2018 – Эт йылы

2018 – Эт йылыЯңы йыл менән!
2018 – Эт йылы
Тупһабыҙға аяҡ баҫырға торған Эт йылының есеме – ер, төҫө һары тип билдәләнә. Ер стихияһына тотороҡлоҡ, тигеҙлек, баҫалҡылыҡ, тыныслыҡ хас. Шуға ла киләһе йылда сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла, кешеләрҙең холҡонда ла, хатта тәбиғәт күренештәрендә лә нығынған ҡанундарҙы тотоу, ҡағиҙәләрҙе һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалыу хөкөм һөрөр, тип көтөлә. Тәбиғәт тигәндән, башҡорт ауыҙ-тел ижадында «эт йылы буран була», «эт йылында мал үрсер» тигән һынамыштар һаҡланған. Ер-әсә муллыҡты, ижади әүҙемлекте лә һынландыра. Файҙалы яңылыҡтар, асыштар ҙа йыш килеп торор. Һары төҫ сикһеҙ ҡыуанысты, яҡшыға, яҡтыға ышанысты, аһәңлелекте кәүҙәләндерә. Ихлас ҡыуана белгәндәр, үҙ көсөнә таянғандар, хыялына тоғро ҡалғандар киләһе йылда уңышҡа ирешер.
Эт йылында тыуғандар ниндәй сифатҡа эйә? Әлбиттә, тәү сиратта уларҙың тоғролоҡ сифатын атап үтеү кәрәктер. Был һайлаған һөнәргә лә, дуҫтарға ла, ғаиләгә лә ҡағыла. Эш урынында «эттәр» яуаплы, бөхтә, тыңлаусан, тырыш һәм белемле шәхес, шул уҡ ваҡытта кеше хәленә инә, сер һаҡлай белә. Ауыр мәлдәрҙә ул ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Ҡайһы саҡ бик уҫал, үҙенең хаҡлығына артыҡ ышаныусан, өҫтән фекер йөрөтөүсән, әммә барыбер намыҫлы һәм ғәҙел булыуы, тыныс холҡо өҫтөнлөк итә.
Киләһе йылдың «хужалары»на һүҙ бирәйек.


Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА, шағирә, композитор, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:
– Мәктәптә, гәзит редакцияһында, театрҙа хеҙмәт иткәнемдә гел эш менән янып йөрөп, байрамға алдан әҙерләнеүгә ваҡыт еткерә алмай ҡала инем. Улдарыма ла иптәшем үҙе костюмдар әҙерләште. Малайҙар ни, рыцарь, сит планета кешеһе кеүек ҡыҙыҡлы, мажаралы персонаждарҙы һайланы – бындай кейемде атай менән эшләүе ҡыҙығыраҡ та булғандыр. Шулай ҙа йәш әсәләргә кәңәш итеп әйтер инем – эш, донъя мәшәҡәттәре тип, ғаиләгеҙҙе артҡы планға ҡалдырмағыҙ. Балаларҙың үҫкән осоро – бер мәл генә, яҡты иҫтәлек булып күңелгә уйылһын.
Үҙемдең тәүге Яңы йыл маскарадында ҡатнашҡаным хәтерҙә – ике туған апайыма эйәреп барғайным. 5-6 йәш булғандыр ул саҡта. Ҡағыҙҙан эшләнгән уйынсыҡтар, сылбырҙар тағылған шыршы тирәләй әйләнгәндә иғтибарҙы йәлеп итеп, хәтерҙә ныҡ ҡалғаны туҙҙан эшләнгән битлек кейгән персонаждар ине. Һуңынан «Сулпан» театрында эшләгәндә «Ҡот ҡайтар, Айсыуаҡ!» тигән спектаклдә шуны ҡулландыҡ режиссер Мәсәлим Күлбаев менән – тамашаны асыусы ике артист тап шундай битлектә булды.
«Эт» һүҙен йышыраҡ кире, тиҫкәре һүҙбәйләнештәрҙә ишетергә тура килә. Ә бит унан да тоғро хайуанды осратырмын тимә! Беҙҙең эттәребеҙ булды. Улар менән дуҫлашып бөтәһең, күҙгә ҡарай, эшкә оҙатып ҡала, ҡыуанып ҡаршы ала... Аяныслы хәлдәргә тарыған саҡтар ҙа бар. Бәләкәс улым Вадим шул тиклем эт-бесәй яратты, урамда күрһә, ҡуйынына һалып алып ҡайта торғайны. Бер мәл шулай ишектән инеү менән: «Әсәй, әрләмәйһеңме?» – ти. «Юҡ, әрләмәйем», – тип өс тапҡыр ҡабатлатты. Шунан ғына ҡуйынынан бәләкәс кенә көсөк килтереп сығарҙы. Вәғәҙә иткәс, өйҙә ҡалдырҙыҡ быны. Үҙе шаян, матур эт ине, аяҡ аҫтында буталырға яратты. Бер саҡ һөт ҡайнатып, биҙрәне иҙәнгә ултыртыуым булды, теге көсөк әллә ҡайһы арала йүгереп килде лә ҡайнар һөткә төшөп тә китте. Тышҡа сығып, һөттө түгеп ебәрҙек, тик, аяныс, уны ҡотҡарып ҡала алманыҡ. Шулай ауыр бер хәтирә ҡалды. Шунан һуң бәләкәс көсөктәрҙе алманыҡ, ҙурырағын һайлар булдыҡ...
Хайуандарҙы яратҡан кесе улыбыҙға йомшаҡ айыу, төлкө бүләк итһәк, өлкәне Айҙар гел танк, автомат һораны. Яңы йыл кисәһендә лә матрос бейеүен бейеп, һуғыш темаһына йырҙар йырланы. Хәрби кеше булырға хыялланһа ла, күңеле үтә нескә, һиҙгер ине. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла үҙе уҡыған Магнитогорск ҡалаһынан тере сәскәләр алып ҡайта ине. Магазинда бөтә нәмә булған хәҙерге заман түгел бит ул!.. Инде беҙ иптәшем Вәкил менән дүрт ейәнгә өләсәй менән олатай. Бар теләгебеҙ – улар иҫән-һау булһын, бәлә-ҡазалар урап үтһен, донъялар имен торһон!
Табын ҡороуға килгәндә, Яңы йыл өҫтәле мул булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Иттең һәр төрө лә, йәшелсә-емеше лә – мөмкин тиклем ризыҡтың һәммәһе лә урын алһын! Беҙ ғаиләлә сит яҡтарҙан килгән нәмәләргә ҡарағанда башҡорт аштарына өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Ғиниәт ҠУНАФИН, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре:
– Һәр Яңы йылға өмөт менән ҡарайбыҙ, хатта булмаҫтайын да көтәбеҙ. Өмөттәр аҡланһын, изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын! Яңы йылдың тәүге көнөндә беҙҙе ҡотларға инде үҙ ғаиләләре булған балаларыбыҙ килә. Ҡыҙым менән улым бәләкәй саҡта, әлбиттә, Ҡыш бабай уларға шыршы төбөнә бүләк ҡалдыра ине. Тағы бер йолабыҙ булды: иҫке гәзит-журналдан төрлө һындарҙы ҡырҡып, ғаилә ағзаларының фотоһын ҡуябыҙ ҙа, ҡыҙыҡлы яҙыуҙарҙы тап килтереп (ул заманса «фотошоп» булған инде!), шаярып-көлөп гәзит сығарабыҙ. Үҙе бер мәрәкә! Бер-ике аҙна уның янынан үткән һайын күңел күтәрелеп, көлөп йөрөйбөҙ әле...
Бөгөн биш ейән-ейәнсәребеҙ – ҡыуанысыбыҙ ҙа, йыуанысыбыҙ ҙа. Шау-гөр килгән бәләкәстәргә ҡарап, үҙебеҙҙең дә ошондай ғәмһеҙ саҡтар иҫкә төшә. Мәктәп йылдарында Яңы йыл иртәлектәренән гел башым күккә тейеп ҡайта инем – яҡшы уҡыған өсөн маҡтайҙар, һүрәт конкурстарында ла еңеп, гелән беренсе урынға сығам... Шулай ҙа барыһы ла ал да гөл генә булмайҙыр. Һағышланып иҫкә алырлыҡ нәмәләр ҙә бар. Бер саҡ Яңы йыл алдынан мәктәптә, китапхананан артыҡ күп итеп китап алып уҡый, тип шелтә сәпәнеләр. Йәнәһе, уҡыуына зыян килеүе бар. Көлөрһөң дә, иларһың да. Йәнә бер тарих йөрөй күңелемдә. Сәхиулла ағайым ғәҙәттән тыш башлы булды, яҡшы уҡыны. Яңы йыл алдынан линейкала уны мәктәптән ҡыуыуҙары тура­һында әйттеләр. Шаңҡып ҡайттым. Баҡһаң, тормошсан ағайым махсус рәүештә үҙе шул юлды һайлаған икән. Ул саҡта бит 7-се кластан һуң уҡыу түләүле булды. Фәриха апаһы мәктәпте тамамлап бара, Марат ҡустыһы түләүгә еткән. Ихлас һәм изге күңеллелеге менән ата-әсәһенә ярҙам итмәксе булып, мәктәпте ташланы шулай ағайым, колхозға эшкә сыҡты. Беҙ – бер туғандары өсөн эшләне быны. Алдынғы тракторсы булды, алты балаһының һәр береһенә юғары белем бирәсәкмен, тип үҙенә һүҙ бирҙе һәм һүҙендә торҙо...
Шөкөр, бөгөн тормошобоҙҙа барыһы ла ыңғай ғына бара. Өҫтәлебеҙ тулы, күңелебеҙ көр. Яңы йыл табынында йолаға ярашлы бер нисә турама, итле аш, хәләлем Гөлнурҙың татлы бәлеше булһа, тағы ни кәрәк? Сәләмәтлек бирһен Хоҙай барыбыҙға ла!

Илдар ҒҮМӘРОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Бала саҡтан был байрамды ныҡ яраттым. Үҙем открыткалар, уйынсыҡтар эшләй инем. Егет саҡта инде клубҡа баян тотоп сыҡһаң, барыһы һинең тирәлә урала башлай. Күңелле! Әле лә байрамды сабый шикелле көтәм. Оло улыбыҙ донъяға килгәндә театрҙан бүләк итеп бирелгән, хәҙер инде бик һирәк осраған уйынсыҡтарыбыҙ бар – йоҡа ғына быяланан эшләнгән әйберҙәрҙе йыл һайын һаҡ ҡына сығарып эләбеҙ. Элекке пластмасса гирляндалар ҙа, инде нисәмә ҡат ялғанһа ла, эшләүен дауам итә, беҙҙең күңел хәтирәләрен һаҡлай. Әйткәндәй, өйҙө байрамға әҙерләү минең өҫтә, бешереү-төшөрөүгә иһә ҡатыным Лира яуаплы. Уның аш-һыу тирәһендәге шедеврҙарына мин белер-белмәҫ ҡыҫылмайым, йомортҡа әрсергә, ит турарға ярҙам итәм былай.
Яңы йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршы алабыҙ. Өлкән улдарым Илйәр менән Илгизәр артабан дуҫтары янына сығып китә, ә беҙ кесе улым Илморат менән эргәләге шиномонтажды һаҡлаған этте һыйлап киләбеҙ (Эт йылы булғас, быйыл айырыуса тәмле күстәнәстәр алып барырбыҙ инде), шунан тау шыуырға китәбеҙ. Бар донъяны онотоп, рәхәтләнеп шыуабыҙ, шаярабыҙ, көләбеҙ. Уның менән хоккей уйнарға ла яратабыҙ. Был спорт төрөнә бәләкәстән ғашиҡмын. Йыш ауырый торғайным, боҙға баҫып, сәләмәтлегем нығынды. Шул тиклем бирелгәнмен, умрау һөйәгемде һындырыу ҙа туҡтатманы мине. Ул саҡта ни, үҙебеҙ шайба-сәкән эшләп алабыҙ ҙа... Әле лә боҙ майҙанына йыш йөрөйөм, «Салауат Юлаев» командаһының тоғро көйәрмәнемен. Урамда үтеп барғанда боҙ туңғанын күрһәм, аҡыллы кешеләр кеүек урап үтмәйем, мотлаҡ шунан шыуып китәм. Быйыл кесе улым менән тимераяҡта артҡа табан йүгерергә өйрәнергә иҫәп тотабыҙ. Баулы ҡалаһына хоккей матчына барып ҡайтырға ла ниәт бар. Яңыраҡ дауаханала ятып алдым, ауыр саҡта улдарым мине көтөлмәгән бүләк менән ҡыуандырмаҡсы иткән. Сәкән алып бирәйек, тиһәләр, уйҙары килеп сыҡмаған. Уны һәр кешегә яраштырып, үлсәмен белеп һайларға кәрәк икән, ҡарап тороуға ябай ғына күренһә лә, нескәлектәре байтаҡ, ысын сәкәндең хаҡы ла арзан түгел... Шулай ҙа тормошҡа ашмаҫтай хыял булып ҡалмаҫ ул.
Иң күңелле байрам – Яңы йыл. Һүҙ юҡ, үткән йылға йомғаҡ яһау, етди рәүештә уйланып алыу ҙа кәрәк инде ул. Әммә рәхәтләнеп күңел асыу, бер ни уйламай, дәрәжәңде, вазифаңды онотоп байрам итә белеү ҙә мөһим. Балаларса ҡыуаныу, ихласлап, донъябыҙҙы онотоп һөйөнөү етмәй бит беҙҙең бөгөнгө тормошта. Тағы ҡасан күршеңде йә урамдан үтеп барған бөтөнләй таныш булмаған кешене төн уртаһында һөрән һалып ҡотлай, шаулай алаһың! Форсаттан файҙаланып, бөгөн бар журнал уҡыусыларҙы ла Яңы йыл менән тәбрик итәм!

Зилә СӘЙЕТОВА, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Урман-тауға бай, күркәм тәбиғәтле Белорет районында үтте бала сағым. Шуғамылыр, өйҙә һәр саҡ ҙур, ҡупшы шыршы ҡуйыла торғайны Яңы йылда. Хуш еҫен бөркөп ысын шыршы ултырыуына етмәй барыбер. Әле лә, инде улыбыҙ Арыҫлан да үҫеп етеүенә ҡарамаҫтан, йортобоҙға йыл һайын ҙур, ҡупшы шыршы алып ҡайтабыҙ. Тик һуңынан сығарып ташлай алмай ыҙалайбыҙ, февралгә тиклем ултыртабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Уларҙы махсус рәүештә үҫтергәндәрен белһәк тә, күңелгә ҡыйын, әммә әмәлен таптыҡ: баҡсаға алып барабыҙ ҙа энәләрен, ботаҡтарын ашлама итеп ҡулланабыҙ. Ғөмүмән, һәр нәмәнең файҙалы яғын табырға тырышыу хас миңә, әллә ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанғамы икән? Бүләк бирһәм дә, донъя көткәндә кәрәк булғанын һайлайым, үҙемде лә төрлө сувенирҙарға ҡарағанда шундайҙары нығыраҡ ҡыуандыра. Быйыл, бына, Ҡыш бабайҙан яңы телефон һорарға булдым әле, был хаҡта тормош иптәшем Алмастың ҡолағына тишеп тә ҡуйҙым.
Ҡыш миҙгелен һағынып көтәм. Йәйге эҫегә ҡарағанда ошо айҙарҙа рәхәтерәк миңә. Һауа саф, донъя аҡҡа төрөнгән сихри бер мәл. Аяҡ аҫтында шығырлаған ҡарҙың моңон тыңлап, эшкә киләһең. Бәләкәстәр – һиҙгер тамашасы, бар күңелеңде һалып эшләмәһәң, шунда уҡ иғтибарын икенсегә йүнәлтергә тора. Бигерәк тә хәҙерге балалар хәрәкәттә булыуҙы талап итә. Күңелдәре асыҡ, ҡыҙыҡһыныусан кескәйҙәр өсөн эшләү, берҙән, күп көстө алһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ күңел йыуанысы бирә. Балалар өсөн спектаклдәрҙә ҡатнашыу күңелле лә, яуаплы ла.

Сабина КУЧАЕВА, йәш йырсы:
– Эт йылында тыуғандар тураһында яҙылғандар тап килә миңә: бәләкәстән бергә булған дуҫтарыма тоғролоҡ һаҡлайым, кеше рәнйетмәйем, сер һандығын ситтәргә асмайым... Әле шәхси вокаль студияһында уҡытам. Бәләкәстәр менән Яңы йыл, Ҡыш бабай тураһында йырҙар өйрәнгәндә үҙемдең дә бала сағым иҫкә төшә. Атайым иҫән сағында беҙҙе ҡышҡы урманға алып бара ине. Сана, саңғы шыуабыҙ, бәҫ ҡаплаған йә ҡалын ҡар ятҡан ағастарға һоҡланабыҙ, көрт йырып рәхәтләнәбеҙ, йәнлектәр эҙҙәрен танырға тырышабыҙ... Биш йәштә инем, өйгә ып-ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инде. Эй ҡаушаным шул саҡта, шатландым, үҙемде ҡулға алып, белгән шиғырымды һөйләп, йырлап күрһәттем, ә улар миңә велосипед бүләк итте! Аҙаҡ сәхнәләге Ҡыш бабайҙар алдында күп сығыш яһарға тура килде, әммә ошо ваҡиға мөғжизә булып күңелдә мәңгегә ҡалған. Кескәй генә сағымда «Тамыр» студияһында «Сулпылар»ҙың финал концертын төшөрөүҙәре ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла хеҙмәт булып хәтергә уйылған... Ә бер саҡ Яңы йыл алдынан ғына Түбәнге Новгород ҡалаһына юлға сыҡтыҡ – унда халыҡ-ара бәйгегә балалар жюри сифатында саҡырылған ине. Ваҡытты бутағанбыҙмы, самолетҡа өлгөрмәнек тә ҡуйҙыҡ. Бәләкәстән яуаплылыҡ ҡанымда булғандыр инде, һуңлап ҡуймайыҡ, тип ҡайғырам. Билетты алмаштырып, осоп киттек барыбер!
Яңы йылды әсәйем, һеңлем менән ҡаршы алабыҙ. Барыбыҙ ҙа уҡырға яратабыҙ, шуға беҙҙең өсөн иң шәп бүләк – китап. Йәнә лә яратҡан йырсыларыбыҙҙың музыкаль альбомдары. Күмәкләп табын ҡорабыҙ, йыл һайын яңы ризыҡтар әҙерләргә өйрәнәбеҙ. Был көндө беҙҙең ташбаҡабыҙ ҙа, Белла исемле бесәйебеҙ ҙә байрамса кейенеп-биҙәнеп ала!.. Киләһе йылда күберәк видеоклиптар төшөрөргә, йырҙар яҙҙырырға хыялланам. Йырсы һәм музыкант булараҡ үҫешеү өсөн көсөмдө һәм ваҡытымды йәлләмәҫкә ине.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.




Теги: Йондоҙнамә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook