Һайлау-2018 йәмәғәт матбуғат үҙәгендә
Һайлау 2018 йәмәғәт матбуғат үҙәгендә мобиль булмаған граждандар төркөмдәре өсөн һайлауҙарҙы еңелләштереүҙә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында брифинг үтте. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, Үҙәк һайлауҙар комитетының эш төркөмө ағзаһы Нурлығаянов Флюр Фәтҡелғаян улы бер нисә көн элек Мәскәүҙән үҙе менән махсус рәүештә инвалид коляскаһы алып килеп, мөмкинлектәре сикләнгәндәр тауыш бирәсәк һайлау участкаларына коляскала барып ҡараған. "Бер нисә урында саҡырыу төймәһе эшләмәне, махсус баҫҡыстар булманы, әммә беҙҙең ялыуҙар буйынса был етешһеҙлектәр тиҙ арала төҙәтелде, мөрәжәғәттәребеҙ ваҡытында ҡаралып, мәсьәләләр оператив хәл ителгәне өсөн ойоштороусыларға рәхмәт", - тип белдерҙе ул. Брифингта шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының мәрхәмәтте үҫтереү һәм сараларҙы координациялау бүлеге советнигы Роза Исмәғил ҡыҙы Кузьменко сығыш яһап, республикалағы барлыҡ ғәриптәр иҫәбенән ун бер меңенең һайлау йәшендә булыуы, уларға үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне.
Теги: УчастОК УчастОК102 выборыпрезидентарф