Байрамға турамалар

Байрамға турамалар
Киләһе йылдың «хужаһы» Әтәс бик һаҡсыл, тик ҡомһоҙ түгел. Ул өҫтәлдең мул, етеш булыуын, әммә артыҡ шашынмауҙы хуп күрә. Яңы йыл табынына йәшелсә турамалары, еләк-емеш, ярмалар, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары әҙерләү бигерәк тә яҡшы. Өҫтәл түрендә өйҙә бешерелгән ҡамыр аштары: бәлеш, бауырһаҡ, торт урын алһын. Шулай уҡ әтәстең йорт ҡошо булыуын да онотмайыҡ. Ул артыҡ ҡатмарлы, ялтырауыҡ нәмәләргә ҡарағанда тәбиғи әйберҙәрҙе ярата. Шуға ла табынды биҙәүҙә ҡыҙыл төҫтөң төрлө сағылышындағы ашъяулыҡ, шәмдәр, ағас йә балсыҡ һауыттар айырыуса урынлы булыр.


«Тунлы» ҡыҫала
500 г диңгеҙ ҡыҫалаһы (креветка), 4 йомортҡа, 4 картуф, 140 г ҡыҙыл ыуылдырыҡ, тәменсә тоҙ, майонез, 1 лавр япрағы, 3 бөртөк ҡара борос кәрәк.
Диңгеҙ ҡыҫалаһын тоҙ, лавр япрағы, ҡара борос һалынған һыуҙа бешереп алабыҙ. Уртаға бүләбеҙ. Бешкән картуфты, йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Яҫы тәрилкә төбөнә майонез һылайбыҙ, шунан диңгеҙ ҡыҫалаһының яртыһын һалабыҙ. Һәр ҡат өҫтөнә майонез яғабыҙ. Артабан картуф, йомортҡа, диңгеҙ ҡыҫалаһының ҡалған яртыһын һалабыҙ. Майонез өҫтөнә ҡыҙыл ыуылдырыҡты тигеҙ итеп йәйәбеҙ. 6 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Табынға ҡуйыр алдынан диңгеҙ ҡыҫалаһы, лимон, помидор киҫәктәре, йәшел үләндәр менән биҙәлә.

«Диңгеҙ йондоҙо»
100 г краб таяҡсаһы, 2 йомортҡа, 100 г сыр, ҙур булмаған 1 баш һуған, 1 ҙур алма, ярты балғалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, майонез кәрәк.
Краб таяҡсаһын ваҡ итеп турайбыҙ. Йомортҡаны бешереп, ағын һарыһынан айырабыҙ, икеһен дә ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, үҫемлек майы менән бутайбыҙ. Әрсеп, төшө алынған алманы һәм сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Һауытҡа түбәндәге тәртиптә ҡатлап һалабыҙ: йомортҡаның ағы, сыр, һуған, краб таяҡсаһы, алма, йомортҡаның һарыһы. Һәр ҡатҡа майонез яғабыҙ. Өҫтөн байрамға ярашлы биҙәйбеҙ.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Аш-һыу Тәмлекәс




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook