Ваҡыт ҡануны

Был тормошта өс нәмәне: ташлаған ташты, әйтелгән һүҙҙе һәм ваҡытты кире ҡайтарып булмай. Әммә тирә-яғыбыҙға иғтибарлап күҙ һалғанда, барыһы өсөн дә тәүлегенә 24 сәғәт булыуға ҡарамаҫтан, кемдер уны мөмкин тиклем файҙалы итеп үткәрә, кемдер ваҡытын ҡайҙа итергә белмәй аптырай, ә бәғзеләр иһә ваҡытын еткерә алмай. “Айыҡ Башҡортостан” ижтимағи хәрәкәте рәйестәше Ренат ЗӘЙНУЛЛИН уҡыусыларҙы ваҡыт ҡанундары менән таныштыра.

– Кешелек тарихында энергоҡоралланыу һәм етештереү һөҙөмтәлелеге күпкә артты, әммә ни өсөндөр эш көнө ҡыҫҡартылмай, ә осон-осҡа ялғау өсөн кешеләргә көндән-көн күберәк эшләргә тура килә.
– Кешелек алдында ике төп бурыс тора: беренсеһе – кешенең лайыҡлы тормош шарттарын тәьмин итеү; икенсеһе – кешелектең планета биосфераһына урынлаштырылыуының маҡсаттарын аңлау һәм тормошҡа ашырыу.
Һәр кеше тәү сиратта үҙенә һәм ғаиләһенә етерлек күләмдә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, торлаҡ һәм башҡа йәшәү өсөн кәрәкле нәмәләр булдырырға тейеш. Ошо беренсел ихтыяж ҡәнәғәтлән­дерелгәс, уның балаларын тәрбиәләргә, үҙен камиллаштырырға һәм йәмғиәтте яҡшыртырға етерлек ваҡыты һәм сараһы ҡалыуы зарур.

Тормош тәжрибәһенән сығып ҡарағанда, һөҙөмтәле эш көнө дүрт сәғәттән артмай, йәғни кеше 8 сәғәттең 4 сәғәтен емешле эшләй ҙә ҡалған ваҡытын бушҡа уҙғара. Ғалимдар иҫәпләүенсә, уҙған быуаттың 60-сы йылдарына өлгәшелгән технологиялар кимәле эш көнөнөң оҙайлығын ни бары бер сәғәткә ҡалдырырға тейеш ине. Тимәк, 2011 йылда эш аҙнаһын 60 сәғәткәсә оҙайтырға тәҡдим иткән Прохоров бары тик үҙенең маҡсаттарын ғына күҙаллаған. Ғәмәлдә иһә был маҡсаттар – уның хужаларыныҡы, һәм улар иҡтисадтан ситтә тора. Ә кем һуң хужалар? Улар – глобаль кимәлдәге идарасылар. Уларҙың үҙҙәренең армияһы ла, тармаҡлы административ аппараты ла юҡ. Уның ҡарауы, мәғлүмәт методологияһына эйә булыуҙары иҫәбенә барлыҡ эшмәкәрлек өлкәләренә лә инергә һәләтлеләр. Үҙҙәренең идара итеү концепцияһына һыйған эшмәкәрлекте яҡлайҙар, хуплайҙар, ҡалғандарын инде яйлап ҡына юҡҡа сығара баралар. Йәғни идара итеүҙә дәғүәселек булмаһын өсөн изге ниәтле ябай кешенең белемен арттырыуға һәм камиллаштырыуға, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә ваҡыты булмаҫҡа, ул һәр саҡ йән аҫрау, осон-осҡа ялғау менән мәшғүл булырға тейеш. Шуға күрә эш көнө оҙайлығын ҡыҫҡартырға, аҡса берәмегенең һатып алыу мөмкинлеге артыуына юл ҡуйырға ярамай, киреһенсә, йәмғиәттә кешеләрҙең барлыҡҡа килгән ваҡытын һәм ижади ҡеүәтен утилләштереү өсөн деградацион-паразитик ихтыяждарҙы ҡабатлап торорға; йәмғиәттең уңайһыҙ һәм ҡамасаулаусы элементтарынан ваҡытында арынырға кәрәк. Был инде кешене аҫтыртын ҡоллоҡҡа алып килә. Бөгөнгө иҡтисади системала күпселек хеҙ­мәтсәндәр паразит аҙсылыҡтың – «элита»ның ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн эшләй.

Ғалимдар билдәләгән йәмғиәттең технологик үҫешенең өс төп баҫҡысына кешенең тулыһынса мәшғүллеген тәьмин итеү күҙлеге аша ҡараһаҡ, уларҙа аҫтыртын ҡоллоҡ системаһының үҫеш этаптары асыҡ күренә. Мәҫәлән, аграр секторҙа күпселек халыҡ ауыл хужалығында – аҙыҡ-түлек етештереүҙә кеше һәм хайуан көсө файҙаланылған өлкәлә мәшғүл ине. Тулыһынса мәшғүллекте тәьмин итеү, беренсенән, кәҫтаҡталы һабан ҡулланыу һөҙөмтәһендә ерҙе һөҙөмтәһеҙ эшкәртеү, уңыштың кәмеүе­нә килтерҙе, ә техник ҡоралланыуҙың үҫеше бары тик халыҡты ашатыу өсөн сәсеүлектәрҙе арттырыуға ҡайтып ҡалды; икенсенән, сәнәғәт күләмендәге һәм шәхси ихаталағы малсылыҡ тәүлек, йыл әйләнәһенә кешене бәйләп ҡуйҙы, сөнки был тармаҡта етештереү әйләнеше 6-12 айға тиң, ә шәхси хужалығыңа идара итеү көндәлек ваҡытыңды «йота», хужалығыңды кешегә ҡалдыра алмайһың.
Әммә фән һәм техника бер урында ғына тормай. Уларҙың алға китеше етештереүсәнлектең үҫешенә килтерҙе. Йәмғиәт натураль хужалыҡтан һәм бартерҙан тауар етештереүгә һәм сауҙаға күсә башлай. XIX быуатҡа халыҡтың артыуы ауыл хужалығы ерҙәре һәм малсылыҡ үҫешенә ҡарағанда юғарыраҡ була, шуға күрә «индустриализация» тип аталған яңы ҡоролошҡа күсеү ихтыяжы тыуа.

Индустриаль йәмғиәттә глобалләштереүселәр яһалма йәшәү мөхитен – техносфера – булдырыу тенденцияһын алға сығара. Бында техниканың һәм халыҡ һанының үҫешенә еңел идара итеү мөмкинлеге күҙаллана. Халыҡты тулыһынса эшкә батырыу бурысы йәмғиәттең ауыл хужалығынан бушаған ҡеүәтен техносфераның йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтеү иҫәбенә башҡарыла.

Техника һәм технологиялар үҫеше һөҙөмтәһендә етештереү кимәле ҡулланыу кимәленән артығыраҡ була башлағас, кешегә яһалма ихтыяждар уйлап сығарыу һәм, производствоға юрамал иҫкереү системаһын индереп, етештерелгән продукцияның ресурс һәм техник характеристикаларын кәметеү зарурлығы килеп тыуа. Артабан йәмғиәт «үҫеш»тең яңы – постиндустриаль йәмғиәт этабына күсә.

Кешелек техносфераны ни тиклем генә камиллаштырмаһын, шәхси үҫеш өсөн ваҡыт таба алмаһа, кеше үҙенең Ерҙәге тәғәйенләнешен аңлау кимәленә етеү түгел, үҙен бары тик көн күреүгә, осон-осҡа ялғауға дусар итә. Быны аңлағас, Иосиф Виссарионович Сталин «Экономические проблемы социализма в СССР» тигән хеҙмәтендә, йәмғиәттең мәҙәни үҫеше шарттары тураһындағы һорауға яуап биреп, былай тип яҙа: «Было бы неправильно думать, что можно добиться такого серьезного культур­ного роста членов общества без серьезных изменений в нынешнем положении труда. Для этого нужно прежде всего сократить рабочий день по крайней мере до 6, а потом и до 5 часов. Это необходимо для того, чтобы члены общества получили достаточно свободного времени, необходимого для получения всестороннего образования».

– Тимәк, хәҙерге йәмғиәт махсус рәүештә шундай юлға һалынған: унда кешенең белемен камиллаштырыуға, йәғни, ололар әйтмешләй, «күҙе асылыуға», ысынбарлыҡты аңлауға ваҡыты ҡалмаҫҡа тейеш...
– Эйе, тап шулай. Кешене йән аҫрау торошонда тотоу, уға маҡсатына өлгәшеүгә юл ҡуймау өсөн йәмғиәттең барлыҡ тибында ла ике төп ҡорал ҡулланыла: беренсеһе – үҙәк банк, икенсеһе киң мәғлүмәт сараларының һәм йылдар буйына йәшәп килгән мәҙәниәттең йәмғиәттең һәр ҡатламына үҙ кимәлендәге ҡулланыуҙы көсләп тағыуы.

Банктар банкир-ростовщиктарҙың ябыҡ корпорацияһын тәшкил итә һәм дәүләт өҫтөнән (надгосударственное) идара итеү ҡоралы булып тора. Уларҙы ил хөкүмәттәре лә контролләй алмай, ә маҡсаттарына өлгәшеүҙең иң төп ҡоралы – процентҡа аҡса – кредит биреү.
XXI быуат башында донъяның барлыҡ илдәре лә банкир-ростовщиктарҙың транснациональ кландарына бурыслы була. Халыҡтың аҡсаһын тартып алып, был корпорация әйләнешкә күпме теләй, шунса ғына сығара, производствоның аныҡ секторының ихтыяжын иҫәпкә лә алмай. Алгоритмика аҙыҡ-түлеккә һәм торлаҡҡа еткәс, йәмғиәт финанс-иҡтисад геноцидына дусар ителә.

Ростовщиклыҡтың асылын Сталин яҡшы аңлаған. Долларҙың банкир-рос­товщиктарҙың транснациональ кландары өсөн донъяны ҡол итеү ҡоралы булыуын һиҙеп, 1950 йылда ул, һумды доллар менән тәьмин итеүҙе туҡтатып, уны алтынға бәйләй һәм альтернатив глобаль кредит-финанс системаһын ойоштора.

Икенсе ҡоралға килгәндә инде, хәҙерге етештереү-ҡулланыу системаһы, тәү сиратта, «элита»ның ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә көйләнгән, ә ҡалған халыҡтың ихтыяжы ҡалдыҡ принцибы буйынса ҡәнәғәтләндерелә – «үлеп бөтөп ҡуймаһындар». Әммә «элита» менән «ябай халыҡ» – ҡулланыуҙағы айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан – икеһе лә ҡол биләүселек системаһының әсирҙәре, сөнки улар араһында донъяға ҡараш буйынса айырма юҡ!
Йәмғиәттең ҡатламдарын бер-береһе менән бутамаҫ өсөн һәр социаль статусҡа билдәле ҡулланыу кимәле тап килергә тейеш. Был осраҡта статистика мөһим урын алып тора – йәмғиәттең 80 проценты үҙҙәренә нәмә көсләп тағыла, шуны ғына ҡуллана. Шулай итеп, барлыҡ йәмғиәт бурыстан башы сыҡмай йәшәй, ә эш хаҡы – ярлыларҙыҡымы, урта синыфтыҡымы, статусына ярашлы бер-ике ай ҡулланыуға етә.

– Шулай ҙа кеше үҙе теләгән лайыҡлы тормош кимәленә етерлек аҡса эшләй алған һәм уның буш ваҡыты ҡалған икән, тип, проблемаға оптимизм күҙлегенән ҡараһаҡ...
– Бындай осраҡта инде, ҡол биләүселәр күҙаллауынса, барлыҡ буш ваҡытын ул үҙенең түбән тәгәрәүенә йүнәлтергә тейеш. Ысынбарлыҡта кешенең барлыҡ ихтыяжы ике төргә бүленә: демографияға бәйле (уларҙы ҡәнәғәтләндермәгәндә уңайлы тормош һәм киләсәк быуындарҙы тәрбиәләү мөмкин түгел) ихтыяждар: һыу, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, торлаҡ, транспорт, элемтә, белем алыу; деградацион-паразитик (кешенең психикаһына тәьҫир итеүсе һәм уның генетикаһын боҙоусы) ихтыяждар: алкоголь, тәмәке, башҡа наркотиктар һәм ағыуҙар һ.б. Аңын-тоңон уйламай ҡулланғанда, бер ниндәй зыянһыҙ аҙыҡ-түлек тә, башҡа хеҙмәттәр ҙә сәләмәтлеккә хәүеф менән янауы мөмкин.

Кешенең ижади ҡеүәһен баҫыу, уның буш ваҡытын тултырыу һәм ысынбарлыҡта барған ваҡиғалар менән бәйләнешен өҙөү өсөн, уның үҙе эшләгән аҡсаһын төрлө ағыуҙарға – алкоголь, тәмәке һәм башҡа интоксиканттарға тотоноуына шарттар тыуҙырыла. Ә күптән түгел уларҙың рәтен виртуаль ысынбарлыҡ технологиялары тулыландырҙы. Компьютер уйындары, музыканың, фильмдарҙың, телетапшырыу­ҙарҙың һәм әҙәби әҫәрҙәрҙең ҡайһы бер төрҙәре «буш ваҡытты үлтерергә» мөмкинлек бирә, мейене файҙаһыҙ, хатта зыянлы мәғлүмәт менән тултыра. Бөгөн улар, тәмәке һәм һыра кеүек, үҙең менән йөрөтөү уңайлы булған ыҡсым гаджеттарға тупланған. Был шәхесте даими ошо йоғонто аҫтында тоторға ярҙам итә һәм ҡол биләү­селәрҙең үҙҙәренә кәрәкле мәғ­лүмәтте туранан-тура кешеләрҙең аңһыҙ психикаһы кимәленә һалырға мөмкинлек бирә. Кеше бер аҙҙан үҙенең шәхси фекерен ситтән көсләп тағылған фекерҙән айыра алмай башлай. Ижадтан, уйлауҙан мәхрүм ҡалғас, ул йәшәү мәғәнәһен һәм бәхет тойғоһон юғалта, ысынбарлыҡтан ҡаса һәм буш ваҡытын нисек «үлтереү» ысулдарын эҙләй. Шул уҡ ваҡытта, бындай бәйлелектән азат кешеләргә бик йыш ҡына үҙенең үҫешенә һәм балалар тәрбиәләүгә ваҡыт етмәй.

Атап үтелгән йоғонтоларҙан азат булған кешеләр (контролдән сыҡҡан йәки хәҙер инде кәрәкмәгән лидерҙар, сәйәсмәндәр, яҙыусылар һәм шағирҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар) төрлөсә күҙҙән төшөрөлә. Икенсе яҡтан, тотош йәмғиәттең ҡеүәте хәрби низағтарҙа даими баҫтырыла – уларҙа халыҡтың иң яҡшы вәкилдәре һәләк була. Бында ике төрлө низағты айырып күрһәтергә була: идара итеү концепцияһының эсендәге низағ; идара итеү концепциялары араһындағы низағ.

Улар араһындағы айырманы тарихи миҫалдар аша күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, Европаның күп кенә һуғыштарын «үҙ-ара талаш» тип атайҙар. Ысынбарлыҡта улар бары тик кәрәкмәгәндәрҙе ҡырыу ғына була: иң көслөләр, йәғни иң яҡшы генетикаға эйә булыусылар һайлап алына, улар күнектерелә һәм һуғышҡа ырғытыла. Маневрлы һуғыштар ҡурҡаҡлыҡ һәм көсһөҙлөк билдәһе була, шуға күрә һуғышсылар маңлайға-маңлай алыша. Шулай итеп йәмғиәттең ҡеүәте утилләштерелә, сөнки тылда ҡалыусылар рухи һәм физик йәһәттән кешелектең иң яҡшы вәкилдәре түгел.
Идара итеү концепциялары араһында барған һуғыш – икенсе мәсьәлә. Унда башҡа төрлө концепция йөрөтөүселәр­ҙе юҡ итеү маҡсаты ҡуйыла. Шуға ла Европа генералдары Суворовтың маневрлы һуғыш алып барыуына аптырай, әммә Суворов башҡаса булдыра алмай – уның концепцияһы башҡа. Был Бөйөк Ватан һуғышына ла ҡағыла.

Беҙгә Ер цивилизацияһындағы тормошта нимәләр барыуын аңлау һәм уның үҫеү ҡеүәтен үҙләштереү менән шөғөлләнеүҙең уникаль мөмкинлеге бирелгән. Кешелек йән аҫрау, көн күреү психологияһынан арынып, үҙенә бирелгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлын һайлай ала. Әгәр был мөмкинлеккә күҙ йомһаҡ, кешелек ҡеүәте сираттағы тапҡыр йә биосфера һәләкәтендә, йә глобаль хәрби низағта юҡҡа сығарыласаҡ. Шуға һәр кем үҙенең был тормоштағы миссияһын, маҡсатын аңлап, нимәгә өҫтөнлөк биреүен һайларға тейеш: йә ул деградациялана, йә, саҡ ҡына ваҡыты булғанда ла белемен камиллаштырып, үҫеш юлынан бара.

Даяна АТАНОВА һөйләште.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook