Иман нуры яҡтыртҡан мөхәббәт

Иман нуры яҡтыртҡан мөхәббәтБыл мөхәббәт тарихы улар үҙҙәре донъяға килмәҫ элек башлана. Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ менән Нәфисә Яҡшембәтованың атаһы Хажмөхәмәт (ҡайһы сығанаҡтарҙа Хажимәхмүт) Троицкиҙа, атаҡлы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә танышып, дуҫлашып китә. Киләсәктә өйләнешеп, береһендә ир, икенсеһендә ҡыҙ бала тыуа ҡалһа, ҡоҙалашырға һүҙ бирешәләр. Ниәттәре тормошҡа аша, сабыйҙарҙың ҡолаҡтарын тешләтәләр. Әммә уйлағанса, иркен аралашып йәшәй алмайҙар. Донъялар бутала, ике ғаилә лә ҙур фажиғәләр аша үтә. Ошо ҡатмарлы, ҡанлы ваҡиғалар солғанышында йәштәрҙең саф, иманлы мөхәббәте ҙур һынауҙар үтеп сыныға, һөҙөмтәлә бергә була алмаһалар ҙа, улар ғүмер буйы йөрәктәрендә шул хистәрҙе йөрөтөп, шуның менән көслө булып ҡала.

…Бала сағында ҡолағын тешләгән Нәфисә менән Зәки үҫмер саҡта ара-тирә ҡунаҡта күрешә, хат алыша һәм йылдар дауамында күңелен уйнатмай, йәрәшелгән ҡыҙын йөрәгендә йөрөтә. Тик ҡоҙаларҙың «йәштәре еткәс туй яһарбыҙ» тигән уйҙары тиҙ генә тормошҡа ашмай. Башта егет Рәсәй ҡалаларында уҡып, төрки халыҡтарының тарихын яҙыу менән мәшғүл була. Хеҙмәттәре төркиәтселәр тарафынан юғары баһаланғас, киләсәген тарих менән бәйләргә ҡарар итә. Әммә ваҡиғалар дауылы йәш ғалимды сәйәсәткә илтә, тиҙҙән ул башҡорттоң иң атаҡлы йәмәғәт һәм хәрби эшмәкәре булараҡ таныла, беренсе Башҡорт Хөкүмәте етәксеһе була. Вазифаһы шәхси тормошҡа урын ҡалдырмай. Ләкин йәштәр мөхәббәттәренә тоғро ҡала, ҡауышыр көн етеренә ышана. Һөйгәненең тыуған яғында байтаҡ булмаған Вәлидов 1918 йылда партизан отряды менән осрашыр өсөн Түңгәүергә бара. «Күрешеп булмаҫмы» тип буласаҡ ҡайныһына һәм Нәфисәгә хат ебәртә, тик шул көндәрҙә Әбйәлил ауылы казактар ҡулына күскәнлектән, «килә алмабыҙ» тигән хәбәр ала. Йәшертен барырға мөмкинлеге булһа ла, ҡәҙерлеләрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай.
Өйләнеү өсөн ул бер йылдан ғына әйләнеп килә ала…

…Зәки ун дүрте тулғас, 1904 йылда никахтары уҡытылып ҡуйғандан һуң ун биш йыл үткәс кенә, 29 йәшендә, Нәфисәгә өйләнә. Тик ҡауышаһы төндәрендә Магнитогорскиҙағы телеграфҡа Троцкий саҡыра. Кәләшен иртәгәһенә ул Әүжән-Петровский эргәһендәге бер ауылға алып килә, бында мине Ленин да таба алмаҫ, тип шаярта. Ысынлап, шул төндө уны Ленин эҙләтә. Һуңынан йәштәр башҡорт хөкүмәте күсеп килгән Стәрлетамаҡҡа урынлаша. Кейәү егеттең туғандарын йыйып туй үткәрәләр. Никахтары айҡанлы фронттан һәм Петроградтан ҡотлау телеграммалары килә.

Нәфисә тормош иптәшенә ҙур таяныс була, Мәскәүҙән килгән сәйәсмәндәрҙе киске ашҡа ла йыш алалар. Ленин менән Сталин Вәлидовты төп эшенән айырып, Союз эштәренә йәлеп итеп, баш ҡалаға күсергәс, Нәфисә лә бара. «Ҡатыныма графиня Румянцеваның гардеробында ҡалған әйберҙәрҙе, затлы тиренән тегелгән манто, башҡа ҡиммәтле кейемдәр килтереп тәҡдим итерҙәр ине. Беҙ, әлбиттә, энә хәтлемен дә алманыҡ», – тип иҫләй ул мәлдәрҙе Зәки Вәлиди.

Киң ҡарашлы, белемле Нәфисә Петроградта ла, Мәскәүҙә лә театрға йөрөргә ярата. Уның әсәһе Сәлиха Зәйнулла ишандың ҡыҙы була. Ҡыҙ мәҙәниәтле, шул уҡ ваҡытта иманлы ғаиләлә тәрбиәләнә. Нәфисә башҡорт иленең иң матур, белемле ҡыҙҙарының береһе булып буй еткерә. Атаҡлы ишан ейәнсәре бәләкәйҙән дүрт-биш тел, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Ата-әсәһе башҡорт шағирҙары, композиторҙары менән аралашып йәшәй. Композитор Мәсәлим Вәлиев уларҙа йыш булып, Хажмөхәмәт мулланың балаларына музыка белемен өйрәтә. Атаһы Нәфисәне бик яратҡандыр, күрәһең, туғандарының хәтерләүе буйынса, йыйындарҙа ул бер көндә ете төрлө күлдәк алмаштырыр булған. Уның, мулла ҡыҙы булһа ла, граждандар һуғышына тиклем Өфөгә барып, һылыуҡайҙар бәйгеһендә беренсе урын алыуы ла билдәле. Нәфисә 1915-1916 йылдарҙа Ырымбурҙа мөғәллимлеккә уҡып ҡайтып, тыуған ауылында ҡыҙҙарға белем бирә.

Вәлидов 1920 йылда Урта Азия мосолмандарының азатлыҡ хәрәкәтен етәкләр өсөн йәшерен рәүештә һыбай Төркөстанға юллана, кәләше Һамар аша поезда китә. Ҡатыны килеп еткәнсе ул Әстрхан нуғайҙарының фольклорын өйрәнә, Туҡтамыш хан ҡыҙы Йәнекәй тураһында дастандар яҙып ала. Сәмәрҡәндтә Вәлидовтарҙың Ырыҫмөхәммәтшаһ исемле улдары тыуа, йәшерен йәшәгәс, кендек әбейе йә табип саҡыра алмайҙар, сабыйҙы Зәки үҙе ҡабул итә. Хиваға күскәс, малайҙы ҡарарға бер ҡаҙаҡ ҡатынын яллайҙар. Йәл, бала ғүмерле булмай, тапма сиренән үлеп ҡала. Зәки Вәлиди ҡайғыһын баҫырҙай шиғырҙарҙы ҡабатлап бер нисә көн улының ҡәбере эргәһендә ултыра. Көслө рухлы ҡатыны уны «өҙгөләнмә, Алла бирһә, тағы балаларыбыҙ булыр» тип йыуата. Ире бөтә Урта Азия буйлап сәйәси эшмәкәрлек алып барған саҡтарҙа Нәфисә Хива, Ашхабад, Бохара һәм башҡа ҡалаларҙа балалар уҡыта. Уның янына Нәфисәнең туғандары ла килә. Ҡыҙылдар баҫып килгәс, Зәки Вәлиди Иран, Афғанстан, Һиндостан аша Европаға китә, йәнә бәпес көткән ҡатынын ҡурҡыныс юлға алмай. Улар ҡасан да бергә булырҙарына бик ышана. Нәфисә «Хәйерле юл» тип сигеп, һөйгәне ҡулына янсыҡ тоттора. Вәлидовтарҙың икенсе балалары хаҡында асыҡ мәғлүмәт юҡ. Германияла сағында, 1924 йылда Зәки ышаныслы кешеләр арҡылы Нәфисәнән бер нисә хат ала. «Һине бында сығарыуҙарына тырышлыҡ итәм» тип яуап ебәрә. Был мәсьәлә буйынса Берлинда Крестинский менән дә күрешә, илсе уға: «Башҡа ил гражданлығын алһағыҙ, ҡатынығыҙҙы сит илгә сығармаясаҡбыҙ», – ти. Зәки: «Рәсәйгә ҡайтыуым хаҡында һүҙ алып барыу мөмкин түгел, инсандың ихтыяры азат булырға тейеш, бының ҡиммәтен аңлайым һәм уны бер нәмәгә лә алмаштыра алмам», – тип яуаплай. Крестинский Рәсәйҙә Рыковтар менән бергә үлтерелә, уның менән ҡайтһа, Зәкиҙе лә шул яҙмыш көтөр ине.

Юлдары быуылғас, Нәфисә әсәһе һәм ҡустыһы Нәсих менән Асҡарға ҡайта. 1925 йылда Өфөгә килеп, Гоголь урамында урынлашҡан Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге мәктәптә тәрбиәсе була. Репрессия машинаһы Зәки Вәлидовҡа саҡ ҡына бәйләнеше булған бер кемде лә урап үтмәй. Хажмөхәмәт Яҡшембәтовтың ғаиләһе Прокопьевск ҡалаһына һөрөлә. Ундағы Башкирский ҡасабаһында Башҡортостандан бик күп кеше йәшәй.

Нәфисә менән Зәкигә Саҡ менән Суҡ ише ғүмер буйы һағынышып йәшәргә генә ҡала. Айырылышҡандан һуң да ун биш йыл самаһы бер-береһенә тоғро була улар. Аяуһыҙ яҙмыштың ғәзизе менән осрашыр юлды мәңгегә япҡанын аңлап, 1940 йылда Зәки Вәлиди, «Хәтирәләр»ендә яҙыуынса, Нәфисәнең кейәүгә сығыуы хаҡында хәбәр килеп еткәс кенә, өйләнеү хаҡында уйлай. Ҡасандыр бер өлөшө үҙенең юрматы ырыуына ҡушылған ҡара нуғайҙарҙан булған, Добруджа ҡыҙын – Бухарестан Истанбулға доктор дәрәжәһе алыу өсөн килгән Нәзмиәне ала. Был никахтан Иҫәнбикә менән Сүбидәй тыуа. Улар – бөгөн донъяға танылған ғалимдар, Төркиәлә йәшәйҙәр. 40-сы йылдарҙа Нәфисә йәнә тормошҡа сыҡҡандырмы, әллә был хәбәр яңылыш булдымы, билдәһеҙ. Туғандарының хәтерләүе буйынса, 1965 йылда Нәфисә Прокопьевскиҙа үҙе һымаҡ һөргөнгә ебәрелгән Рамаҙан мулла менән никахлаша, әммә ире оҙаҡ тормай мәрхүм була. Башҡорт иленең сибәрҙәрҙән-сибәр, зыялы һылыуының тормошо шулай бик матур башланып фажиғәле үтә. Ғүмерен Себерҙә, ҡарттар йортонда тамамлай.

Зәки Вәлиди Туған донъяға билдәле ғалим булып таныла. Башҡорт илен Ер шарына уның ише танытҡан, уның һымаҡ бөйөк эштәргә йөрьәт иткән башҡа берәйһе бармы икән?! Нәфисәһе биргән янсыҡты ул ғүмер буйына һаҡлай. Икенсе ҡатыны Нәзмиә ире юлға сығыр булһа, уны бетеү итеп тотторор булған. Тәүге мөхәббәтенең исеме сигелгән был һәҙиә уның өсөн һөйгәненең генә түгел, тыуған еренең дә бер иҫтәлеге булғандыр. Нәфисә менән Зәкиҙең тарихы әле лә халыҡ хәтерендә. Әбйәлилдең «Осҡон» гәзитендә был хаҡта иҫләгән кешеләрҙең хәтирәләренә таянған Мәҙинә Яҡупова, Фирүзә Сафина, Маһинур Үтәбаева, Барый Яҡшембәтовтарҙың яҙмалары донъя күрҙе, ошо мәҡәлә лә шул иҫтәлектәр нигеҙендә тыуҙы. Асҡарҙағы тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла Яҡшембәтовтар шәжәрәһенә ҡағылышлы байтаҡ мәғлүмәт бар.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Зәки Вәлиди Туған




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook