Күңел изгелеккә асыҡ булһын!

Күңел изгелеккә асыҡ булһын! Үкенескә ҡаршы, балалар менән атай-әсәйҙәр, йәштәр менән оло быуын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар, һүҙ көрәштереүҙәр, хатта бер-береңде йәберләүгә, үпкәләшеүгә барып етеү – тормошта йыш осраған күренештәр.

Килен – ҡәйнә араһы
…Урыҫ халҡында ҡәйнә – кейәү араһы сетерекле мәсьәлә һаналһа, беҙҙә башлыса ҡәйнә – килен мөнәсәбәттәренә иғтибар көслө. Был ауыҙ-тел ижадында ла – төртмә көләмәстәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә лә асыҡ сағыла. Урыҫтар «Ялҡау кейәү генә ҡәйнәһен әрләмәҫ», «Кейәү өсөн ҡәйнәнең кеҫәһе һай» тиһә, беҙҙең халыҡ «Килен килер, киле һабылай теле килер», «Йыуаш ҡәйнәнән дә «ыш» тигән һүҙ сығыр», ти.
Сәлимә исемле танышым ҡәйнәһе менән йәшәй. Яҡын күреп йыш ҡына хәлдәрен һөйләп, унан арыуыҡ өлкәнерәк тә булғас, кәңәш һорап ала. Өйләнешкәс, күп тә тормай, ҡәйнәһенең бер бүлмәле фатирын һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алып ебәрҙеләр. «Ҡабаланманығыҙмы икән? Ҡәйнәң йәш. Олоғайып, ярҙам кәрәкһә, бергә йәшәп өлгөрөр инегеҙ. Башҡаның башы ауыртмай, тиҙәр бит», – тип шик белдерҙем. Тиҙҙән йәш килен менән ҡәйнә араһында аңлашылмаусанлыҡтар башланды. «Ныҡ үсексән, һүҙ күтәрмәй. Мин әйткән һәр нәмәнән йөй эҙләй. Шуға артыҡ һүҙ ҡушырға тырышмайым. Иң йәнемде көйҙөргәне: бала тәрбиәләүгә ҡыҫыла. Йыш ауырый тип, ҡат-ҡат кейендерә, улым бышлығып, тирләп йөрөй. Әле бына яңыраҡ та, улай ныҡ кейендермәгеҙ, тигәнгә туҙынып китте, бүлмәһенең ишеге шарт ябылды. Әллә үҙем берәй нәмәне дөрөҫ эшләмәйемме? Өндәшмәй ҙә ҡала алмайым, әммә ураған һайын һүҙгә килешеп йәшәү ҙә ялҡытты...
Күңел изгелеккә асыҡ булһын!
Әсәйҙе һайлап алмайҙар
…Килен менән ҡәйнә генә түгел, ғаиләнең башҡа ағзалары араһында ла һүҙгә килешеү, низағ осраҡтары булмай тормай. Юҡ ҡына сәбәптән үпкәләшеп, йылдар буйы аралашмаған әсәй менән ҡыҙҙарҙы беләм.
Йәше 40-ҡа яҡынлаған Әлфиә ике йыл самаһы әсәһе менән һөйләшмәй ҙә, бер ҡалала йәшәп, янына бармай ҙа. Нимәгә үпкәләгән, ни сәбәпле низағ сыҡҡан тиһегеҙме?..

…Йәшәй-йәшәй күп нәмәләрҙе яйлау-көйләү юлдарын үҙләштерәһең, ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә өйрәнәһең, ғаиләләге мөхит, үҙ-ара мөнәсәбәттәр башлыса ҡатын-ҡыҙҙан тора икәненә төшөнәһең...

…Барыһы ла үтә, тигән аҡыл эйәһе. Эйе, ғүмер – фани, йәшәү – әҙәм балаларына үлсәп кенә бирелгән оло бүләк. Һәм уны ваҡлыҡтарға, үпкә-рәнйештәргә әрәм итмәй, асыҡ күңел, изгелекле йөрәк, ихласлыҡ менән үтеү – оло бәхет. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, яҡындарыбыҙға миһырбанлы булайыҡ!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Килен-ҡәйнә Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook