Һүҙ – йылдың “хужаларына”

Һүҙ – йылдың “хужаларына”Рәмзиә ХИСАМОВА, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:

– Йәш саҡта, күңел елкенеп торғанда, һәр Яңы йылдан яңы мөғжизәләр көтәһең. Бигерәк тә ижад кешеләре хыялға бай була бит ул. Хәҙер инде миңә ниндәйҙер бер ваҡыт арауығы үтеп, икенсе осор башланыуын аңлата был көн. Ошо арала ниҙәр эшләнгән? Ниндәй ваҡиғалар булып үткән?
Шыршы ултыртмайым: берҙән, балалар үҫеп бөткән, икенсенән, тағы күпме ваҡыт еребеҙҙе йәмләп торорға мөмкин булған ағастарҙы йәлләйем. Өйҙө үҙемсә биҙәп, артыҡ шаштырмай ғына байрам төҫө бирәм. Балалар, әлбиттә, йыл һайын үҙҙәренә саҡыра, тик мин бер ҡайҙа ла бармайым – өйөм дә минең менән бергә Яңы йылды ҡаршыларға тейеш кеүек. Айсыуаҡ улым һәм Айһылыу ҡыҙымдың инде үҙ ғаиләләре бар, алты ейән-ейәнсәрем үҫә. Уларға ҡарап ҡыуанам да, йыуанам да.
Беҙ бәләкәй саҡта Ҡыш бабайға бөгөнгөләй үк әһәмиәт бирмәгәнбеҙ ахыры, һәр хәлдә Октябрь байрамы, Май демонстрациялары сағыуыраҡ булып хәтерҙә ҡалған. Студент саҡта ла бейек үксәле туфли кейеп баш ҡалабыҙ буйлап әллә нисәмә саҡрым ерҙе шаулап-гөрләп үткәндәребеҙ матур иҫтәлек булып һаҡлана. Йәшлек дәрте, ауырҙы ла ауыр тип белмәгән ваҡыт... Һәр саҡ йылмайып ҡына торманы бит ул тормош, төрлөһөн кисерергә тура килде. Анау дефолт йылдарындағы Яңы йылды ҡаршылауыбыҙ хәтерҙә. Айҙар буйы эш хаҡы көтәбеҙ. Яңы йылға иллешәр һум бирҙеләр. Бер шешә шампан шарабына ғына етә ине ул, шуны алдыҡ та. Өйҙә булған дүрт картуфтан дүрт кәтлит бешерҙек, бер нисә киҫәк икмәк бар. Ун ике тула тигәндә шампан шарабын аса башланыҡ, тик уныһы асылмай ҙа ҡуя. Шулай ярты сәғәттәй ваҡыт үтеп китте. Әллә был Яңы йыл мажаралы, ҡыҙыҡ булып хәтергә уйылһын өсөн шулай иттеме? Бына бит, хәҙер көлөп иҫкә төшөрәбеҙ...
Сусҡаны беҙ яратмайбыҙ, әммә был хайуан күп итеп бала табып үҫтереүе менән ниндәйҙер бер хөрмәткә лайыҡ кеүек күрәм... Һуғыштан һуңғы ырыҫлы ҡабан йылында тыуғанмын, мәхшәрҙе күрмәгәнмен, республикабыҙҙың мәртәбәле театрында эшләү насип иткән, олоғайыуым да ни хәтле матур, мул тормошло ваҡытҡа тура килде, тип уйлайым гелән, шуның менән үҙемде сикһеҙ бәхетле тоям. Киләһе йыл да еребеҙгә тыныслыҡ, ырыҫ килтерһен.

Һүҙ – йылдың “хужаларына”Ләйсән КӘРИМОВА,
Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһе актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:


– Киләһе йыл ғаиләбеҙҙә үҙгәрештәргә бай булмаҡсы. Мәскәүҙә белем алған Лилиана ҡыҙым уҡыуын тамамлап (әйткәндәй, ул да минең юлды һайланы – буласаҡ актриса), йәне теләгән эшкә урынлашыр, тип көтәм. Улым Роберт та, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы биреп, үҙе һайлаған һөнәр буйынса уҡырға инер. Бәләкәсебеҙ Даниэль иһә мәктәпкә төшөр. Шулай ҙур ғаилә ҡорорға хыялландым һәр саҡ. Актриса булмаһам, тағы ла күберәк бәпес алып ҡайтыр инем, моғайын. Үҙебеҙ ҙә алты бала үҫтек, бер-беребеҙҙе хәстәрләп, кәрәк саҡта иң ҡуйып, сер-хәбәребеҙҙе бүлешеп татыу йәшәйбеҙ. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Балалар яратам мин, хатта бәләкәй саҡта киләсәгемде уҡытыусы йә тәрбиәсе итеп күрә инем. Әле бына өлкәндәре икенсе ҡалаларға сығып киткәс, бер аҙ моңһоуыраҡ та булып тора. Ҡасан ғына әле балаларға бүләк алып йәшерә инек тә, карта һыҙабыҙ, төрлө наказдар яҙабыҙ, шул күрһәткестәр буйынса эҙләп таба инеләр... Донъялар үҙгәрә, ағаһы менән апаһы бәләкәс саҡтарында Ҡыш бабайҙан ғәҙәти уйынсыҡ, тере эт һораһа, бәләкәсебеҙ быйыл, уҡый-яҙа белмәһә лә, аҡ һаҡаллы теге бабайҙан унынсы модель айфон һорамаҡсы... Үҙе лә Яңы йыл бүләге булып донъяға килде ул. Тыуған көнө – 28 декабрҙә. Яңы йылды күнегелгәнсә ғаиләбеҙ менән шаулап-гөрләп, тултырылған ҡаҙ, биҙәлгән шыршы янында түгел, палатала ҡаршыланым ул йылды. Әммә быға һис көйөнмәнем, сөнки яңғыҙ түгел инем – янымда Хоҙайҙан теләп алынған иң ҡәҙерле бүләк – улым мышнап ята ине.
Тормош иптәшем Ғәрәп Әмирлегенә путевка алып ҡыуандырҙы бер йыл. Мәскәүҙә йылы кейемдәребеҙҙе сисеп, йәйге күлдәктәрҙә самолетҡа ултырып китеү үҙе бер мәҙәк булды.
Мөғжизәле байрам ул барыбер Яңы йыл. Хеҙмәттәштәремде, яратҡан тамашасыларымды, республикам халҡын ихлас күңелдән ҡотлайым! Киләһе йылда һәр кемдең матур хыялдары тормошҡа ашһын, һау-сәләмәт булайыҡ. Тағы ла бөйөк Мостайҙың һүҙҙәрен әйткем килә:
Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә,
Еңеләйтер сара табыр бул.
Ауырына, хәйер, түҙерһең һин,
Еңеленә сыҙа, сабыр бул.


Һүҙ – йылдың “хужаларына”Рәмзил СӘЛМӘНОВ,
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры:


– Туғыҙынсы синыфтан бирле миңә нисәмә тапҡыр Ҡыш бабай кейемен кейергә тура килгәндер, иҫләмәйем дә. Атайым урман хужалығында эшләне, шунда балалар өсөн ойошторолған байрамда ҡаланан ҡайтҡан (ул саҡта Р. Ға­рипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһында белем ала инем) мине тағы Ҡыш бабай иттеләр. Шартына килтереп, ат егеп килеп еттем. Ифрат күңелле итеп байрам үткәргәндән һуң балалар менән хушлашып сыҡтым да, кашауайҙың артына ғына баҫып, атты ҡыуҙым. Атым шул саҡ йән көсөнә сабып китмәһенме!.. Мин ҡулымдан дилбегәне ысҡындырмайым, шулай сана артынан һөйрәлеп байтаҡ барҙым. Атты туҡтатып алғансы матур кейемемдең, һаҡалымдың рәте киткәйне инде. Ярай, балалар күҙенән алыҫлашып өлгөргән инем...
Икенсе күңелдә ҡалған ваҡиға балалар баҡсаһында булды. Ҡыҙым Әминәнең төркөмөндә иртәлек бара. Уйын-көлкө, шиғыр-йыр араһында кемдең арҡаһынан һөйөп үтәм, кемгә таяғымды тотоп ҡарарға рөхсәт итәм... Шул арала ҡыҙымдың яурынына ла ҡағылып үттем. Әллә яҡын кешеһенең ым-ишараһын һиҙҙеме, ул ҡапыл миңә күҙ һирпте лә, юҡ, ҡысҡырып өндәшмәне, әммә ҡарашы, гонаһһыҙ сабый ҡарашы: «Атай, был һинме?» – тип һорай ине. Өйгә ҡайтҡас иһә, әллә ни хәтлем дәлилдәр табып, баҡсаға мин түгел, ысын Ҡыш бабай барғанына саҡ ышандырып алдым. Баланың күңелендәге мөғжизәгә ышанысты оҙағыраҡ ваҡытҡа һуҙғы, өмөттө һүндермәй һаҡлағы килә бит...
Кеше күңеленә байрам кәрәк ул, тормоштоң ығы-зығыһынан арынып, яҡшы, яҡты уйҙарға күмелеп алыу зарур. Балалар кеүек Ҡыш бабайға хаттар яҙмаһа ла, һәр кем яҙмыштан матур бүләк көтә, күркәм үҙгәрештәргә өмөт итәлер. Үҙемә килгәндә, үткән йыл һәүетемсә, эш менән үтте, артыҡ сағыу ваҡиғалар булманы, тиһәм... Башҡор­тостандың 100 йыллығына арналған «Беренсе республика» тарихи-нәфис фильмында төштөм, Дауыт Юлтый ролен башҡарҙым. Булат Йосоповтың йылъяҙмаларға яҙыласаҡ фильмы киләһе йылда экранға сығасаҡ. Унан алда ошо уҡ режиссерҙың «Бабич» фильмында Әхмәтзәки Вәлидиҙе уйнау бәхете тейгәйне. Сағыу, күңелле ваҡиғаларға бай булһын, уңыштары менән килһен Яңы йыл, ҡот, бәрәкәт сәсһен ергә, республикабыҙ халҡының өмөттәре аҡланһын. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.




Теги: Яңы йыл Йондоҙнамә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook