Башҡортостан Ҡыҙы

«Иләү» батшабикәһе

«Иләү» батшабикәһе1989 йылдың 1 июнендә «Тамыр» каналының бөгөнгәсә эфирҙан төшмәгән иң «ҡарт» тапшырыуы эфирға сыға. Радио тулҡындарында аҙнаһына биш тапҡыр яңғыраған «Иләү» программаһы быйыл сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләгән «Тамыр» балалар каналының үҙенән дә олораҡ. Тапшырыуҙың тәүге авторы, идеяһының хужаһы – Луиза Фархшатова. Шуға ла студияға нигеҙ һалыусы билдәле журналисты хәҙер «Тамыр өләсәй» тип йөрөтәләр. Егерме биш йыл эсендә «Иләү»ҙә эшләп киткән хеҙмәткәрҙәрҙең һәм балаларҙың исемдәрен теҙеп сығыу өсөн генә лә әллә күпме урын кәрәгер ине. Сабыйҙарға тәғәйенләнгән әкиәтле, файҙалы мәғлүмәттәргә бай «Иләү» башҡорт балаларының тотош бер быуыны өсөн тәрбиә һәм белем усағы ла булды. Бөгөн һеҙҙе тапшырыу тарихында «Иләү»ҙәрҙе иң күп эшләгән автор менән таныштырмаҡсыбыҙ. Зөлфиә Рим ҡыҙы Даянова тәү тапҡыр эфирға 1996 йылда сыға, һәм бына егерме бер йыл ул ижад иткән ҡыҙыҡлы тарихтар, уның күңелде иретер яғымлы тауышы башҡорт радиоһы тулҡындарын байытып, биҙәп тора.

…Зөлфиә – Мәсетле районының Әй йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә Тимерәк тигән ауылдан. Мәктәпкә күрше Йонос ауылына йөрөп уҡыған. Һүрәтте матур төшөргән ҡыҙҙы барыһы ла рәссам булыр тип юраған. Әммә яҙмыш бөтөнләй икенсе юлдан алып киткән, БДУ-ның журналистика бүлегенең тәүге ҡарлуғастарының береһе булырға яҙған уға.

«Китап» нәшриәтендә эш башлаған һылыуға күп тә тормай Зөлфиә менән бер осорҙа уҡыған, ул саҡта үҙе «Иләү»ҙәр эшләп йөрөгән Гүзәл Борханова сценарий яҙып ҡарарға тәҡдим итә. Ул ваҡыттағы «Тамыр» студияһының етәксеһе Луиза Азамат ҡыҙы яҙғандарын уҡып ҡарау менән эшкә ала. Ике тиҫтә йылдан ашыу «Иләү» менән бер рәттән, радиола «Аҡ елкән», «Көнбағыш», «Йырлы кәрәҙ», телевидениела «Сәңгелдәк», «Әкиәт китабы», «Борсаҡ» тапшырыуҙарын эшләргә, өс йыл дауамында «Сулпылар» телевизион йыр-моң бәйгеһенең мөхәррире лә булырға тура килә уға. Башҡортостан буйлап командировкаларға йөрөү, төрлө балалар менән танышыуҙар йөрәгенә яҡты иҫтәлек булып уйылған…

…Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зөлфиә Рим ҡыҙы Даянованың бөтә тормошо, барса ижады «Тамыр» балалар каналына арналған. Ул хәҙер үҙен «Тамыр»ҙан айырым күҙ алдына ла килтерә алмай. Егерме бер йыл дауамында эфир аша бәләкәстәр күңеленә ятырлыҡ мауыҡтырғыс тапшырыуҙар алып барған журналисты хаҡлы рәүештә «Иләү» батшабикәһе тип әйтергә мөмкин…
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Тамыр каналы




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook