Башҡортостан Ҡыҙы

Кәйефте күтәрә хөрмә

Кәйефте күтәрә хөрмәКөҙгө ҡояшһыҙ көндәрҙә сағыу төҫлө, наҙлы һәм татлы был емеш күңелде күтәреп ебәрә. Калий, магний, каротин, тимер, натрий, фруктоза, глюкоза, А, С, Р витаминдарына мул хөрмә нервы күҙәнәктәрен, ҡан тамырҙарын нығыта, аш һеңдереүҙе яҡшырта, бөйөргә таш ултырыуын тотҡарлай, кәйефте лә күтәрә. Йодҡа байлығы уны ҡалҡан биҙе өсөн файҙалы итә, ә антиоксиданттар буйынса ул йәшел сәйҙән һис ҡалышмай. Файҙалы матдәләр сығанағы булған был емештән, баҡһаң, бихисап төрлө тәмлекәстәр әҙерләйҙәр икән.

Эремсекле тәмлекәс

2 ҙур хөрмәгә 600 грамм майһыҙландырылған эремсек, 2 йомортҡа, 100 грамм манный ярмаһы, 10 грамм шәкәр, 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 25 грамм аҡ май, 600 миллилитр һыу, 8 грамм ванилле шәкәр, 3 ҡалаҡ шөкәрә онтағы кәрәк.

Хөрмәне әрсейбеҙ, орлоҡтарын алабыҙ ҙа ярты сантиметр ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға ҡырҡабыҙ. Һыу һалып, һүрән генә утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, манный ярмаһы һалабыҙ. 1-2 минут буйы болғатып тороп бешерәбеҙ. Шунан ултыртып торабыҙ.
Йомортҡаға ванилле шәкәр өҫтәп туғыйбыҙ. Өй йылылығындағы бутҡаға ҡушып бутайбыҙ. Шунан уға иләк аша үткәрелгән эремсекте һалып, бик яҡшылап болғатабыҙ.
Табаны аҡ май менән майлайбыҙ ҙа шөкәрә һибәбеҙ. Эремсекле-хөрмәле массаны һалабыҙ, өҫтөн тигеҙләйбеҙ һәм ҡаймаҡ яғабыҙ. 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 45 минут бешерәбеҙ. Табала килеш һыуытабыҙ. Һыуынғас, бүлеп тәрилкәләргә һалабыҙ. Өҫтөн какао, ҡайнатма, сәтләүек менән биҙәргә мөмкин.

Кәйефте күтәрә хөрмәБәлеш

3 хөрмәгә 5 йомортҡа, 300 грамм шәкәр, 200 – 250 грамм он, 1 лимондың ҡабығы (цедра), бысаҡ осонда аш содаһы, 1 балғалаҡ шәкәр онтағы кәрәк.

Йомортҡаны туғый-туғый шәкәр, шунан он, аш содаһы өҫтәйбеҙ. Хөрмәне нәҙек кенә түңәрәктәргә бүләбеҙ. Лимондың ҡабығын ваҡ ҡырғыс менән алабыҙ ҙа ҡамырға ҡушабыҙ.
Майлы табаның төбөнә хөрмә түңәрәктәрен теҙәбеҙ, шунан ҡамырҙың бер өлөшөн бушатабыҙ. Артабан тағы хөрмә киҫәктәрен теҙәбеҙ ҙә ҡалған ҡамырҙы һалабыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 40 минут самаһы бешереп алабыҙ. Мейестән алғас, бер нисә минут ултыртабыҙ ҙа ипләп кенә ҙур тәрилкәгә түңкәрәбеҙ. Бәлештең төбө өҫкә сыға. Өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook