүәҫлән­де.Ҡөрьән хаҡындағы серияны икәүләп төшөрҙөк. Иғтибар итһәгеҙ, китап биттәре төрлөсә сыймаҡланған аҡ ҡағыҙға йәбештерелгән. Улар – Тамерландың эше. Улым сыймаҡлап бөткәс, мин оҫтаханала уның менән ризалаша алмай, һүрәтенең мәғәнәһенә төшөнөп, тәүлек тирәһе ултыра торғайным. Һәм ул табыла ине. Йондоҙҙарға ҡарағанда ла бит, кеше хаос күрһә лә, аңы менән уларҙың ҡәтғи тәртиптә урынлашҡанын аңлай. Бында ла шулай, тик йомаҡты сисә белер кәрәк. Икенсенән, беҙ, рәссамдар, үҙ күҙаллауҙарыбыҙға таянып йәшәйбеҙ. Нисек өйрәткәндәр, нисек дөрөҫ, шул хаҡта уйлайбыҙ. Ваҡыт аға, ҡағиҙәләр үҙгәрә, ә беҙ һаман ҡалыпҡа йәбешеп ятабыҙ. Мин дә буяҡ эҙен дөрөҫ һалырға, тамашасыға оҡшарға, тәьҫирлерәк итергә тырышам. Ә бала бер кемгә лә оҡшарға тырышмай, ул ихлас, эскерһеҙ, нисек тоя, шулай төшөрә. Шулай ысын күңелдән эшләнгән һүрәт өҫтөнә генә Изге китаптың биттәрен урынлаштырырға ҡыйып була торғандыр».

Вәсил Ханнанов ижадының ғәжәйеп серен аңланым мин. Сафлыҡҡа, эскерһеҙлеккә ынтылыу, егәрлелек, ябайлыҡ… Уның яңғыҙ кеше хеҙмәте түгеллеген, ә бер йомғаҡҡа уҡмашҡан, һынауҙар, ғазаптар аша сыныҡҡан, нығынған ғаиләнең йөрәгенән һурып, тирә-яҡты яҡтыртыр өсөн, асыҡ устарына һалған емеше булыуын. Ошо хозур, илаһи ғаләмдең үҙәгендә иҫ киткес сабыр, елдең үҙенә ҡороҡ һала алырлыҡ сымыры, ҡаһарман башҡорт ҡатындары, әсәле-ҡыҙлы Гөлнара Фәнис ҡыҙы менән Альбина Хажим ҡыҙы тора. Был гүзәл зат­тарҙы уратып алған аҫыл ир-егеттәрҙе Ер шарының ҡайһы өлө­шөндә лә азамат тип таныйҙар. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн шунан да ҙур баһа юҡ. Тормош мәғәнәһен үҙенә һыйҙырған шул баһа, бәҫ һәм мөхәббәт хаҡында рәссам ижады ла.

Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook