Күп балалы ғаилә – милли идея
Бушлай ер участкалары, ташламалы хаҡ буйынса фатир – ишле ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән был ярҙам төрҙәре бик яҡшы, ләкин уларҙы алыуға сират ҙурлығы бәкәлгә һуға. Уны нисек тиҙләтергә? 6 процентлы ипотека буйынса торлаҡты тәүге взносһыҙ һатыу мөмкинлеген табып булмаймы? Илебеҙҙең автомобиль етештереү сәнәғәте күп балалылар өсөн махсус ғаилә автомобиле сығарһа ине?! Штат ҡыҫҡартылғанда ишле ғаилә башлығы ниндәй өҫтөнлөккә эйә? Ҙур ғаиләләрҙең спорт менән шөғөлләнеүсе балаларына бушлай махсус кейем бирелһә ине?! Өфөлә үткән ““Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау: күп балалы ғаилә – милли идея”” тигән түңәрәк өҫтәлдә күмәк ғаиләләр өсөн бик мөһим ошо һәм башҡа һорау-тәҡдимдәр яңғыраны. Федераль кимәлдә күп балалы ғаилә статусын билдәләгән һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә уларға берҙәм социаль ярҙам сараларын тәғәйенләгән хоҡуҡи акт булмауы хаҡында ла әйтеп үтелде. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүселәргә ярҙам тураһында ла һүҙ барҙы. Йәнле һөйләшеүҙе баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡ – Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева алып барҙы. Түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмәлә республикабыҙ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр, атайҙар, инвалид сабый үҫтереүсе ғаиләләр ҡатнашты.
– Бөгөн күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһен федераль кимәлдә белгестәр менән ҡарауға сығарасаҡбыҙ, – тине осрашыу аҙағында Светлана Чупшева. – Күп балалы ғаилә илебеҙҙә милли идеяға әйләнергә тейеш. Уға ҙурыраҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү зарур.
– Бөгөн күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһен федераль кимәлдә белгестәр менән ҡарауға сығарасаҡбыҙ, – тине осрашыу аҙағында Светлана Чупшева. – Күп балалы ғаилә илебеҙҙә милли идеяға әйләнергә тейеш. Уға ҙурыраҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү зарур.
Альмира Кирәева.
Теги: Ғаилә